Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРХИМАНДРИТ КҮЛЕ

АРХИМАНДРИТ КҮЛЕ, Ағиҙел й. басс. күл. Өфө р‑ны Чесноковка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. һыу һаҡлау зонаһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,78 км2, оҙонлоғо 6,1 км, киңлеге 0,13 км, уртаса тәрәнлеге 2,9 м (макс. — 4,5 м), һыу күләме 2,3 млн м3. Иҫке үҙән, дүртенсел осор тоҡомдарында (ваҡ...

АРХИПОВ Александр Викторович

АРХИПОВ Александр Викторович (1875—?), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы ағзаһы. Ырымбур дини семинарияһын тамамлаған. 1899 й. алып Верхнеурал ҡ. священник. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж....

АРХИПОВА Ирина Константиновна

АРХИПОВА Ирина Константиновна (2.1.1925, Мәскәү — 11.2.2010, шунда уҡ), йырсы (меццо-сопрано), педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1966), БР‑ҙың (1994), Ҡырғыҙстан Респ. (1993) халыҡ артисы, Молдова Респ. Маэстра Дель’Артеһы (1997). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). Проф. (1982). Мәскәү консерваторияһын...

АРХИТЕКТОРҘАР СОЮЗЫ

АРХИТЕКТОРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1935 й. Өфөлә СССР А.с. Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1982 й. алып РСФСР А.с. бүлексәһе, 1991 й. — БР А.с., 2004 й. — “Рәсәй архитекторҙар союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк ойошмаһы БР Архитекторҙар союзы. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ....

АРХИТЕКТУРА

АРХИТЕКТУРА (лат. architectura), төҙөү сәнғәте, 1) кешенең матди йәһәттән ойошҡан йәшәү мөхитен булдырыусы биналар һәм ҡоролмалар — төҙөлөш объекттары йыйылмаһы. 2) Кешеләрҙең барлыҡ йәшәү мөхитен булдырыу һәм ойоштороу йәһәтенән йәмғиәттең техник мөмкинлектәренә һәм эстетик ҡараштарына ярашлы биналар...

АРХИТЕКТУРА (илл)

  Турахан кәшәнәһе. 14 б. (Шишмә р‑ны) Дәүләкән ҡ. мәсет. 19 б. аҙ. (көмбәҙе 20 б. 30-сы йй. һүтелә) Өфө ҡ. Александр Невский часовняһы. 19 б. аҙ. (20 б. 20-се йй. һүтелә). Архитекторы А.Семёнов Өфө ҡ. В.И.Видинеевтың Йәйге театры. 1894 (1991 й. һүтелә) Стәрлетамаҡ ҡ. сауҙагәр Кузнецовтың...

АРХИТЕКТУРА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

АРХИТЕКТУРА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, юғары квалификациялы архитекторҙар һәм техник‑архитекторҙар әҙерләү системаһы. Махсус А.б.б.б. түбәндәге дисциплиналарҙы үҙ эсенә ала: архитектура проектлауы, төҙөлөш механикаһы, архитектура һәм сәнғәт тарихы, һүрәт, скульптура, рәсем сәнғәте. Башҡортостанда юғары квалификациялы...

АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, билдәле бер тарихи дәүерҙең, уның идеологияһының, архитектура‑төҙөлөш мәҙәниәтенең, йәмғиәттәге соц.‑иҡт. мөнәсәбәттәрҙең матди дәлилдәре булған төҙөлөш сәнғәте әҫәрҙәре (ҡара: Архитектура, Мәҙәни мираҫ объекттары). А.ҡ. дәүләт тарафынан һаҡлана (ҡара: Ғилми‑производство үҙәге,...

АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫН ҺАҠЛАУ

АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫН ҺАҠЛАУ, ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау. МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫН ҺАҠЛАУ, мәҙәни мираҫ объекттарын асыҡлауға, өйрәнеүгә, һаҡлауға, яҡлауға һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән дәүләт саралары системаһы. БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары...

АРХИТЕКТУРА СТИЛДӘРЕ

АРХИТЕКТУРА СТИЛДӘРЕ, айырым бинаны йәки архитектура ансамблен характерлаусы художестволы биҙәү сараларының, алымдарҙың тотороҡло бөтөнлөгө, дөйөмлөгө; был  дөйөмлөктө аныҡлаусы билдәләр системаһы. А.с. билдәле бер осорҙоң мәҙәниәтенә  хас алымдар һәм стилдәр  нигеҙендә барлыҡҡа килә. 18 б. алып Башҡортостан...

АРХИТЕКТУРА-ТӨҘӨЛӨШ КОЛЛЕДЖЫ

АРХИТЕКТУРА-ТӨҘӨЛӨШ КОЛЛЕДЖЫ. 1961 й. Өфөлә киске төҙөлөш техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1967 й. алып төҙөлөш техникумы, 1995 й. хәҙ. статусын ала, 2011 й. — Башҡорт архитектура‑төҙөлөш колледжы. 2011 й. башлап составында 129‑сы һөнәрселек лицейы (Өфө). Благовещен, Бөрө, Дәүләкән ҡҡ., Кушнаренко р‑ны...

АРЫЙ, Дыуан р‑нындағы ауыл

АРЫЙ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 417 кеше; 1920 — 461; 1939 — 271; 1959 — 294; 1989 — 399; 2002 — 361; 2010 — 385 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АРЫҪЛАН (Арыҫланов) Тимер Гәрәй улы

АРЫҪЛАН (Арыҫланов) Тимер Гәрәй улы [1.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 19.3.1980, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышы һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1951). 1946—64 йй. (өҙөклөктәр...

АРЫҪЛАН ҠОЙРОҒО

АРЫҪЛАН ҠОЙРОҒО (Leonurus), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 төрө билдәле, Көнбайыш Европанан Үҙәк Азияға тиклем таралған. Башҡортостанда бишҡалаҡ А.ҡ. һәм күгелйем А.ҡ. үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, ҡыуыш, дүрт ҡырлы, бейеклеге 90—100 см тиклем. Япрағы һаплы,...

АРЫҪЛАН РАНҒОЛОВ

АРЫҪЛАН РАНҒОЛОВ (? — 29.4.1775, Өфө), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Танып улусы Ҡыйғаҙы а. (хәҙ. Асҡын р‑ны) башҡорттарынан. Шул уҡ ауылдың сотнигы. 1773 й. окт. — 1774 й. мартында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнаша. Әсирлеккә...

АРЫҪЛАН‑ӘМӘКӘС, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

АРЫҪЛАН‑ӘМӘКӘС, Уңғар, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 110 кеше; 1920 — 138; 1939 — 128; 1959 — 148; 1989 — 126; 2002 — 151; 2010 — 159 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Ырымбур...

АРЫҪЛАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл

АРЫҪЛАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙаш й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1768 кеше; 1920 — 1555; 1939 — 1266; 1959 — 822; 1989 — 535; 2002 — 502; 2010 — 482 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

АРЫҪЛАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

АРЫҪЛАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Саҡша й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 512 кеше; 1920 — 661; 1939 — 765; 1959 — 542; 1989 — 726; 2002 — 665; 2010 — 719 кеше. Башҡорттар,...

АРЫҪЛАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

АРЫҪЛАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 508 кеше; 1959 — 385; 1989 — 165; 2002 — 341; 2010 — 209 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

АРЫҪЛАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл

АРЫҪЛАН, Танып, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 275 кеше; 1920 — 372; 1939 — 242; 1959 — 210; 1989 — 131; 2002 — 141; 2010 — 159 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....