Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ

БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Б. тәғлимәтендә иң мөһиме — раскол дәүеренән Ерҙә Антихрист хакимлыҡ итеүе т‑дағы күҙаллау. Б. фекеренсә, шул саҡта “ысын” (“иҫке”) дин юҡ ителә лә инде. Старообрядсылыҡ соборҙарында (Новгород ҡ., 1692, 1694)...

БЕССОНОВ Александр Григорьевич

БЕССОНОВ Александр Григорьевич (1848, Вятка ҡ. — 1917), тел белгесе, этнограф. Ҡазан дини академияһының дини тәғлимәт бүлеген тамамлағандан һуң (1877) Вятка губернаһында, Ҡазанда халыҡ уҡытыусыһы була; Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта. 1882 й. алып Ырымбур губернаһы мәктәптәре һәм халыҡ училищелары...

БЕСТУЖЕВ ТОҠОМО

БЕСТУЖЕВ ТОҠОМО, һыйыр малының һөт‑ит йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтар: һөт һәм ит‑һөт. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Сембер губ. урындағы малды голланд тоҡомо, симменталь тоҡомо, холмогор тоҡомо, шортгорн тоҡомо һ.б. м‑н ҡасырып сығарылған. Тоҡомсолоҡ эшен башлаусы завод хужаһы С.П.Бестужев фамилияһы...

БЕТЕЛЬГЕЙЗЕ, йондоҙ

БЕТЕЛЬГЕЙЗЕ, Орион α‑һы, яҡтылығы 5,8 йыл һайын визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,4‑тән 1m,2 тиклем үҙгәреүсе ифрат гигант ҡыҙыл йондоҙ. Яҡтылығының үҙгәреүе Б. радиусының 430‑ҙан 625 ҡояш радиусына тиклем үҙгәреүенә бәйле. Ерҙән яҡынса 310 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай....

БЕТЕРӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БЕТЕРӘ, 2‑се лесозавод, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бетерә й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 70 кеше; 1959 — 347; 1989 — 433; 2002 — 339; 2010 — 323 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БЕТЕҮ

БЕТЕҮ, мосолман тылсымдарының бер төрө. Ғәҙәттә, эсенә доға, Ҡөрьән сүрәһенән, аяттан өҙөктәр, Алла исеме яҙып һалынған өсмөйөш рәүешендәге күн йәки туҡыма киҫәге. Мөхәммәт исеме м‑н Б. киң таралған. Бигерәк тә әүлиә, ишандар әҙерләгән Б. ҡәҙерле булған. М.Н.Сөләймәнова Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина...

БЕТОН

БЕТОН (фр. beton), бәйләүес матдәләр (һыу ҡатыш йәки һыуһыҙ), тулыландырыусылар һәм махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) ҡатнашмаһын формаға индереп ҡатырыу һөҙөмтәһендә алынған таш һымаҡ яһалма материал. Б. бәйләүес матдә төрө (цементлы, силикатлы, гипслы, шлаклы-һелтеле, битумлы, полимерлы-цементлы)...

БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ

БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ, агрессив тышҡы мөхит йоғонтоһонда бетон һәм тимер-бетондың тарҡалыуы. Уның тиҙлеге агрессив мөхит параметрҙары (агрессив компоненттарҙың төрө һәм концентрацияһы, т‑ра, конструкция йөҙөндә агрессив мөхит м‑н алмашыныу реакцияһы тиҙлеге һ.б.) һәм материал үҙенсәлектәре...

БЕТҮЛӘН

БЕТҮЛӘН (Pedicularis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 600 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә. Күп, һирәкләп ике йыллыҡ (һаҙ Б.) үлән, паразитизмға һәләтле. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсе, тармаҡлы, һирәкләп ябай, 10—100 см...

БЕҮӘ, йылға

БЕҮӘ, йылға, Кама й. һул ҡушылдығы. Тулва ҡалҡыулығының (Пермь крайы) көньяҡ битләүендә башлана. Пермь крайы, БР‑ҙың Яңауыл р‑ны аша төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Кама й. (тамағынан 240 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 228 км, басс. майҙаны 6530 км2, дөйөм түбәнәйеүе яҡынса 182 м. БР...

БЕШӘТӘК

БЕШӘТӘК, Бишитәк, Биштау, тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Баштау һыртының иң юғары нөктәһе. Белорет р‑ны Исмаҡай а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1271 м, оҙонлоғо яҡынса 1,2 км, киңлеге 0,8 км. Рельефында денудация йөҙө билдәләнә, уның өҫтөнән 5—8 м...

БЕШЕҮ

БЕШЕҮ, организм туҡымаларының билдәле бер урынға йылылыҡ (ялҡын, эҫе әйбер, шыйыҡса һ.б.), химик (концентрациялы кислота, һелте һ.б.), радиация (ИК‑, УФ‑, ионлау нурланышы) һәм электр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә зарарланыуы. Б. зарарланыу ауырлығына (1‑се, 2‑се, 3‑сө А, 3‑сө Б, 4‑се дәрәжә), шарттарына (производство,...

БЕШМӘ, инфекцион ауырыу

БЕШМӘ, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар барлыҡҡа килеү хас. Б. тыуҙырыусы — Aphthovirus затының Picornaviridae ғаиләһенә ҡараған вирус, 7 серотибы, яҡынса 70 варианты бар;...

БЕШТАУ Юрий Григорьевич

БЕШТАУ Юрий Григорьевич (14.3.1928, Төньяҡ Кавказ крайы Апшерон станицаһы — 16.12.2011, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (1988). Ленинград һыу транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ағиҙел йылға пароходсылығының Өфө йылға портында эшләй: план бүлеге нач., 1955 й....

БИ...

БИ... [лат. bi — икәү, bis — ике тапҡыр], ҡушма һүҙҙәрҙең “ике өлөштән тороусы, ике билдәһе булған” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., биатлон, билингвизм). Тәрж. Р.М.Шәрипова

БИАТЛОН

БИАТЛОН (би... һәм гр. athlon — ярыш, көрәш), спорт төрө, билдәләнгән сиктә винтовканан атыу м‑н барған саңғы ярышы. Мас-старт, пасьют (ҡыуып барыу уҙышы), спринт, шәхси уҙыш, эстафета һ.б. ярыштар айырыла. Башҡортостанда Б. үҫеше Өфөлә 20 б. 50‑се йй. Аҙағында — “Динамо” ДСО‑һы, 60‑сы йй. башында “Буревестник”...

БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. 1987 й. Профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советының биатлон б‑са СДЮШОР‑ы булараҡ ойошторола, 2001 й. алып Биатлон буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы...

БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 160 км алыҫлыҡта Ҡорош й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 73 кеше; 1959 — 100; 1989 — 241; 2002 — 227; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

БИБИКОВ Александр Ильич

БИБИКОВ Александр Ильич (30.5.1729, Мәскәү — 9.4.1774, Бөгөлмә биҫтәһе, хәҙ. Бөгөлмә ҡ.; Мәскәү губ. Баршовка а. ерләнгән), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1771). Сенатор (1774 й. алып). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын, 1763—65 йй....

БИБИКОВ Борис Владимирович

БИБИКОВ Борис Владимирович (9.7.1900, Серпухов ҡ. — 5.11.1986, Дүшәмбе ҡ.), педагог, актёр. Проф. (1951). РСФСР‑ҙың (1947), БАССР-ҙың (1959), Тажик ССР‑ының (1964) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР‑ының атҡ. артисы (1967). М.А.Чехов студияһында уҡый (Мәскәү). 1922 й. алып Мәскәү художество театрының...