Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЫЧКОВ Иван Дмитриевич

БЫЧКОВ Иван Дмитриевич (1873, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе — ?), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Мысовочелнинск 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһын тамамлаған. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп дәүләт власы...

БЫЧКОВА Маргарита Александровна

БЫЧКОВА Маргарита Александровна (14.1.1925, Өфө ҡ. — 2014, шунда уҡ), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Е.А.Медведеваның апаһы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1947) Әлшәй районында эшләй, 1949 й. алып Өфө ҡала башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш педиатры. 1967—92 йй....

БЫЯЛА

БЫЯЛА, органик булмаған оксидтар иретмәһен, тоҙҙарҙың һыулы эретмәләрен йәки металдарҙың шыйыҡ иретмәләрен артыҡ һыуытыу һөҙөмтәһендә алына торған органик булмаған үтә күренмәле ҡаты аморф материал. Бер (көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б.; ш. уҡ бериллий,...

БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР

БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР, быяла тулыландырыусылар м‑н арматураланған полимерҙар. Бәйләүестән — реактопластар һәм термопластар, тулыландырыусыларҙан — ҡыҫҡа сүстәр, комплекслы һәм моноептәр, жгуттар (ровингтар), туҡымалар, эсе ҡыуыш микросфералар, маттарҙан торалар. Тулыландырыусыларҙың төрө б‑са быяла сүс (тулыландырыусыһы —...

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш, техник, электротехник, электр вакуумлы быяла, быяла тара һәм һауыт-һаба, быяланан, фарфорҙан, фаянстан хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, балсыҡтан яһалған изделиелар, химик-лаб. һауыт-һаба етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. 20 б. башында Башҡортостанда 3 быяла пр‑тиеһы...

БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР

БЫЯЛА-СҮС МАТЕРИАЛДАР, химик быяла сүстәр (ҡара: Химик сүстәр) нигеҙендә эшләнгән материалдар. Өҙлөкһөҙ (оҙонлоғо 20 км һәм унан да ашыу, диам. 3—100 мкм булған ептәр), штапель (1—50 см, 0,1—20 мкм); диам. б‑са — үтә нәҙек (1 мкм кәмерәк), супернәҙек (1—3), нәҙек (4—12), ҡалынайтылған (12—25), ҡалын...

БЭНЕРДЖИ Санджой

БЭНЕРДЖИ Санджой (13.11.1943, Калькутта ҡ., Һиндостан), химик-технолог, инженер-механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Фән д‑ры (1968), проф. (1976). Һиндостан технология ин‑тын тамамлаған (Кхарагпур ҡ., 1965). 1968 й. алып Канадала Атом энергияһы ком‑тында (Пинава ҡ.) ғәмәли фәндәр секцияһы дир.,...

БЮДЖЕТ

БЮДЖЕТ (ингл. budget), д ә ү л ә т  б ю д ж е т ы, дәүләттең ағымдағы йылға закон көсөндәге финанс планы. 2 статьялар төркөмөнән тора: дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары ҡарамағына килеп торған аҡсанан (Б. килемдәре), дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының сығым йөкләмәләрен финанстар...

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР, бюджеттан тыш булдырылған һәм маҡсатлы тәғәйенләнешле аҡса фондтары. Дәүләттең финанс системаһыныңбер өлөшө. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары б‑са закон м‑н билдәләнгән түләүҙәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең ирекле түләмдәре һ.б. иҫәбенә граждандарҙың һәм дөйөм...