Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХОҘАЙБӘНДӘ, Ейәнсура р-нындағы ауыл

ХОҘАЙБӘНДӘ, А ҡ ҡ о н д о ҙ, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. Т.-Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 283 кеше; 1920 — 270; 1939 — 336; 1959 — 159; 1989 — 94; 2002 —105; 2010 —112...

ХОҘАЙБИРҘИН Ш.Ә. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, филиал

ХОҘАЙБИРҘИН Ш.Ә. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. ойошторола. 2000 й. экспозицияһы асыла. Музей фондында 620-нән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың портреты (рәссамы Ғ.С.Мостафин), Т.Ш.Хоҙай­бирҙинаның һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙың шәхси әйберҙәре,...

ХОҘАЙБИРҘИН Ш.Ә. МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р-нында

ХОҘАЙБИРҘИН Ш.Ә. МУЗЕЙЫ. Күгәрсен р-ны Хоҙайбирҙин а. урынлашҡан. 1977 й. мәктәп музейы нигеҙендә ойошторола, 1990—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 2000-дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың (өҫтәл, шкаф, креслолар, телефон аппараты, яҙыу өсөн ҡаралар йыйылмаһы, самауыр һ.б.)...

ХОҘАЙБИРҘИН Шәһит Әхмәт улы

ХОҘАЙБИРҘИН Шәһит Әхмәт улы (9.10.1896, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бесәнсе а., хәҙ. БР-ҙың Күгәрсен р-ны Хоҙайбирҙин а., — 21.12.1924, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1917 й. алып һул эсерҙар партияһы, 1918 й. башлап РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында...

ХОҘАЙБИРҘИН, Күгәрсен р-нындағы ауыл

ХОҘАЙБИРҘИН, Б е с ә н с е, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Ялсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.-Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 450 кеше; 1920—649;1939 — 558; 1959 — 501; 1989 —396; 2002 — 388; 2010 — 378 кеше....

ХОҘАЙБИРҘИНА Тамара Шәһит ҡыҙы

ХОҘАЙБИРҘИНА Тамара Шәһит ҡыҙы (10.8.1923, Өфө — 27.4.1998, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1953) атҡ. артисы. Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндең ҡыҙы. Ленинград хореография уч-щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы М.Ф.Романова) 1964 й. тиклем БДОБТ-ның балет солисы, бер үк ваҡытта 1960—71...

ХОҘАЙҒОЛОВА Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы

ХОҘАЙҒОЛОВА Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (12.10.1942, БАССР-ҙың Дәүләкән р-ны Дүртөйлө а.), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1967). Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлағандан һуң (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) 1972 й. тиклем һәм 1974 й. алып Сибай драма театры актрисаһы. Сибай...

ХОҘАЯРОВ Ғәли, шағир

ХОҘАЯРОВ Ғәли [ысын исеме Ҡоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы; 20.9.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР-ҙың Саҡмағош р-ны) – 9.3.1966, Өфө], шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1907– 12), Өфө халыҡ мәғарифы ин-тында (1918–19) уҡыған, пед. курстарҙы тамамлаған (1918). 1919– 20 йй. “Шәреҡ ярлылары” гәз (Өфө)....

ХОЗИКОВ Юрий Юрьевич

ХОЗИКОВ Юрий Юрьевич (28.7. 1936,Мәскәү — 24.1.2011, Калуга ҡ.), тренер. Фехтование б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1967) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1962). СССР-ҙың физик культура һәм спорт отличнигы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). Смоленск физик культура ин-тын тамамлаған (1962). “Спартак”...

ХОҠУҠ

ХОҠУҠ, халыҡ власы тарафынан раҫланған һәм хоҡуҡи мәжбүр ителгән һәр кемгә мотлаҡ булған дөйөм нормалар системаһы (тәртип ҡағиҙәләре). Яҙма (статутлы, прецедент) һәм яҙма булмаған (йола хоҡуғы), донъяуи һәм дини, милли һәм халыҡ-ара, халыҡ һәм шәхси Х. бүленә. Хоҡуҡ билдәләре: дөйөм мәжбүрилек, нормативлыҡ,...

ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ

ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ, 1949 й. Өфөлә Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин-тының филиалы булараҡ асыла, 1963 й. алып Свердловск юридик ин-тының Өфө ф-ты, 1972 й. — Башҡорт дәүләт университетының юридик ф-ты, 1999 й. — БДУ-ның Хоҡуҡ ин-ты. 11 каф., ғилми-мәғлүмәт үҙәге, редакция-нәшриәт бүлеге һ.б. бар. БР...

ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ

ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ, дәүләт органдары, төп функциялары —законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен, кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш. Х.һ.о. судтар, Прокуратура, дәүләт именлеге органдары, эске эштәр, наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу, таможня контроле, һалым (ҡара: Һалым...

ХОЛДИНГ

ХОЛДИНГ, ике йәки унан да күберәк юридик шәхестең берләшмәһе, унда баш компания хоҡуғы нигеҙендә бер ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусылар эшмәкәрлегенә идара итә. Бүлендек ойошмаларҙы контролдә тотоу уларҙың устав капиталында өҫтөнлөклө ҡатнашыу һәм ҡануниәткә ярашлы хужалыҡ эшмәкәрлеген билдәләү ярҙамында...

ХОЛЕЦИСТИТ

ХОЛЕЦИСТИТ (гр. cholḗ – үт һәм kýstis – ҡыуыҡ), үт ҡыуығының шешеүе. Х. киҫкен (катараль, обструктив, флегмоноз һ.б.) һәм хроник (калькулёз, ташһыҙ һ.б.); беренсел һәм икенсел төрҙәргә бүленә. Х. башланыуына үт ташы ауырыуы, үттең тулышыуы, ҡайһы бер инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар (вируслы гепатит,...

ХОЛМОГОР ТОҠОМО

ХОЛМОГОР ТОҠОМО, һыйыр малының һөт йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: үҙәк һәм төньяҡ. 18 б. Архангел губ. Холмогор һәм Архангел өйәҙҙәрендә урындағы малды уңайлы ашатыу шарттарында һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Мал һаны б-са Рәсәйҙә һөт һәм һөт-ит тоҡомдары араһында 3-сө урында тора. Бестужев...

ХОЛМОГОР, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл

ХОЛМОГОР, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Шәбағыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 241 кеше; 1920 — 331; 1939 — 468; 1959 — 328; 1989 — 122; 2002 — 130; 2010 — 121 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ХОЛОДКОВСКИЙ Николай Аполлонович

ХОЛОДКОВСКИЙ Николай Аполлонович (31.7.1873 — ?), дәүләт эшмәкәре. Надворный советник (1911). Дворяндарҙан. Паж корпусын тамамлаған (С.-Петербург). 1892 й. алып император һарайы пажы, 1893 й. башлап камер-юнкер, һуңыраҡ 3-сө Драгун-Сумы полкы корнеты. 1906 й. алып Ырымбур өйәҙенең 4-се участкаһында...

ХОЛОДНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл

ХОЛОДНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Шәбағыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 280 кеше; 1959 — 335; 1989 — 347; 2002 — 364; 2010 — 317 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ХОЛОҠ ТӨҘӘТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ХОЛОҠ ТӨҘӘТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, РФ енәйәт-башҡарыу системаһында иректән мәхрүм итеү рәүешендә язалауҙы башҡарған учреждениелар. Х.т.у. дөйөм, ҡаты һәм махсус режимдарҙағы холоҡ төҙәтеү колониялары, тәрбиә биреү колониялары, дөйөм, ҡаты режимдарҙағы төрмәләр, дауалау-иҫкәртеү һәм дауалау-холоҡ төҙәтеү...

ХОЛОПОВ Анатолий Александрович

ХОЛОПОВ Анатолий Александрович (24.2.1943, Өфө), график. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1981). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). И.Д. Шадр ис. Свердловск художество уч-щеһын тамамла­ғандан һуң (1963) 1989 й. тиклем Башҡ-н ижади-производство комб-ты рәссамы. 1989—91 йй. БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 2004...