Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАДИР ҒӘЛИ

ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир ‑ Ғәлибәк Жалайырлы (16 б. уртаһы – 17 б. башы), яҙыусы. Жалайыр ҡәбиләһенән. 16 б. 70—80-се йй. Себер ханлығында карачибәк булған. Ермакка ҡаршы һуғышҡан. 1587 й. урыҫтарға әсиргә төшә. 1600—10 йй. Ҡасим ханы Ураҙ-Мөхәммәт хан һарайында бәк була. “Жәмиғәт‑тәуарих” (“Йылъяҙмалар йыйынтығы”;...

ҠАРАМЫШ Таңһылыу

ҠАРАМЫШ Таңһылыу (ысын исеме Мәхмүтова Таңһылыу Фаяз ҡыҙы; 3.3.1948, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Ҡарамышевтар нәҫеленән. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны (1971), КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Партия, совет һәм идеология кадрҙарының...

ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних

ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних (ысын исеме Ғәбдессәләмов Әбелмәних Әбделфәиз улы; 1782, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — яҡынса 1833, шунда уҡ), суфый шағир. Ахун ғаиләһенән. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә, Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен...

ҠАСИДӘ

ҠАСИДӘ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ‑Көнбайыш Азия халыҡтары шиғриәтенең моноримик жанры. Маҡтау рәүешендә яҙыла; ш. уҡ сатирик, элегик һәм дини Ҡ. була. 20—200 бәйеттән (ике юллыҡтарҙан) тора. Ҡ. рифма схемаһы: аа, ба, ва, га... Композицияһы: лирик инеш (насиб) – тәбиғәтте, тирә‑яҡты тасуирлау;...

ҠӘРИПОВ Кәшфи

ҠӘРИПОВ Кәшфи (Кәшфеласрар Мәғҙәннур улы) [1892, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байталлы а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1918, Бөрө ҡ.], башҡ. шағиры. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1915) шунда уҡ уҡыта, “Тормош”, “Алға” гәз. эшләй. 1910—13 йй. “Нур” гәз. (С.‑ Петербург), “Аҡмулла” ж. тәүге шиғырҙарын...

ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы

ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары,...

ҠИТҒА, моноримик форма жанры

ҠИТҒА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең моноримик форма жанры; фәлс. йәки дидактик характерҙағы ҡыҫҡа шиғыр. 1 йәки унан да күберәк бәйеттән тора. Көнсығыш әҙәбиәтендә Ҡ. өлгөләрен Науаи, Низами, Рудаки һ.б. ижад итә. Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡ. формаһына 19—20 бб. баштарында Аҡмулла,...

ҠОЛ ҒӘЛИ

ҠОЛ ҒӘЛИ (12—13 бб.), шағир. “Ҡисса-и Йософ” әҫәренең авторы. Ҡ.Ғ. тормошо т‑да мәғлүмәттәр аҙ һаҡланған. Уның нәҫел‑нәсәбен Т.Ялсығол үҙенең “Тарихнамә-и Болғар” (ҡара: “Тәуарихи Болғарийа”) хеҙмәтендә башҡорттарҙың әйле ырыуына бәйләй. Хеҙмәттә бирелгән мәғлүмәттәргә таянып, татар ғалимы Х.Мөхәмәтов...

ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил

ҠОЛ‑ДӘҮЛӘТ Рәмил (ысын исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы; 30.5.1958, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. – 12.1.1998, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, драматург. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1981 й. алып Бөрйән район мәҙәниәт һарайында эшләй, 1988 й. башлап — “Китап”...

ҠОЛМОЙ Яҡуп Хәйрулла улы

ҠОЛМОЙ (Ҡолмөхәмәтов) Яҡуп Хәйрулла улы [7.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 11.10.1994, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары...

ҠОТБ, төрки шағиры

ҠОТБ (13 б. аҙ. – 14 б. уртаһы), төрки шағиры. Ҡ. т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Ҡ. биографияһының ҡайһы бер факттары уның “Хөсрәү вә Ширин” әҫәрендә бирелгән. Әҫәрҙән күренеүенсә, 14 б. 30—40‑сы йй. Ҡ. Алтын Урҙа ханы Үзбәк һәм уның улы Тәнибәктең һарайы эргәһендә йәшәгән (?—1342). Әҙәб.:...

ҠОТИП Зиннәт Ҡотип улы

ҠОТИП (Ҡотипов) Зиннәт Ҡотип улы [1918, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Арый а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – 6.7.1944], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Дәүләкән пед. уч‑щеһында уҡыта. Фронтта һәләк була. Тәүге әҫәрҙәре 30‑сы йй....

ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы

ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20.8.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ялсыҡай а.), шағирә, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1989) ағзаһы. М.С.Хисамованың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1969—70 йй. “Путь Ильича” (“Ильич юлы”, ҡара: “Кумертауское...

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди (1763, Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Хоҙайбирҙин а., — 1849, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны), башҡ. суфый шағиры. Тархан нәҫеленән. Ырымбур губ. Дүсмәт а. Ҡотлоәхмәт бин Заһит мәҙрәсәһендә...

ҠУНАҠБАЙ Хөсәйен Әхмәтйән улы

ҠУНАҠБАЙ (Ҡунаҡбаев) Хөсәйен Әхмәтйән улы [12.2.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурғәле а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., — 15.2. 1943, Курск өлк. Ольховатка а. янында], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1932—36). 1929...

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сәфиулла улы

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сафиулла улы (22.11.1946, БАССР‑ҙың Ғафури районы Сәйетбаба а.), әҙәбиәт белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ

ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ, Ҡараҡыпсаҡ И. [ысын исеме Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы; 1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сапыҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тын тамамлаған (1919)....

ҠЫУАТОВ Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы

ҠЫУАТОВ Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., — 1937, Өфө), мәғрифәтсе. Ҡыуатовтар нәҫеленән. Ырымбур гимназияһын һәм Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған. 10‑дан ашыу донъяуи милли мәктәп, ш. иҫ. Сермән (1891—94 йй. дир.) һәм Ейәнсура...