Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ

ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарайҙар. Дүртөйлө р‑ны Ҡаҙаҡлар а. эргәһендә Яубазы й. уң ярында урынлашҡандар. 3 ҡаласыҡ табылған. Ҡ.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1980 й. В.А.Иванов һәм...

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—9 бб. ҡарай. Башҡортостанда Ҡ.э.м. ҡомартҡылары Кама й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. басс. тупланған (Кәкрекүл торамаһы, Иҫке Ҡабан торамаһы II һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Күп камералы, ағас бағаналы конструкциялы һәм...

ҠАЛАСЫҠ, нығытылған торама

ҠАЛАСЫҠ, археологик ҡомартҡы, нығытылған торама. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡараған 200‑гә яҡын Ҡ. табылған. Иң боронғо Ҡ. б.э.т. 8—7 бб. ҡарай (Бөрө ҡаласығы, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Ҡабан ҡаласығы...

ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 4—5 бб. ҡарай. Борай р‑ны Ҡаратамаҡ а. көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. һул ярында урынлашҡан. 1958 й. ер эштәре башҡарған саҡта урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й. С.М.Васюткин, 1988 й. Б.Б.Агеев...

ҠАРҒАЛЫ

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын...

ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР

ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР, мәмерйә стеналарына һәм түшәмдәренә, асыҡ ҡая өҫтәренә һәм айырым таштарға төшөрөлгән һүрәттәр рәүешендәге археологик ҡомартҡылар. Башҡарыу техникаһы б‑са Ҡ.т.һ. яҙыуҙарға (буяу пигменты м‑н эшләнгән), петроглифтарға (ташҡа соҡоп төшөрөлгән) һәм барельефтарға айырып йөрөтөлә. Башҡортостан...

ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ

ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ, неолит — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — б.э. 3 б. ҡарай. Дыуан р‑ны Ҡәҙер а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1987 й. А.И.Лебедев, 1990 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Күп...

ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ

ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ, б.э.т. 7 б. — б.э. 1 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. 1869 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны) эргәһендә Ҡуғанаҡ й. уң ярында урындағы халыҡ тарафынан табылып, Өфө губерна музейына (ҡара: Милли музей) тапшырыла. 1904 й. Н.И.Булычёв, 1948 й. Б.А.Коишевский, 1952...

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I, тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Сибай ҡ. көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта, Ҡушалыҡыуаҡ шишмәһе (Төйәләҫ й. басс.) сығанағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. 2003 й. Ирәндек археология һәм этнография...

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 2—1 бб. ҡарай. Илеш р‑ны Ҡыпсаҡ а. янында Сөн й. уң ярында урынлашҡан. Комплексҡа ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Ҡыпсаҡ ҡаласығы ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 60‑сы йй. В.Ф.Генинг тарафынан...