Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Баймаҡ р‑ны сиктәрендә Оло Урғаҙа й. (уға Бүреле й. ҡойған урынға тиклем) басс. урынлашҡан таш быуат — һуң тимер быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Ирәндек һыртының көньяҡ осондағы тау итәктәрендәге далаларҙы биләй. Майҙаны — яҡынса 150 км2. Б.а.м. таш эшкәртеү...

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө, Мәләүез р‑ны сиктәрендә Ағиҙел й. (уға Нөгөш й. ҡойған урынға тиклем) уң ярында урынлашҡан. Иҫке үҙән күлдәре м‑н бергә һыубаҫар туғайҙы һәм унан өҫтәге киртләстәрҙе биләй. Б.а.м. торамалар, торалар һәм ҡәберлектәр инә....

БОРОНҒО ВЕНГРҘАР

БОРОНҒО ВЕНГРҘАР, фин‑уғыр ҡәбиләләре берләшмәһе. 12—13 бб. Көнбайыш Европа авторҙары Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һ.б. хеҙмәттәрендә телгә алына. Күп кенә ғалимдар фекеренсә, Көньяҡ Урал Б.в. тарихи тыуған иле була (ҡара: Бөйөк Венгрия). В.А.Иванов б‑са, Б.в. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Урал аръяғының...

БРОНЗА БЫУАТЫ

БРОНЗА БЫУАТЫ, баҡыр металлургияһынан еңел иреүсәнлеге (700—900°C), яҡшы ҡойолоусанлығы, тутығыуға сыҙамлылығы, механик һәм технологик үҙенсәлектәре м‑н айырылып торған бронзаны (баҡырҙың мышаяҡ, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш һәм һөрмә м‑н иретмәһе) файҙаланыуға күсеү м‑н билдәләнеүсе тарихи-мәҙәни дәүер. 3 осорға...

БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ

БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ, таш быуат археологик ҡомартҡылары. Салауат р‑ны Яхъя а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Йүрүҙән й. һул ярында, йылға кимәленән 15—20 м бейеклектә, асыҡ ҡая (бейеклеге 300 м) уртаһында урынлашҡан. Бурановка тораһы — ауыҙы төньяҡ-көн‑ сығышҡа ҡараған коридор (яҡынса 35 м) тибындағы...