Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИВАНОВ Владимир Александрович

ИВАНОВ Владимир Александрович (28.4.1950, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Иглин р‑ны мәктәптәрендә, 1975 й. Куйбышев пед. ин‑тында, 1976 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй (1991 й....

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Хәйбулла р‑ны Ивановка а. янында Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тарафынан тасуирлана, 1974 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. А.Х.Пшеничнюк) тарафынан өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам....

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович (7.9.1818, Мәскәү губ. — 2.1.1886, Ырымбур ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Лазарев шәреҡ телдәре ин‑тын (Мәскәү), Париж консерваторияһын тамамлаған. 1837 й. алып Мәскәү, Тверь һәм Новгород губ., 1858 й. — Ырымбур губернаһының, 1865—77 йй. һәм 1880 й. башлап Өфө губернаһының...

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ, палеолиттың археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. һул ярында урынлашҡан. 2 яҙма (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) табылған. И.я.I Иҙрис мәмерйәһенә ингән урында ҡая киртләсендә урынлашҡан. 1934 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла,...

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. 2‑се сирегенә ҡарай. Ырымбур өлк. Изобильный а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 м алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1993 й. М.А.Турецкий тарафынан өйрәнелә. Кәшәнә бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролманан ғибәрәт...

ИЛМЫРҘА МӘҘӘНИӘТЕ

ИЛМЫРҘА МӘҘӘНИӘТЕ, Урал алды мәҙәниәте, Урал буйы мәҙәниәте, мезолиттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 9—6 бб. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Илмырҙа а. янындағы тора исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. урта ағымында (Дәүләкән, Романовка торамалары, Сөн торалары һ.б.) тупланған....

ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ

ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ, 7—12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Ғафури р‑ны Имәндәш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов һәм Х.В.Йосопов тарафынан асылып өйрәнелә, 1963 й., 1968 й. Г.И.Матвеева, 1989 й. Мәжитов һәм Ә.Н.Солтанова тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ...

ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ

ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә Урта быуат археологик мәҙәниәте. 5—9 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Имәнкиҫкә а. янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡ‑н терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм уның ҡушылдығы Ыҡ й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. урта ағымында (Кушнаренко ҡәберлеге, Романовка торамалары һ.б.) тупланған....

ИҪКЕ ҠАБАН ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ ҠАБАН ҠӘБЕРЛЕГЕ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. 3—5 бб. ҡарай. Ағиҙел ҡ. эсендә Ағиҙел й. иҫке үҙәненең уң яры морононда урынлашҡан. 1959 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла, 1967—70 йй. С.М.Васюткин өйрәнә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. 155 ҡәбер өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары рәт‑рәт булып...

ИҪКЕ ҠАБАН ТОРАМАҺЫ II

ИҪКЕ ҠАБАН ТОРАМАҺЫ II, бронза быуаттың археологик ҡомартҡыһы. Ағиҙел ҡ. эсендә урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1960 й. А.В.Збруева, Б.Г.Тихонов, 1968—69 йй. В.С.Стоколос, 1981—82 йй. М.Ф.Обыдённов, 1982 й. В.С.Горбунов өйрәнә. Яҡынса 940 м2 майҙан асыла. Тура мөйөшлө ярым ер өй (13,5×6 м)...

ИҪКЕ ҠАЛМАШ ҠАЛАСЫҒЫ

ИҪКЕ ҠАЛМАШ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡала-Тау, иртә Урта быуат археологик ҡомартҡыһы. 7—9 бб. ҡарай. Саҡмағош р‑ны Болғар а. янында Ҡалмаш й. ярының бейек морононда урынлашҡан. 1926 й. В.Х.Вахрушев тарафынан асыла, 1963 й. Н.А.Мәжитов, 1964 й. Г.И.Матвеева, 1993 й. В.В.Овсянников, 2002 й. И.М.Аҡбулатов өйрәнә. 1000 м2...

ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ ҠУРҒАНДАРЫ

ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә Ағиҙел й. һул ярында ҡалҡыу урында урынлашҡан. 1934 й. П.Д.Дмитриев һәм К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1957—60 йй. М.Х.Садиҡова тикшерә....

ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Илеш р‑ны Иҫке Ҡырғыҙ а. көнсығыш ситендә Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) уң ярының бейек морононда урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1972 й. С.М.Васюткин, 1989 й. Ф.А.Сөнәғәтов тикшерә....

ИҪКЕ МОШТО ҠАЛАСЫҒЫ

ИҪКЕ МОШТО ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡыҙҡала тауы, Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а. көньяҡҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта ҡалдыҡ тау түбәһендә урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1982 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Ҡаласыҡ 2 рәт ярым...

ИҪКЕ МОШТО ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ МОШТО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—4 бб. ҡарай. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры киртләсендә урынлашҡан. 1982 й. асыла, 1988—91 йй. Г.Н. Гарустович, 2002 й. Ф.А.Сөнәғәтов тарафынан өйрәнелә. Ҡатнаш ҡәберлектәргә ҡарай....

ИҪКЕ МУСА ҠУРҒАНДАРЫ

ИҪКЕ МУСА ҠУРҒАНДАРЫ, 10—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Мусса а. төньяҡ-көнбайыш ситендә урынлашҡан. 1957—58 йй. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам. 7— 11 м, бейеклеге 0,5—0,8 м) тора, уларҙың һәр береһендә...

ИҪКЕ НУҒАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ НУҒАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 4—3 мең йыллыҡтар археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Йәнйегет а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры морононда урынлашҡан. Иҫке Нуғай а. (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. В.С.Стоколос тарафынан 1969 й. асыла һәм 1970 й. өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә...

ИҪКЕ НУҒАЙ ТОРАЛАРЫ

ИҪКЕ НУҒАЙ ТОРАЛАРЫ, Ҡормантау мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Йәнйегет а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4—4,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры морононда урынлашҡан. Иҫке Нуғай а. (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1969 й. В.С.Стоколос...

ИҪКЕ ХӘЛИЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ИҪКЕ ХӘЛИЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 10—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а. төньяҡ ситендә Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 12 ҡурғандан (диам. 5—16 м, бейеклеге 0,2—1,0 м) тора, 8‑е өйрәнелгән. Мәйеттәр 0,3—1,3 м тәрәнлектәге...

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I, Иткүл мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 7—6 бб. ҡарай. Силәбе өлк. Дауыт а. янындағы Иткүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асыла, 1953 й. Н.П.Кипарисова, 1954 й. К.В.Сальников тарафынан өйрәнелә. Ҡаласыҡ (майҙаны 2 мең м2) ур һәм соҡор м‑н һаҡланған....