Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САРУА ҠАЛАСЫҒЫ

САРУА ҠАЛАСЫҒЫ, иртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Бөрө р‑ны Саруа а. көньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта убалы теҙмә армытында урынлашҡан. 1959 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1988 й. Б.Б.Агеев, 1990 й. Т.И.Останина тикшерә. Ҡаласыҡ ялан яғынан ур (оҙонлоғо 120...

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ, һуң неолит— энеолит дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡылар. Краснокама р‑ны Сауыҙ а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Сауыҙ күле буйында урынлашҡандар. 1954 й. И.К.Голунова һәм В.И.Забелина тарафынан асыла, 1955—56 йй. О.Н.Бадер, 1962—63 йй. Г.Н.Матюшин, 1980—81 йй. А.А.Выборнов, Г.Т.Обыдённова,...

СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ

СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов, 1983 й. Б.Б.Агеев һәм В.Н.Васильев, 1989 й....

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Прохоровка (иртә Сармат) мәҙәниәте (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡылары. С.ҡ.I б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Сибай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡандар. 1965 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1995—96 йй. В.Н.Васильев тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—20...

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе ҡ. 15 км алыҫлыҡта Синеглазов күленең көньяҡ‑көнбайыш ярында урынлашҡан. С.А.Гатцук һәм Н.К.Минко тарафынан 1906 й. асыла һәм 1908—09 йй. өйрәнелә, 1959 й. В.С.Стоколос тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—15 м, бейеклеге 0,5 м) ҡәберлектәргә...

СӨН ТОРАЛАРЫ

СӨН ТОРАЛАРЫ, б.э.т. 10‑сы мең йыллыҡ уртаһы — 7‑се мең йыллыҡ аҙ. археологик ҡомартҡыһы. А.В.Коновалов тарафынан асыла, 1965— 67 йй. Г.Н.Матюшин өйрәнә. С.т.I Баҡалы р‑ны Холодный Ключ а. көньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Сөн й. уң ярындағы киртләстә урынлашҡан. 20 м2 ер ҡаҙылған. Таш эш ҡоралдары табылған....

СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ

СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ, мезолит– энеолит осоро археологик ҡомартҡылары. Әбйәлил р‑ны Һамар а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1–1,5 км алыҫлыҡта Суртанды күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә. С.т.II энеолит осорона ҡарай (төньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1967 й. тикшерелә. 24...

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сыртлан а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. М.Ф.Обыдённов тарафынан 1976 й. асыла һәм 1977 й., 1982 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 14 ҡурғандан (диам. 14–16 м, бейеклеге...