Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СҮКЕҮ

СҮКЕҮ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүҙең бер төрө. Сүкегәндә ҡыҙҙырылған әҙерләмәгә инструмент м‑н күп тапҡыр һуғалар, һөҙөмтәлә ул кәрәкле форма һәм үлсәмдәрҙе ала. Сүкеү инструменттары: һуҡҡыс, балта, тишкес, разгонка, ҡыҫҡыс һ.б. Машина м‑н һәм нәфис С. (ҡулдан С.) айырыла. С. технологик процесы...

СҮСЛЕ-ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ

СҮСЛЕ‑ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ, мәғлүмәт сигналдары кварцлы сүс яҡтылыҡ йөрөткөстәр (оптик сүстәр) буйлап тапшырылған оптик элемтә линиялары. Элемтә системаларында, кабель телевидениеһында, транспортта, производство процестарын автоматлаштырыу һ.б. өсөн файҙаланыла. Респ. 20 б. 80‑се йй. башлап оптик яҡтылыҡ...

СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС

СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС, ваҡыт берәмеге эсендә прибор аша аҡҡан мөхиттең күләмен йәки ауырлығын үлсәү приборы. Шыйыҡсаларҙы, парҙы йәки газды етештергәндә, ебәргәндә, ҡулланғанда һәм һаҡлағанда уларҙы иҫәпләү һәм контролдә тотоу, ш. уҡ автоматлаштырылған контроль һәм көйләү системаларындағы технологик һәм йылылыҡ‑энергетика...

СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР

СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР, үтеүе ҡыйын урында йөк ташыу һәм тартыу функцияларын башҡарған техника төрө. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са махсус С.т.м. (хәрби десант машиналары, хәрби пехота машиналары, бронетранспортёрҙар, танкылар), транспортёр‑тартҡыстарға һәм төрлө маҡсат м‑н файҙаланылған транспортёрҙарға...

СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ

СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ, мәғлүмәт сымдар буйлап электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында тапшырылған электр элемтәһе төрө. Элемтә кабелдәренең баҡыр сымдары (атмосфера тәьҫиренә әҙерәк бирешә), һирәгерәк баҡыр йәки биметалл сымдар (үткәреүсәнлеге насар) аша булдырыла. Алыҫ аралығы (ҡала‑ара; кабелдәр ер аҫтында 0,9–1,2...