Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ

ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ, технологик процестарҙың бөтәһе лә йәки күпселеге хәрәкәт итеүсе һыу ағымы энергияһы иҫәбенә башҡарылған механизация ысулы. Г. өсөн гидромониторҙар, насостар, ер ҡаҙыу машиналары һ.б. ҡорамалдар файҙаланыла. Г. төп технологик процестарына тупраҡ һәм тау тоҡомдарын ҡаҙып алыу, һыу ҡатышмаһын...

ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР

ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР, һыу ресурстарын файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һыу стихияһының һәләкәтле йоғонтоһонан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары. Дөйөм тәғәйенләнешле Г.ҡ.: һыуҙы үткәрмәй, тотоп тороусы (плотиналар, дамбалар һ.б.), һыу үткәреүсе (каналдар, гидротехник туннелдәр һ.б.), көйләүсе...

ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, бүлендек сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Г.т. ысын коэффициентлы 1‑се тәртип тигеҙләмәләре һәм 2‑се тәртип тигеҙләмәләренең ҡайһы бер типтары (тулҡын тибы, мәҫ., ҡыл тирбәлеүе тигеҙләмәһе) инә. Төрлө тәбиғәтле тулҡын күренештәрен тасуирлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Г.т....

ГИРОСКОП

ГИРОСКОП (гр. gyreuo – әйләнәм, өйөрөләм һәм skopeo – ҡарайым, күҙәтәм), симметрия күсәре тирәһендә шәп әйләнеүсе, әйләнеү күсәре арауыҡта үҙенең йүнәлешен үҙгәртә алған ҙур массалы ҡаты есем. Әйләнеү күсәренең иреклеге 2 һәм 3 дәрәжәле, механик йәки шыйыҡлыҡлы роторлы, вибрацион, микромеханик, лазер,...

ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы

ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы (13.6.1954, Омск ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2005). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй. 1983 й. алып өлк. ғилми хеҙм‑р, 1987 й. — ИПТЭР‑ҙа лаб. мөдире. 1993 й. алып “Поиск” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Өфө технология б‑са дир., бер үк ваҡытта 2005 й. алып ӨДАТУ-ла...

ГОЛИЧЕВ Иосиф Иосифович

ГОЛИЧЕВ Иосиф Иосифович (18.10.1941, БАССР-ҙың Благовещен ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1996). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин-тында (1997 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р); бер үк ваҡытта 1971—74 йй. — БДУ, 1978—83 йй. һәм 1994 й. –...

ГОЛОВАНОВА Инесса Владимировна

ГОЛОВАНОВА Инесса Владимировна (14.7.1950, Өфө), геофизик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 1978 й. тиклем һәм 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. 1980 й. алып Геология ин‑тында: 1992 й. алып — өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1996 й. алып...

ГОЛУБЧИК Игорь Захарович

ГОЛУБЧИК Игорь Захарович (10.2.1951, Бобруйск ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2011). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) БДПУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләрҙәге ҡулсалар һәм Ли алгебралары ҡушымталары өҫтөндәге һыҙыҡлы төркөмдәр...

ГОНЧАРОВ Борис Васильевич

ГОНЧАРОВ Борис Васильевич (13.10.1926, Смоленск губ. Слобода а. — 22.6.2014, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д-ры (1970), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1986), БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1976). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары электр-механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1951)...

ГОРБАТКОВ Станислав Анатольевич

ГОРБАТКОВ Станислав Анатольевич (27.7.1937, Украина ССР‑ы Артемьевск ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ уҡыта. 1968—99 йй. ӨДАТУ‑ла (1991—93 йй....

ГОРЮНОВ Иван Михайлович

ГОРЮНОВ Иван Михайлович (18.1.1952, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1974) ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1978 й. алып ӨДАТУ-ла. Фәнни эшмәкәрлеге авиация һәм двигателдәр төҙөүҙәге проект-конструкторлыҡ эштәрен автоматлаштырыуға арналған....

ГОТМАН Альфред Леонидович

ГОТМАН Альфред Леонидович (2.10.1947, Томск ҡ.), инженер-төҙөүсе.  Техн. ф. д-ры (1995), проф. (2008). БР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1997), РФ-тың почётлы төҙөүсеһе (2007). ӨНИ-не тамамлаған (1976). 1972 й. алып  БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй:...

ГОТМАН Наталья Залмановна

ГОТМАН Наталья Залмановна (19.6.1954, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 1994 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2004 й. — лаб. мөдире,...

ГОЦ Сергей Степанович

ГОЦ Сергей Степанович (9.3.1954, Бәләбәй ҡ.), радиофизик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1984—88 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар физикаһы, статик радиофизика, сигналдарҙы...

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР, структураһы һәм үҙенсәлектәре өҫкө йөҙөнән тәрәнгә маҡсатҡа йүнәлешле үҙгәртелгән материалдар. Материалдарҙа (ҡороста, металл иретмәләрендә һ.б.) градиент структуралар пластик деформация, материалдарҙы термик ысул менән эшкәртеү юлы м‑н һәм уларҙы төрлө эҙмә-эҙлелектә ҡулланып...

ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ

ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ, математиканың мәғлүмәт моделдәренең һәм идара итеү системаларының структураһын һәм геом. үҙенсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге. Төп төшөнсә — граф — түбәләр һәм ҡабырғалар күмәклеге м‑н бирелә һәм хәҙ. тәбиғәт белеменең, теоретик программалаштырыуҙың, мәғлүмәт системаларын анализлауҙың төрлө...

ГРЕШНОВ Владимир Михайлович

ГРЕШНОВ Владимир Михайлович (14.11.1949, Ишембай ҡ.), инженер-механик. Физика-матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1988—2003 йй. металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

ГРИБАНОВ Евгений Никитич

ГРИБАНОВ Евгений Никитич (21.6.1895, Омск ҡ. — 20.3.1941, Өфө), физик. Проф. (1932). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1918) Красноярск ҡ. эшләй. 1923 й. башлап Өфөлә: К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1934—39 йй. физика‑матем. ф‑ты деканы), бер үк ваҡытта Өфө физика ин‑тында һәм БДМИ‑ла (1932 й. алып...

ГУБИН Виктор Евдокимович

ГУБИН Виктор Евдокимович (17.3.1919, Амур өлк. Александровское а. – 3.9.1996, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1973), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте  отличнигы (1969). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлаған (1948). 1952—96 йй. (өҙөклөк...

ГУСЕВ Владимир Георгиевич

ГУСЕВ Владимир Георгиевич (30.12.1942, Өфө ҡ. — 22.7.2017, шунда уҡ), инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ (1991—2008 йй....