Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС, объектҡа тиклем араны контактһыҙ (уға теймәйенсә тороп) билдәләү өсөн ҡоролма. Эшләү принцибына ҡарап оптик (алыҫлыҡты үлсәү билдәле булған нигеҙе һәм уға ҡаршы ятҡан мөйөшө б‑са тура мөйөшлө өсмөйөштө сығарыуға ҡайтып ҡала); акустик, радиотулҡынлы, электрооптик (ебәрелгән һәм, объекттан...

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ, баҡыр, магний, цинк, кремний, марганец, литий һ.б. легирлау элементтары ҡушылған алюмин нигеҙендәге иретмәләр. Эшкәртеү алымдарына ҡарап деформацияланыусан һәм ҡойоу А.и. айыралар. 20 б. 60—90‑сы йй. Авиация техник университетында һәм махсуслаштырылған “Тантал” конструкторлыҡ-технологик...

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, галактика

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, Андромеда йондоҙлоғондағы ҙур спираль галактика (NGC 224; M31). Диам. — яҡынса 200 мең яҡтылыҡ йылы. Ҡош юлына иң яҡын тышҡы галактика, Ерҙән 2 млн. яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. БР терр‑яһында Андромеданан саҡ ҡына юғарыраҡ тоноҡ томанлы тап булып йыл әйләнәһенә күренә....

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө йүнәлештәрҙә бер төрлө булмаған материалдар. А.м. кристалдар, магнит үҙенсәлекле һәм утҡа сыҙамлы иретмә һәм ҡорос әҙерләмәләре (табаҡ, сым, ҡойолмалар), ҡайһы бер тәбиғи сығышлы кристалл булмаған матдәләр (мәҫ., үҙағас), сүсле композициялы...

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын...

АППРОКСИМАЦИЯ

АППРОКСИМАЦИЯ (лат. approximo — яҡынлашам), бер матем. объекттарҙы икенселәре аша яҡынса күрһәтеү. Бер төр объекттарҙы (һандарҙы йәки функцияларҙы) теге йәки был яғынан тәүгеләренә яҡын булған, ләкин уларҙан ябайыраҡ һәм иҫәпләп сығарыуы еңелерәк булған икенселәре м‑н (мәҫ., кәкре һыҙыҡтарҙы уларға...

АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР

АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР, бәйләүсе полимер материалдан (матрицанан) һәм нығытыусы (арматуралай торған) сүс структуралы тултырғыстан торған композициялы материалдар. Бәйләүсе материал сифатында — термореактив полимерҙар һәм термопластар, тултырғыс сифатында пластиктарҙы арматуралаусы материалдар ҡулланыла....

АСТРОНОМИЯ

АСТРОНОМИЯ (гр. ástron — йондоҙ һәм nómos — закон), күк есемдәренең һәм Ғаләмдең төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Ғәмәли А., күк механикаһына һәм астрофизикаға бүлеп йөрөтөлә. Ғәмәли А. мәғлүмәттәре календарҙар төҙөгәндә, ваҡыт хеҙмәтендә, навигацияла һ.б. ҡулланыла. Күк механикаһы тәбиғи һәм яһалма йыһан...

АТОМДАР ҺӘМ МОЛЕКУЛАЛАР ФИЗИКАҺЫ

АТОМДАР ҺӘМ МОЛЕКУЛАЛАР ФИЗИКАҺЫ, физиканың атомдар, молекулалар һәм уларҙың берләшмәләренең (кластерҙарының) төҙөлөшөн һәм физик үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеү һәм уларға электр йәки магнит ҡырҙары тәьҫир итеүенән барлыҡҡа килгән физик күренештәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Масс-спектрометрия,...

АЭРОЛОГИЯ

АЭРОЛОГИЯ (аэро... һәм ...логия), метеорологияның ирекле атмосфералағы (Ерҙең тейеп торған өҫкө йөҙөнөң тәьҫире беленмәгән ҡатламдарында) физик күренештәрҙе, процестарҙы һәм уларҙы тикшереү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Ирекле атмосфераның мөһим физик үҙенсәлектәрен (елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше, һауаның...