Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ, механиканың һәм теоретик физиканың деформациялана торған  газ, шыйыҡ хәлдәге һәм ҡаты хәлдәге мөхиттәрҙең төрлө физик шарттарҙағы макроскопик хәрәкәтен өйрәнгән бүлеге. Фундаменталь материаль континуум төшөнсәһенә нигеҙләнгән бойондороҡһоҙ үҙ аксиоматикаһы бар. Мөхиттең эске...

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫ

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫ, биналарҙың, ҡоролмаларҙың элементтары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк, үҙен тотҡан һәм һаҡлаусы (конструкцияларҙың функциялары тура килергә мөмкин); геом. билдәләре б‑са — һыҙыҡлы (стерженлы), яҫы, арауыҡлы; файҙаланылған материалдары б‑са ағас конструкциялар, бетон конструкциялар,...

ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ

ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ, төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн механизация саралары. Әҙерлек (йомшартҡыстар, ҡыуаҡ ҡырҡҡыстар, ағас төпләгес машиналар), ер (экскаваторҙар, скреперҙар, бульдозерҙар), свай ҡағыу (копёрҙар, сүкеү машиналары, бетонлау (бетон болғағыстар һәм насостар), арматура һәм санитар-техника (бөгөү,...

ТӨҘӨЛӨШ ОБЪЕКТТАРЫН ПРОЕКТЛАУ

ТӨҘӨЛӨШ ОБЪЕКТТАРЫН ПРОЕКТЛАУ, биналарҙы, ҡоролмаларҙы йәки уларҙың комплекстарын төҙөү (реконструкциялау) өсөн кәрәкле булған текслы һәм график документтар (иҫәп‑хисап, смета, һыҙма һ.б.) комплексын эшләү. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са производство (энергетика, транспорт, элемтә биналары һәм ҡоролмалары...

ТӨҘӨЛӨШ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ

ТӨҘӨЛӨШ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ, машиналар, механизмдар, яйланмалар, материалдар һәм изделиелар ҡулланып төҙөлөш продукцияһын (биналар һәм ҡоролмалар) булдырыу өсөн эш башҡарыу алымдары һәм ысулдары йыйылмаһы; был алымдарҙы һәм ысулдарҙы уйлап табыу һәм камиллаштырыу б‑са фән. Төҙөлөш объекттарының...

ТӨҘӨЛӨШ ФӘНДӘРЕ

ТӨҘӨЛӨШ ФӘНДӘРЕ, төҙөлөш теорияһы һәм практикаһы мәсьәләләрен тикшергән һәм дөйөмләштергән фәндәр комплексы. Дөйөм инженерлыҡ (инженерлыҡ геологияһы, төҙөлөш механикаһы, материалдар ҡаршылығы, төҙөлөш физикаһы һ.б.), махсус (төҙөлөш конструкциялары, төҙөлөш материалдары, төҙөлөш производствоһы технологияһы,...

ТӨҘӨЛӨШТӘ НОРМАТИВ ДОКУМЕНТТАР СИСТЕМАҺЫ

ТӨҘӨЛӨШТӘ НОРМАТИВ ДОКУМЕНТТАР СИСТЕМАҺЫ, башҡарма власть һәм төҙөлөш идаралығы органдары тарафынан ҡулланыусыларҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һәм закон һаҡлаған мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында төҙөлөш продукцияһын етештереү һәм эксплуатациялауҙың бөтә этаптарында файҙаланыу өсөн ҡабул ителгән...

ТӨРӨЛӨҮ ТИГЕҘЛӘМӘҺЕ

ТӨРӨЛӨҮ ТИГЕҘЛӘМӘҺЕ. Т.т. айырым осраҡтары булып дифференциаль тигеҙләмәләр, коэф. даими булған дифференциаль‑айырмалы тигеҙләмәләр, интеграль тигеҙләмәләр һ.б. тора. Т.т. теорияһы тиң Т.т. сиселешенең экспоненталар м‑н аппроксимациялау мөмкинлеген тикшерә, тиң тигеҙләмәнең сиселештәре арауығындағы...

ТРАНКИНГ РАДИОЭЛЕМТӘ

ТРАНКИНГ РАДИОЭЛЕМТӘ, проф. радиоэлемтә төрө; портатив, автомобиль һәм стационар радиостанциялар ярҙамында башҡарыла. Симплекслы (ҡабул итеү йәки тапшырыу) һәм дуплекслы (бер үк ваҡытта ҡабул итеү һәм тапшырыу, махсус мәсьәләләрҙе хәл итеү) режимдары бар. Т.р. селтәренең бер (бер зоналы) йәки бер нисә...

ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ

ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ, электр энергияһын тапшырыу һәм бүлеү өсөн электр селтәрендәге көсөргәнеште үҙгәрткән электр ҡоролмаһы йәки ҡоролмалар йыйылмаһы. Көс биреү трансформаторынан, оператив ток сығанаҡтарынан, бүлеү һәм ярҙамсы ҡоролмаларҙан тора. Тәғәйенләнеше б‑са арттырыусы һәм түбәнәйтеүсе...

ТРИБОЛОГИЯ

ТРИБОЛОГИЯ (гр. tríbos — ышҡылыу һәм ...логия), бер-береһенә тейеп деформацияланған есемдәрҙең ышҡылыу, туҙыу һәм уларҙы майлау процестарын өйрәнгән фән. Машиналарҙың яуаплы деталдәренең, металл ҡырҡҡыс инструменттарҙың, штамплау йыһаздарының, һуҙыу стандарының ашалыуға сыҙамлы булыуын арттырыу алымдарын,...

ТРОЛЛЕЙБУС

ТРОЛЛЕЙБУС (ингл. trolleybus), ҡала транспорты төрө; вагон тибындағы кузовлы, пневмотәгәрмәсле һәм приводы токты ике сымлы контакт линияһынан алған электр двигателе булған транспорт сараһы. Ике күсәрле һәм күп күсәрле Т. айырыла. Башҡортостан троллейбус заводы тарафынан 1998 й. тәүге Т. сығарыла, 2000...

ТУННЕЛЬ

ТУННЕЛЬ (ингл. tunnel), транспорт, һыуҙы ағыҙыу, ер аҫты коммуникацияларын һалыу һ.б. маҡсаттар өсөн хеҙмәт иткән горизонталь йәки ауыш ер аҫты ҡоролмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са автомобиль, тимер юл, гидротехник, коммуналь, суднолар, транспорттың бер нисә төрө өсөн Т. (бер киҫелештә), махсус (ГЭС, складтар...

ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ

ТУННЕЛЬ ЭФФЕКТЫ, үҙенең тулы энергияһы барьер кимәленән түбән микроөлөшсәнең потенциаль барьеры аша үтеүе; квант тәбиғәте күренеше. Билдәһеҙлек принцибы нигеҙендә аңлатыла: микроөлөшсәнең барьер эсендәге арауыҡ өлкәһендә теркәлеүе уның импульсын билдәләмәй, шуға күрә өлөшсәне тыйылған (классик механика...

ТУРБОДЕТАНДЕР

ТУРБОДЕТАНДЕР (лат. turbo — ҡойон һәм detendere — көсһөҙләндереү), адиабатик киңәйеүе процесында турбинаның әйләнеүе иҫәбенә тышҡы эште башҡарған газды һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән йылылыҡ машинаһы. Ағым хәрәкәтенең йүнәлеше б‑са үҙәккә ынтылған, үҙәктән ынтылған һәм күсәр; соплоларҙа газдың киңәйеү дәрәжәһе...