Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭНЕРГЕТИКА

ЭНЕРГЕТИКА, 1) энергетика ресурстарын сығарыу һәм күсереү, электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереү, энергосистемаларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау б‑са пр‑тиелар­ҙы берләштергән яғыулыҡ‑энергетика комплексы. 2) Төрлө энергия төрҙәрен алыу, үҙгәртеү, тапшырыу, бүлеү һәм файҙаланыу мәсьәләләрен өйрәнгән...

ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ

ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ, энергетика объекттары (электростанциялар, ҡаҙанлыҡтар, подстанциялар, электр энергияһы тапшырыу линиялары, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре) комплексындағы инженер ҡоролмалары. Коммуникациялар һалыу йәки билдәле технологик функциялар башҡарыу өсөн ҡулланыла. Э.ҡ. гидроэлектростанцияларҙың...

ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ

ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ, электр энергияһын етештереү йәки үҙгәртеү, тапшырыу, туплау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар һәм ҡоролмалар комплексы. Төҙөлөшө һәм эшләү принцибы б‑са газ һәм пар турбиналы, пар‑газ, ел энергияһы, тулҡын, газ поршенлы, дизель, Ҡояш, ядро һәм пар винты машинаһы, яғыулыҡ...

ЭНЕРГИЯ ҮҘГӘРТКЕСТӘРЕ

ЭНЕРГИЯ ҮҘГӘРТКЕСТӘРЕ, энергияның бер төрөн энергияның икенсе төрөнә үҙгәрткән техник ҡоролмалар. Механик энергияны электр энергияһына һәм киреһенсә үҙгәртеү электр машиналары, йылылыҡ энергияһын механик энергияға — поршенлы йәки роторлы ысул (мәҫ., йылылыҡ электростанцияларының газ һәм пар турбиналары),...

ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ КОНСТРУКЦИЯЛАР

ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың (тышҡы һәм эске стеналар, түшәмдәр, ҡаплауҙар һ.б.) йәки сәнәғәт ҡоролмаларының бер үлсәме (ҡалынлығы) ҡалған ике үлсәменән (киңлеге һәм оҙонлоғо) күпкә бәләкәй булыуы м‑н айырылған, башлыса пластина формаһындағы терәк яҫы конструкциялар рәүешендәге өлөшө. Э.п.к....

ЭСКЕ ЯНЫУЛЫ ДВИГАТЕЛДӘР

ЭСКЕ ЯНЫУЛЫ ДВИГАТЕЛДӘР, яғыулыҡты яндырған һәм йылылыҡ энергияһының бер өлөшөн механик энергияға үҙгәрткән йылылыҡ двигателе. Ҡулланылған яғыулыҡ төрө б‑са шыйыҡлыҡ һәм газ; эш циклы б‑са — өҙлөкһөҙ эшләгән, ике һәм дүрт тактлы һ.б.; энергия үҙгәртеү принцибы б‑са — тура реакциялы (реактив), роторлы...