Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙБАКОВ Николай Константинович

БАЙБАКОВ Николай Константинович (7.3.1911, Баҡы губ. Сабунчи а. — 31.3.2008, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (1966). Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1932). 1938 й. алып “Востокнефтедобыча” берекмәһе (Куйбышев ҡ.) нач., 1939 й. — “Главнефтедобыча Востока”...

БАЙБОРОДОВ Фёдор Михайлович

БАЙБОРОДОВ Фёдор Михайлович (17.11.1929, Нижегородка крайы Суна а. — 19.6.1985, Стәрлетамаҡ ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). 1947 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры. 1960—82 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының дивинил етештереү...

БАЙДИН Николай Анатольевич

БАЙДИН Николай Анатольевич (5.5.1919, Пермь губ. Галицы а. — 7.7.1993, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1946 й. алып 74‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе, 1959—87 йй. “Нефтепроводмонтаж” тресының электр м‑н иретеп йәбештереүселәр мәктәбендә производствоға өйрәтеү мастеры....

БАЙМАҠ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БАЙМАҠ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1948 й. Ишбирҙе а. (Баймаҡ р‑ны) Салауат Юлаев ис. сәнәғәт артеле булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. алып Баймаҡ район сәнәғәт комб‑ты, 1967 й. — Б.у.с.х., 1992 й. — МУП, 2002 й. ябыла. Составына Бөрйәнйылға, Еҙем, Ишбирҙе урман участкалары...

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы [1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — ?], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Тәьминәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919—21 йй. айырым Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһында (ҡара: Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө)...

БАҠАЛЫ СПИРТ ЗАВОДЫ

БАҠАЛЫ СПИРТ ЗАВОДЫ, Баҡалы р‑ны Иҫке Маты а. урынлашҡан. 1850 й. нигеҙ һалына, 1959 й. алып Б.с.з., 1998 й. — ДУП, 2004 й. ябыла. Завод составына (1999) игенде өҫтәлмә эшкәртеү цехы; ҡайнатыу, әсетеү, аппарат бүлектәре; һыуҙы химик әҙерләү цехы булған ҡаҙанлыҡ бүлмәһе ингән. 1999 й. 143 кеше эшләгән;...

БАҠАЛЫ СҮС ЗАВОДЫ

БАҠАЛЫ СҮС ЗАВОДЫ, төрлө сортлы киндер сүсе, төҙөлөш сүбәге етештереү пр‑тиеһы. 1932 й. Баҡалы р‑нында (ҡара: Пенькозавод ауылы) нигеҙ һалына, 1999 й. алып ДУАХП, 2001 й. — ФДУП, 2010 й. ябыла. Завод составына етештереү һәм лаб. корпустары, сеймал йорто, үлсәү хужалығы, склад биналары, автотрактор паркы...

БАЛАҠАТАЙ МАЙ ҺӘМ СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ

БАЛАҠАТАЙ МАЙ ҺӘМ СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ, 1969 й. Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а. Балаҡатай сыр з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1972 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1976 й. алып Балаҡатай май-сыр комб‑ты, 1996 й. — “Б.м.һ.с.я.к.” ААЙ, 2004 й. ябыла. Комб‑т составына ҡабул итеү-аппарат, май яһау, айыртылмаған һөт...

БАЛАНС

БАЛАНС (фр. balance, һүҙмә-һүҙ — үлсәү), халыҡ хужалығында үҫеш темптарын һәм пропорцияларҙы билдәләү һәм тотоу өсөн ҡулланылған натураль, ҡиммәт, натураль-ҡиммәт күрһәткестәре системаһы. Планлы иҡтисад йылдарында бөтә киңәйтелгән яңыртып етештереү процесын үҙ эсенә алыусы Б. булып халыҡ хужалығы Б....

БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, балыҡ, диңгеҙ хайуаны, киттар, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары һәм ылымыҡтарҙы тотоу, уларҙы аҙыҡ-түлек, мед., мал аҙығы һәм техник продукция итеп эшкәртеү б‑са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа балыҡ эшкәртеү тармағынан һәм балыҡсылыҡтан тора. Башҡортостанда етештереү эшмәкәрлегенең иң тәүге...

БАНК КАРТАЛАРЫ

БАНК КАРТАЛАРЫ, пластик карталар төрө. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәп‑хисап һәм түләүҙәр, эш хаҡы биреү, ҡулаҡса алыу өсөн ҡулланыла. Иҫәп‑хисап схемаһы (кредит, иҫәп-хисап, алдан түләү), кемдеке булыуы (корпоратив, шәхси), хеҙмәтләндереү даирәһе, мәғлүмәтте яҙыу ысулына (чиплы, магнитлы) һ.б. ҡарап айырыла. Картала,...

БАНКРОТЛЫҠ

БАНКРОТЛЫҠ (банк һәм итал. rotto — һыныҡ), юридик йәки физик шәхестең бурыс түләүгә һәләтһеҙлеге, кредиторҙарҙың бурыс йөкләмәләрен үтәү талаптарын ҡәнәғәтләндерә, бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға мотлаҡ түләүҙәрҙе тәьмин итә алмауы. Юридик шәхестәр өсөн Б. процедураһы судҡа тиклемге санация, күҙәтеү,...

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы (5.1.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Йомаш а. — 18.3.2020, Мәскәү ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Иҡтисад (1992) һәм философия (2011) фәндәре докторы, профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып (өҙөклөк менән) БДУ‑ла...

БАРТЕР

БАРТЕР (ингл. barter), тауарҙар һәм хеҙмәттәр м‑н аҡсаһыҙ тура алмашыу. Берҙәм килешеү (контракт) м‑н рәсмиләштерелә, унда алмашыуҙың эквивалентлығын тәьмин итеү, страховка суммаларын, дәғүәләр (санкциялар) күләмен билдәләү һ.б. өсөн тауарҙарҙы (хеҙмәттәрҙе) донъя йәки килешеү хаҡтары б‑са баһалау эшләнә....

БАҺАМАНОВ Камил Шакир улы

БАҺАМАНОВ Камил Шакир улы [23.12.1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кесе Бишҡураз а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.10.1998, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1941). 1946 й. алып СССР Дәүләт резервтары министрлығының Башҡ‑н...

БАШҠОРТОСТАН АВТОВОКЗАЛДАР ҺӘМ ПАССАЖИРҘАР АВТОСТАНЦИЯЛАРЫ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

БАШҠОРТОСТАН АВТОВОКЗАЛДАР ҺӘМ ПАССАЖИРҘАР АВТОСТАНЦИЯЛАРЫ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, “Башавтотранс” ДУП‑ы филиалы. Ҡала яны, ҡала‑ара, төбәк-ара бәйләнештәрҙә пассажирҙар йөрөткән. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына 19 автовокзал, 43 автостанция, БР‑ҙың ҡала һәм торама пункттарында 4 касса пункты ингән. 2010 й....

БАШҠОРТОСТАН БИОХИМИЯ КОМБИНАТЫ

БАШҠОРТОСТАН БИОХИМИЯ КОМБИНАТЫ, 1972 й. Благовещен ҡ. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1998 й. алып “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. ябыла. 1976—86 йй. комб‑т н‑парафиндарҙан (паприн) мал аҙығы аҡһымы, 1986—93 йй. синтетик этил спиртынан мал аҙығы сүпрәһе, “С” цитохромы,...

БАШҠОРТОСТАН БУҪТАУ КОМБИНАТЫ

БАШҠОРТОСТАН БУҪТАУ КОМБИНАТЫ. 1852 й. Бәләбәй өйәҙендә Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы (ҡара: Алафузов буҫтау фабрикаһы) булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. алып Б.б.к., 1993 й. — ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына йөн йыуыу производствоһы (1971), аппарат-иләү (1‑се һәм 2‑се ҡаттары — 1900 й., 3‑сө ҡаты 1974 й....

БАШҠОРТОСТАН КАРЬЕР ИДАРАЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН КАРЬЕР ИДАРАЛЫҒЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары етештереү һәм балсыҡ сығарыу пр‑тиеһы. 1969 й. Александровка, Князев, Лихачёв (Өфө р‑ны), Ҡытаутамаҡ, Минйәр (Силәбе өлк.) карьерҙары базаһында “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”) берекмәһе составында Өфө карьер идаралығы...

БАШҠОРТОСТАН КЕРАМИКА ЗАВОДЫ

БАШҠОРТОСТАН КЕРАМИКА ЗАВОДЫ, 1934 й. Нуриман р‑ны Көҙөй а. (хәҙ. Иглин р‑ны) нигеҙ һалына, 1938 й. керамик канализация торбаларын етештереү б‑са Таутөмән керамика з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1973 й. алып Б.к.з., 1996 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Завод составына кислотоупорҙар етештереү, механика,...