Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЛЛӘМОВ Риф Әмир улы

ҒӘЛЛӘМОВ Риф Әмир улы (1.9.1944, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Яңы Ҡормаш а.), экскаватор машинисы. СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығы отличнигы (1987). 1961 й. алып “Уфимтрансстрой” тресында эшләй; 1964 й. башлап Өфө резина-техник изделиелар з‑дында: балта оҫтаһы, слесарь,...

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Хәмит Нурислам улы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Хәмит Нурислам улы (10.2.1932, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Суйынсы‑Супан утары), иҡтисадсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), иҡт. ф. д‑ры (1977), проф. (1982). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) СССР ФА‑ның Урал фәнни үҙәгендә эшләй: Матем. һәм механика ин‑тында, 1979 й. алып Иҡтисад ин‑тында (икеһе...

ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, фән һәм производствоны берләштереүҙе ойоштороу формаһы. Ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ, технологик ойошмаларҙы, тәжрибә производстволарын һәм заводтарҙы берләштергән берҙәм ғилми- производство һәм хужалыҡ итеү комплексы. ҒПБ‑ларҙа төп роль ғилми-техник йәмғиәттәргә...

ҒИНИӘТУЛЛИНА Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы

ҒИНИӘТУЛЛИНА Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (17.10.1936, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Ямаҙы а. — 22.12.2019), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1986). 1955 й. алып “Коспашуголь” тресында (Пермь крайы), 1957 й. — Урал вагондар эшләү заводында (Түбәнге Тагил ҡ.) эшләй. 1964—87 йй. “Краснохолмскнефть”...

ҒОСМАНОВ Искәндәр Үзбәк улы

ҒОСМАНОВ Искәндәр Үзбәк улы (22.1.1971, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). Ү.Ғ.Ғосмановтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Дүртөйлө р‑ны “Маяҡ" к‑зының баш иҡтисадсыһы. 1995 й. алып БДАУ‑ҙа, 1996 й. — БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1999 й. башлап бүлек начальнигы. 2005 й. алып РФ Үҙәк банкыһы...

ҒОСМАНОВ Рәсүл Үзбәк улы

ҒОСМАНОВ Рәсүл Үзбәк улы (19.12.1972, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). Ү.Ғ.Ғосмановтың улы. БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ эшләй. 1995 й. окт. алып “Башҡортостан" агросәнәғәт банкыһында төп иҡтисадсы. 1996 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БНИИСХ‑ла: өлкән, 2000 й. окт. алып төп ғилми хеҙм‑р,...

ҒОСМАНОВ Үзбәк Ғосман улы

ҒОСМАНОВ Үзбәк Ғосман улы (13.8.1935, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Таймырҙа а. — 25.9.2016, Дүртөйлө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Рәсәй а.х. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1997), БР ФА акад. (1991), иҡт. ф. д-ры (1988), проф. (1991). РФ-тың (1994), БАССР-ҙың (1984) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлағандан...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Мансур Садиҡ улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Мансур Садиҡ улы [29.11.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Әлшәй а. (хәҙ. БР-ҙың Әлшәй р-ны Раевка а.) – 10.12.2008, Өфө], иҡтисадсы. БР ФА-ның почётлы акад. (1996), иҡт. ф. д-ры (1978). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр...

ДАУЫТОВ Зиҡәф Нәби улы

ДАУЫТОВ Зиҡәф Нәби улы (1.5.1935, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Бәҙрәш а. — 3.1.2020, Өфө ҡ.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971). 1954—98 йй. Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1966 й. алып өлкән оператор, 1986—88 йй. өлкән мастер. 8-се биш йыллыҡ планды ваҡытынан...

ДӘҮЛӘКӘН АЯҠ КЕЙЕМЕ ФАБРИКАҺЫ

ДӘҮЛӘКӘН АЯҠ КЕЙЕМЕ ФАБРИКАҺЫ. Күн һәм яһалма материалдарҙан балалар өсөн аяҡ кейеме сығарған. 1941 й. эвакуацияланған Волчанск балалар аяҡ кейеме ф‑каһы нигеҙендә ойошторола. 1960—92 йй. “Башкиробувь” берекмәһе составына инә, 2001 й. алып ДУП, 2004 й. — ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына бесеү, тегеү цехтары...

ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №1

ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №1, ЯСЙ. Иген һәм май биреүсе культуралар орлоғон әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү эштәрен башҡара. Составына: 2‑се (1976 й. нигеҙләнә) һәм 3‑сө (1989) элеваторҙар, 4‑се тирмән з‑ды (1989) инº. 2010 й. 180 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә,...

ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №2

ДӘҮЛӘКӘН ИГЕН ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ №2, он, ҡатнаш мал аҙығы һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1905 й. “Якорь” тирмәне булараҡ ойошторола, 1908 й. файҙаланыуға тапшырыла (хужалары: А.Петерс, Г.Пеннер, Г.Тиссен; 1920 й. һуң национализациялана). 20‑се йй. аҙағынан “Союзхлеб” берекмәһе Башҡ‑н өлкә контораһының...

ДӘҮЛӘКӘН КИРБЕС ЗАВОДЫ

ДӘҮЛӘКӘН КИРБЕС ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Составы: кирбес (1991 й. нигеҙләнгән), йөҙләү плиткаһы (1996) цехтары. 2010 й. 172 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һатыла. 1929 й. Ануфрий һөнәрселек-балсыҡтан әйберҙәр яһау производствоһы (1905) нигеҙендә “Красный железняк” балсыҡтан әйберҙәр яһау-кирбес артеле булараҡ...

ДӘҮЛӘКӘН СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ

ДӘҮЛӘКӘН СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ, 1929 й. май з-ды булараҡ нигеҙ һалына, 1975 й. алып Д.с.я.к., 1996 й. — ААЙ, 2003 й. ябыла. Составына сыр яһау (1965 й. нигеҙләнгән), айыртылмаған һөт продукцияһы (1966), ҡоро сыворотка (1979) цехтары; сыр һаҡлағыс (1965), ҡабул итеү пункты (Дәүләкән р‑ны Хотимля а.) ингән...

ДӘҮЛӘКӘН ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ ҠОРАМАЛДАР ЗАВОДЫ

ДӘҮЛӘКӘН ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ ҠОРАМАЛДАР ЗАВОДЫ, 1974 й. нигеҙ һалына, 1976 й. Дәүләкән янғын һүндереү техникаһы эшләү һәм ремонтлау з-ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1983 й. алып Д.я.ҡ.ҡ.з., 1993 й. — ЯАЙ, 2002 й. ябыла. Составына етештереү (1979 й. нигеҙләнгән), ут һүндергестәр (1980), инструменттар,...

ДӘҮЛӘТҠОЛОВА Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы

ДӘҮЛӘТҠОЛОВА Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18.9.1935, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). СССР‑ҙың элемтә мастеры (1969), БАССР‑ҙың атҡ. элемтәсеһе (1974). 1955—90 йй. Өфө почтамтында почтальон булып эшләй (1964 й. алып бригадир). 1971—75 йй. 8,5 мең һумлыҡ почта продукцияһы һата....

ДЕГТЯРЁВ Анатолий Николаевич

ДЕГТЯРЁВ Анатолий Николаевич [19.10.1930, Красноусол р-ны Табын а. (БР-ҙың Ғафури р-ны)], конструктор. Техник ф. канд. (1991). Почётлы авиатөҙөүсе (1990). Томск политехник ин‑тын тамамлаған (1958). 1950—54 йй. Өфөнөң 210‑сы заводында эшләй. 1958 й. алып (өҙөклөк м‑н) Өфөнөң “Молния” ҒПП‑нда: инженер,...

ДЕГТЯРЁВА Ирина Викторовна

ДЕГТЯРЁВА Ирина Викторовна (19.9.1957, Аҡтүбә ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй: 2000 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2014 й. башлап Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге...

ДМИТРИЕВ Юрий Иосифович

ДМИТРИЕВ Юрий Иосифович (13.9.1915, Иркутск губ. Залари а. — 26.1.1995, Өфө), конструктор. Почётлы авиатөҙөүсе (1979). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика‑машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) Мәскәү з‑дтарында эшләй. 1951 й. алып Өфөлә: 161‑се з‑д тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһының, 1956—85 йй....

ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич

ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич (17.8.1940, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Воздвиженка а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1963 — 2012 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәтенең иҡтисадына һәм фәнни-техник үҫеше м‑н идара итеүгә арналған. Д. тарафынан...