Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ВОСТОК”

“ВОСТОК” х а л ы ҡ ‑ ара  коммерция  акционерҙар  банкыһы, 1988 й. Өфөлә “В.” кооператив банкыһы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “В.” халыҡ‑ара коммерция акционерҙар банкыһы. 1996 й. эшмәкәрлеген туҡтата. 50 филиалы (ш. иҫ. республиканың 36 ҡала һәм районында) була. Сит ил валютаһы м‑н банк операцияларын...

“ВОСТОКНЕФТЕЗАВОДМОНТАЖ”

“ВОСТОКНЕФТЕЗАВОДМОНТАЖ” а к ц и о н е р ҙ а р   к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Нефть сығарыу, нефтехимия продукттарын эшкәртеү, машиналар эшләү һәм соц. өлкә объекттарын төҙөүҙе; БР һәм РФ пр‑тиеларында ҡорос резервуарҙар (50 мең м3 күләмле), торба үткәргестәр, ҡорос конструкциялар, стандарт булмаған ҡорамалдар...

“ВОСТОКНЕФТЕПРОВОДСТРОЙ”

“ВОСТОКНЕФТЕПРОВОДСТРОЙ”, ААЙ. Магистраль үткәргес торбалар, компрессорлы һәм нефть ҡыуыусы станциялар, нефть резервуарҙары һ.б. төҙөү һәм монтажлау эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. “В.” составына Дәүләкән кирбес заводы инә. 2010 й. 1060 кеше эшләгән. 1947 й. Туймазы—Өфө нефть үткәргесен төҙөү идаралығы...

“ВОСТОКНЕФТЬ”

“ВОСТОКНЕФТЬ” ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о   ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Үткәргес торбаларҙың техник торошон диагностикалау, ремонтлау һәм файҙаланыуға индереү өсөн техник саралар эшләп сығарыу һәм етештереү, уларҙы ҡулланыу технологияларын булдырыу эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. ойошторола....

“ВОСХОД”, гәзит

“ВОСХОД” (“Таң”), ижт.‑сәйәси  гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары  агентлығы. Ишембай ҡ. аҙнаһына  4 тапҡыр сыға. 1932 й. 6 июненән  “Башкирская вышка” (“Башҡортостан  вышкаһы”) булараҡ урыҫ телендә  сыға, 1948 й. — “Ишимбайский  нефтяник” (“Ишембай нефтсеһе”);  1965 й....

“ВОСХОД”, икмәк берекмәһе

“ВОСХОД”, Ө ф ө и к м ә к б е р е к м ә һ е, АЙ. “В.” составына 8‑се (1956 й. ойошторолған), 2‑се (1962), 5‑се (1989) икмәк заводтары, фирма магазиндары селтәре инә. Берекмә 50‑нән ашыу төр икмәк‑булка һәм 100‑гә яҡын төр кондитер ризыҡтары эшләп сығара. 2010 й. 1650 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа...

“ВОСХОД”, ял базаһы

“ВОСХОД”, ял базаһы, ЯСЙ. Өфө  р‑нында, Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа  табан 35 км алыҫлыҡта Дим й.  ярында урынлашҡан. 1981 й. “Баштур”  ЯАЙ составында бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге  турбаза булараҡ асыла,  2002 й. хәҙ. статусын ала. Бөтә уңайлыҡтары  булған 3, 4 урынлы номерҙар  м‑н 3 ҡатлы корпусы, бассейны ...

“ВПЕРЁД”

“ВПЕРЁД” (“Алға”), ижт.‑сәйәси гәзит.  РКП(б)‑ның Өфө губ. ком‑ты  органы. 1918 й. март‑июнендә, 1919 й.  ғин.‑мартында Өфөлә көн һайын урыҫ  телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә совет власы органдарының ҡарарҙары,  декреттар, закондар баҫылған, ил һәм  төбәктең сәйәси, соц.‑иҡт. хәле яҡтыртылған,  Граждандар...

“ВЫБОР”

“ВЫБОР” (“Һайлау”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы. Салауат ҡ. аҙнаһына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1954 й. окт. алып — “Ленинский путь” (“Ленин юлы”), 1990 й. дек. башлап хәҙ. исеме м‑н нәшер ителә. Тәрж....

“ВЫСТРЕЛ”, курстар

“ВЫСТРЕЛ” Советтар Союзы Маршалы Б.М. Шапошников ис. РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстары, 1918 й. Мәскәү губ. Кусково а. ойошторола, хәҙ. РФ Ҡораллы Көстәре дөйөм ғәскәри акад. (Солнечногорск ҡ.) “В.” уҡыу үҙәге. Өфөләге филиалы 1942 й. мартында асыла. Авг. тиклем...

“ВЯДОМОСЦИ ПОЛЬСКИ”, гәзит

“ВЯДОМОСЦИ ПОЛЬСКИ” (“Польша хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө директорияһының 5‑се Себер див. органы. 1918 й. октябрендә Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр поляк телендә сыға. Гәзит биттәрендә советтарға ҡаршы мәҡәләләр, Граждандар һуғышы фронттарынан яңылыҡтар, Польшалағы ваҡиғалар т‑да хәбәрҙәр баҫыла. Мөхәррирҙәре:...

“ГАЗ-СЕРВИС”

“ГАЗ-СЕРВИС”, ААЙ. Тәбиғи газды ташыу, шыйыҡландырылған газды һаҡлау һәм һатыу, БР-ҙың газ бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыуҙы тормошҡа ашыра; ҡулланыусыларға газ биреүҙе тәьмин итә. Өфөлә урынлашҡан. “Г.-С.” составында 20 филиал (41 мең км газ селтәре) бар. 2010 й. 8223 кеше эшләгән. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар —...

“ГАЗПРОМ НЕФТЕХИМ САЛАВАТ”

“ГАЗПРОМ НЕФТЕХИМ САЛАВАТ”, ААЙ. Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия продукцияһын етештерә. Составы: нефть эшкәртеү, газ химияһы, химия, “Мономер” з‑дтары һәм ярҙамсы бүлектәр. 11 бүлендек һәм бойондороҡло йәмғиәте бар, ш. иҫ. “Ағиҙел-Юлдаш”, “Тере һыу”, “Медсервис”, “Политар”, «“Салаватгазонефтехимпроект”...

“ГАЗПРОМ ТРАНСГАЗ УФА”

“ГАЗПРОМ ТРАНСГАЗ УФА”, ЯСЙ. БДБ һәм Көнбайыш Европа илдәренә тәбиғи газдарҙы транзит м‑н ташыу, БР ҡулланыусыларын газ м‑н тәьмин итеү, респ. газ транспорты системаһын төҙөү һәм яңыртыу, газ менән тәьмин итеү системаһы объекттарын файҙаланыуҙы тәьмин итеү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Приют...

“ГАЗСПЕЦСТРОЙ”

“ГАЗСПЕЦСТРОЙ” махсус төҙөлөш-монтаж тресы, ААЙ. БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Ҡаҙағстанда газ торбаларын һалыу һәм монтажлауҙы, производство, соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарға һәм торлаҡтарға газ үткәреүҙе тормошҡа ашыра. 1968 й. “Уралгазстрой” тресының (Силәбе өлк.) Өфө махсус төҙөлөш‑монтаж идаралығы нигеҙендә...

“ГАРАНТ”

“ГАРАНТ”, етештереү кооперативы. Ҡаҙанлыҡ ҡулайламаларын, үҙәк һәм шәхси йылылыҡ пункттарын, һауа үткәреп‑һурҙырып елләтеү системаларын, йылылыҡ һәм газ иҫәпләү ҡоролмалары һ.б. ҡорамалдарҙы монтажлау, ш. уҡ эшләтеп ебәреү-көйләү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. нигеҙ һалына. Составы: етештереүгә...

“ГЕОЛОГИЯ”

“ГЕОЛОГИЯ”, фәнни журнал. Ойоштороусылары — БР Фәндәр академияһы, Геология институты. 1997 й. алып Өфөлә йылына 1—2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2011). Журнал биттәрендә фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, геол. фәненең торошо, проблемалары, тенденциялары, БР‑ҙа уның үҫеш мөмкинлектәре...

“ГЕОФИЗИКА”

“ГЕОФИЗИКА” ғилми-производство фирмаһы, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. “БашНИПИнефть”, “ТатНИПИнефть”, Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы (ҡара: Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институты) ғилми бүлектәре нигеҙендә Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ булараҡ ойошторола,...

“ГЕОФИЗПРИБОР”, предприятие

“ГЕОФИЗПРИБОР”. Файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү өсөн геофизика приборҙары һәм ҡорамалдары, төҙөлөш‑монтаж конструкциялары һ.б. етештергән. 1950 й. “Башнефть” берекмәһе Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеү контораһының геофизика оҫтахана-лаб. нигеҙендә геофизика приборҙары эшләү з-ды булараҡ ойошторола. 1960 й. Өфө агрегат-механика...

“ГЕРАКЛ”

“ГЕРАКЛ”, спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. асыла. Тренажёр залы, массаж кабинеты һ.б. бар. Ауыр атлетика, бодибилдинг, пауэрлифтинг секциялары эшләй. “Г.” 20-гә яҡын Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Р.Байков, С.Д.Бочко, Р.Р.Ғәҙиев, Р.Я.Казаков, О.А.Руденко, В.В.Әхмәҙуллин,...