Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСМӘҒИЛЕВ Фоат Ришат улы

ИСМӘҒИЛЕВ Фоат Ришат улы (25.1.1949, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (2000). Р.С.Исмәғилевтең улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй, 1979 й. алып Волга‑Урал нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Ырымбур ҡ.)...

ИСМӘҒИЛЕВА Асия Фәхретдин ҡыҙы

ИСМӘҒИЛЕВА Асия Фәхретдин ҡыҙы (3.7.1952, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Наратаҫты а.), ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) 1979 й. тиклем БДМИ-ла, 1981 й. алып Ырымбур а.х. ин‑тында эшләй, 1988 й. — Органик химия ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре....

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна (1.1.1949, Мукачево ҡ.), инженер-иҡтисадсы. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып иҡт., менеджмент һәм финанс ф‑ты деканы, 2006 й. — Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты дир., бер үк ваҡытта...

ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы

ИСМӘҒИЛЕВА Ләйлә Заһир ҡыҙы (26.5.1946, Мәскәү ҡ.), композитор, пианист. Проф. (2005). БР‑ҙың халыҡ артисы (2012), РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). З.Ғ.Исмәғилевтең ҡыҙы. 1966—68 йй. Ҡазан консерваторияһында (А.С.Леман класы) уҡыған. Гнесиндар...

ИСМӘҒИЛЕВА Эльза Рауил ҡыҙы

ИСМӘҒИЛЕВА Эльза Рауил ҡыҙы (20.9.1949, Чимбай ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Ҡыйғы район‑ара ветеринария лабораторияһында биохимик‑токсико- лог. 1973 й. алып БДАУ‑ҙа (1977—89 йй. ветеринар врач‑рентгенолог). Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. малдарының матдәләр...

ИСРАФИЛОВ Рифҡәт Вәкил улы

  ИСРАФИЛОВ Рифҡәт (Рәфҡәт) Вәкил улы (6.8.1941, БАССР-ҙың Мәсетле районы Яңы Мөслим а.), режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), БАССР-ҙың (1977), ТР‑ҙың (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Профессор (1993). Театр эшмәкәрҙәре...

ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы

ИСТАМҒӘЛИН Сафа Ғәлиулла улы [13.8.1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Йәлембәт а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 29.6.1992, ш. уҡ райондың Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: 1942 й. тиклем “Салауат батыр” к‑зында, 1945 й. башлап “Ҡыҙыл...

ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы

ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы (5.6.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а. — 4.08.2009, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Һамар а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1946—92 йй. Әбйәлил р‑нының “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зында эшләй (1949 й. алып механизатор). Етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы —...

ИСТАХРИ

ИСТАХРИ (Әбү Исхаҡ Ибраһим Ибн Мөхәммәт әл-Истахри әл-Фариси; 850—934), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Азия, Үҙәк Европа, Төньяҡ Африка буйлап сәйәхәт итә. “Китаб масалик вал‑мамалик” (“Юлдар һәм көслө дәүләттәр китабы”; 930—933) хеҙмәтенең авторы. И. шәхси күҙәтеүҙәренә, күреп белеүселәрҙең һөйләүҙәренә,...

ИСТӘК, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ИСТӘК, Ҡаймаша, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 623 кеше; 1920 — 940; 1939 — 715; 1959 — 597; 1989 — 447; 2002 — 434; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ИСТОМИНА Энесса Георгиевна

ИСТОМИНА Энесса Георгиевна (16.6.1943, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1984), проф. (2003). Журналистар союзы ағзаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Псков һәм Новгород ҡҡ. архивтарында эшләй. 1969 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив...

ИСТОРИОГРАФИЯ

ИСТОРИОГРАФИЯ (гр. historia — үткәндәр, белгәндәр т‑да хикәйәләү һәм ...графия), билдәле бер дәүергә, темаға арналған тикшеренеүҙәр йыйылмаһы. Башҡортостан терр‑яһы һәм унда йәшәгән халыҡтар т‑да тәүге яҙма телгә алыуҙар грек сәйәхәтселәренә ҡарай. Аримасптар, аргиппейҙар, иирктар т‑да мәғлүмәттәр Аристей...

ИСТОЧНИК, Шаран р‑нындағы ауыл

ИСТОЧНИК, Шаран р‑нындағы ауыл, Дмитриева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 9 кеше; 1920 — 17; 1939 — 107; 1959 — 118; 1989 — 159; 2002 — 260; 2010 — 228 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ИСТПАРТ

ИСТПАРТ, 1917 й. Октябрь революцияһы һәм РКП(б) тарихын өйрәнеү буйынса комиссия, ғилми һәм нәшриәт үҙәге. 1920 й. авг. РСФСР Дәүләт нәшриәте эргәһендә ойошторола, 1920 й. сент. алып Мәғариф ХК эргәһендә, 1921 й. — ВКП(б) ҮК эргәһендә; 1928 й. башлап В.И.Ленин институты составында. Октябрь революцияһы,...

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич (23.5.1923, Пермь ҡ. — 31.5.1977, Өфө), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1955 й. тиклем санитария‑эпидемиология ст. (Коркино ҡ.) лаб. мөдире булып...

ИСХАҠОВ Вәзих Мөхәмәтша улы

ИСХАҠОВ Вәзих Мөхәмәтша улы (5.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Тайнаш а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тайнаш а. — 20.1.1985, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1958—59 йй. “Кызыл таң” гәз., 1962 й. алып БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар...

ИСХАҠОВ Гәрәй

ИСХАҠОВ Гәрәй (Миңлегәрәй Усман улы; 25.11.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ибрай а. – 24.6.1997, Сибай ҡ.), драматург. Журналистар союзы (1972), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. 1952 й. алып Белорет р‑нында мәҙәниәт йорто мөдире, 1955—57 йй. Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1958 й....

ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы

ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы (29.5.1949, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ-ла: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. башлап уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ двигателдәренең һыуытыу системаларын уйлап табыуға арналған....

ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы

ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы (7.9.1959, БАССР-ҙың Иглин р-ны Меңйетәр а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1989 й. алып РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында эшләй (Мәскәү), 1995 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта РФА‑ның Соц. реформалар, хәрәкәттәр һәм революциялар тарихы б‑са...

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы (19.6.1964, Энгельс ҡ.), психофизиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2006). Полиция полк. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып хәрби табип, полктың мед. пункты нач., 1991 й. — Асҡын...