Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӨҘӨЛӨШ‑ЮЛ ҺӘМ КОММУНАЛЬ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ

ТӨҘӨЛӨШ‑ЮЛ ҺӘМ КОММУНАЛЬ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, торф һәм ағас әҙерләү сәнәғәте, мелиорация эштәре, коммуналь хужалыҡ, көнкүреш хеҙмәте пр‑тиелары өсөн юл төҙөү, ер ҡаҙыу машиналары, төҙөлөш машиналары, ҡорамалдар етештереү б‑са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 19 б. аҙ....

ТӨҘӨЛӨШТӘ НОРМАТИВ ДОКУМЕНТТАР СИСТЕМАҺЫ

ТӨҘӨЛӨШТӘ НОРМАТИВ ДОКУМЕНТТАР СИСТЕМАҺЫ, башҡарма власть һәм төҙөлөш идаралығы органдары тарафынан ҡулланыусыларҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һәм закон һаҡлаған мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында төҙөлөш продукцияһын етештереү һәм эксплуатациялауҙың бөтә этаптарында файҙаланыу өсөн ҡабул ителгән...

ТӨҘӨҮСЕЛӘРҘЕҢ ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТЕ

ТӨҘӨҮСЕЛӘРҘЕҢ ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙағы төҙөлөш тармағының ғилми‑техник интеллигенцияһын, белгестәрен һ.б., төҙөлөш өлкәһендә ижади потенциал үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында берләштергән төбәк йәмәғәт ойошмаһы. 1953 й. Өфөлә ойошторола. 2013 й. йәмғиәт составында...

ТӨЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ТӨЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 131 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 44 кеше; 1920 — 50; 1939 — 48; 1959 — 230; 1989 — 465; 2002 — 385; 2010 — 257 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ТӨЙ, йылға

ТӨЙ, О л о Т ө й, йылға, Өфө й. уң ҡушылдығы. Пермь крайы Гари а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Пермь крайы һәм БР‑ҙың Асҡын р‑ны буйлап төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға. Өфө й. (тамағынан 295 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 193 км, басс. майҙаны 3700 км2, дөйөм түбәнәйеүе...

ТӨЙӘЛӘҪ, ауыл, Сибай ҡ. составында

ТӨЙӘЛӘҪ, ауыл, 20 б. 60‑сы йй. алып Сибай ҡ. составында, Төйәләҫ а/с үҙәге. Сибай ҡ. һәм т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 432 кеше; 1959 — 566; 1989 — 1063; 2002 — 1062; 2010 — 1075 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана,...

ТӨЙӘЛӘҪ, йылға

ТӨЙӘЛӘҪ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Ирәндек һыртында башлана. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны, Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа (Туғажман й. тамағынан — көньяҡ‑көнсығышҡа) табан аға. Урал й. (тамағынан 2002 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 81 км, басс. майҙаны 1060 км2. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса...

ТӨЙЛӘН, йылға

ТӨЙЛӘН, Д ө й л ә н, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Дәүләкән р‑ны Ҡоръятмаҫ а. төньяҡ‑көнсығышҡа 2 км, Асылыкүлдән көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Дәүләкән һәм Әлшәй р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Дим й. (тамағынан 195 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 51 км, басс....

ТӨЙЛӨГӘН РАЙОНЫ

ТӨЙЛӨГӘН РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1965 й. 12 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 1900 км2. Адм. үҙәге — ҡала тибындағы Төйлөгән ҡасабаһы. Районда 14 ауыл советы, 42 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 19,7 мең кеше (2010), ш. иҫ. 8,6% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар...

ТӨЙМӘБАШ

ТӨЙМӘБАШ (Cephalaria), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш һәм Үҙәк Азияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Африкала, Австралияла таралған. Башҡортостанда урал Т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә ҡырлы, аҙ тарбаҡлы, һирәк төклө, аҫҡы өлөшөндә...

ТӨКӘН 2‑се, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ТӨКӘН 2‑се, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 266 кеше; 1959 — 399; 1989 — 369; 2002 — 382; 2010 — 439 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй...

ТӨЛГӨҘБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ТӨЛГӨҘБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/c ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Төй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 345 кеше; 1939 — 462; 1959 — 427; 1989 — 262; 2002 — 267; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ТӨЛДӨ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ТӨЛДӨ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 825 кеше; 1920 — 718; 1939 — 667; 1959 — 620; 1989 — 419; 2002 — 328; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ТӨЛКӨҒОЙРОҠ

ТӨЛКӨҒОЙРОҠ (Alopecurus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, уртаса, субарктик һәм субантарктик бүлкәттәрҙә, тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 20—100 см тиклем. Япраҡтары тура,...

ТӨЛКӨЛӘР

ТӨЛКӨЛӘР (Vulpes), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 9 төрө билдәле. Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа йәшәгән ябай Т. кәүҙәһе 50—90 см, ҡарһаҡтыҡы 50—60 см оҙонлоҡта. Т. ауырлығы 2,2— 10 кг, ата Т. эрерәк. Йөнө ҡуйы, ҡарһаҡтыҡы аҡҡһыл, ерәнһыу көрән төҫтә, ҡорһағы бысраҡ...

ТӨЛКӨСУРА АЛДАҒОЛОВ

ТӨЛКӨСУРА АЛДАҒОЛОВ (? — 1739 й. сент.), Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорто. Батыр. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1736 й. башында Өфө тирәһендә һуғышҡан. 14 февр. Себер даруғаһының Тәкәй а. янында...

ТӨЛКӨТАМАҠ, Иглин р‑нындағы ауыл

ТӨЛКӨТАМАҠ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 94 км һәм Ҡаҙаяҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 153 кеше; 1939 — 193; 1959 — 222; 1989 — 112; 2002 — 128; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында...

ТӨЛМӘЙ, йылға

ТӨЛМӘЙ, йылға, Инйәр й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Кварц тауынан көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Силәбе өлк. һәм БР‑ҙың Белорет р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Инйәр й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 62 км, басс. майҙаны 585 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....

ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ

ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан. Коми Респ., Красноярск крайы, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Омск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Томск һәм Архангельск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Төмән ҡалаһы. 1944 й. 14 авг. ойошторолған. Ханты-Манси авт. округы — Юграны һәм Ямал-Ненец авт. округын...

ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Әгер й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1931 кеше; 1920 — 2426; 1939 — 1477; 1959 — 1051; 1989 — 902; 2002 — 936; 2010 — 1070 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....