Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРИКОЛ ҠАЛАСЫҒЫ

ТРИКОЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6— 4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. төньяҡ-көнбайыш ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов өйрәнә. Дөйөм майҙаны 6 мең м2 самаһы, яҡынса 70 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ һыланған балсыҡ һәм ағас...

ТРИЛОГИЯ

ТРИЛОГИЯ (гр. tri — өс һәм ...логия), бер‑береһе м‑н төп фекер, сюжет, персонаждар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән өс үҙ аллы әҫәрҙең ҡушылмаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Т. А.М.Таһиров яҙа, ул Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларына арналған “Һалдаттар” (1933; урыҫса тәржемәһе 1934), “Ҡыҙылгвардеецтар”...

ТРИНИЯ

ТРИНИЯ (Trinia), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Урта Азияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, төбөнән тармаҡланған, бейеклеге 7—70 см. Япраҡтары тар, еп һымаҡ тиерлек ос сегменттары булған...

ТРИПОЛИУМ

ТРИПОЛИУМ, т а т ы р а с т р а һ ы (Tripolium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған илдәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән, бейеклеге 20—80 см. Һабағы төҙ, тармаҡлы. Япрағы бөтөн, ҡыяҡлы йәки ҡыяҡлы‑ланцет формалы,...

ТРИТИКАЛЕ

ТРИТИКАЛЕ (Triticale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты; бойҙай м‑н арыш гибриды. Ҡырағай рәүештә осрамай. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 3—6 быуын араһы булған цилиндр формаһындағы һалам, бейеклеге 80—180 см. Япрағы сиратлы, ултырма. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — яланғас бөртөксә, июль...

ТРИТОНДАР

ТРИТОНДАР (Triturus), ҡойроҡло ер‑һыу хайуандары заты. 12 төрө билдәле, башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. БР‑ҙа 2 төрө бар. Тараҡлы Т. кәүҙә оҙонлоғо 14—15, ябай Т. — 8—11 см. Башы яҫы, киң, кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ, ҡойроғо ян‑яҡтан ҡыҫылған, тире ҡырпыуы бар. Тараҡлы Т. арҡа тиреһе эре бөртөклө,...

ТРИХИНЕЛЛЁЗ

ТРИХИНЕЛЛЁЗ (лат. trichinellosis), биогельминтоз, кеше һәм хайуандарҙың паразит арауырыуы. Тыуҙырыусылары: Trichinellidae — Trichinella spiralis ғаиләһе нематодалары (кешелә, күпселек йыртҡыстарҙа һәм бөтә нәмәне ашаған хайуандарҙа паразит булып йәшәй) һәм Trichinella pseudospiralis (имеҙеүселәрҙә һәм...

ТРИХОЛОМА

ТРИХОЛОМА (Tricholoma), рядовка һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған пластинкалы бәшмәк заты. 100‑гә яҡын төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә төрө бар. Эшләпәһенең диаметры 12 см тиклем, башлыса йәшкелт‑һары (йәшел бәшмәк), һорғолт‑көрән төҫтә (һоро Т.), ярымшар формаһында, өҫкө йөҙө сүсле йәки...

ТРИХОМОНАДТАР

ТРИХОМОНАДТАР (Trichomonas), иң ябайҙар заты. Бер нисә тиҫтә төрө билдәле. БР‑ҙа бөтә ерҙә осрай. Бер күҙәнәкле эндопаразиттар. Кәүҙә оҙонлоғо 5—40 мкм. Кәүҙәһе груша һымаҡ, 3 (ҡайһы берҙә 5) ирекле алғы ҡамсыһы бар, уларҙың береһе тулҡын һымаҡ мембрана барлыҡҡа килтерә. Күҙәнәк эсендә терәк органелла...

ТРИХОМОНОЗ

ТРИХОМОНОЗ, т р и х о м о н и а з, бәүел‑енес системаһы ағзаларының зооантропоноз протозой ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Trichomonas vaginalis; организмдан тыш аҙ тотороҡло, т‑ра 40°С артыҡ булғанда, киптергәндә һәм дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Яңы, хроник (2 айҙан ашыу) һәм симптомһыҙ (трихомонада...

ТРИХОФИТИЯ

ТРИХОФИТИЯ, т р и х о ф и т о з, кешенең, хайуандарҙың тире һәм уның сығарылмалары зарарланыуы м‑н бәйле бәшмәк ауырыуы. Тыуҙырыусылары — Trichophyton затына ҡараған антропофиль (кешелә генә паразит булып йәшәгән) һәм зоофиль (кеше һәм хайуандарҙы зарарлаған) бәшмәктәр. Кешеләге Т. Зарарланыу тәрәнлеге...

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ, С м о л е н с к с о б о р ы. Өфөлә урынлашҡан. 1586 й. Өфө кремле терр‑яһында 1584 й. Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән ағас сиркәү урынында нигеҙләнә, 1616 й. төҙөлә һәм Смоленск (Йәмиғ) сиркәүе булараҡ изгеләндерелә, 1799 й. алып Смоленск кафедраль соборы, 1842 й. Воскресение...

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Уй й. үрге ағымында урынлашҡан. 1834 й. алып Барын‑Табын, Ҡара‑Табын һәм Күбәләк улустары башҡорттарының ерҙәрендә И.В.Жуковский тарафынан “Т.а.п.” компанияһы ойошторолғандан һуң эшләй башлай. Алтын Балбыҡ, Благодатный, Викторовка, Казнахтин, Россыпный, Труд,...

ТРОИЦК АЛЫШ-БИРЕШ ЙОРТО

ТРОИЦК АЛЫШ-БИРЕШ ЙОРТО, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан һәм Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында төҙөлгән баҙар. 1745 й. Уй й. уң ярында Троицк ҡәлғәһе ҡаршыһында асыла. Ул “урыҫ” (Рәсәй сауҙагәрҙәре өсөн), “ҡырғыҙ” (ҡаҙаҡ) һәм “Бохара” (Урта Азия) “ихаталарына” бүленгән ағас ҡаралтылар...

ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ

ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ, 1743 й. И.И. Неплюев тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә Уйыл й. Уй й. ҡойған урында хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы (ҡара: Православие байрамдары) хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән 9...

ТРОИЦК ӨЙӘҘЕ

ТРОИЦК ӨЙӘҘЕ, 1784 й. Өфө наместниклығы составында ойошторолған. Өйәҙгә Верхнеурал өйәҙенең —төньяҡ- көнсығыш, Өфө өйәҙенең—көнсығыш, Силәбе өйәҙенең көнбайыш өлөшө ингән. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1919 й. сент. — Силәбе губернаһы составында була. 1865 й. Т.ө. бер өлөшө Златоуст өйәҙенә ҡараған....

ТРОИЦК ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ

ТРОИЦК ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ. Беренсе йәмиғ мәсет (Төп мәсет) сауҙагәр Бәкеровтар аҡсаһына 1787 й. төҙөлгән, 1790 й. асыла. 1840 й. яңыртып төҙөлә. Бина таштан һалынған, манараһы була. Мәсет эргәһендә “Әхмәҙиә” мәҙрәсәһе эшләгән. 1899 й. мәхәлләлә 1224 кеше иҫәпләнә. Имам‑хатиптары: М.Абдулварифов...

ТРОИЦК, Благовар р‑нындағы ауыл

ТРОИЦК, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 70 кеше; 1959 — 80; 1989 — 82; 2002 — 130; 2010 —161 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1924 й. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың...

ТРОИЦК, ҡала

ТРОИЦК, ҡала (1784 й. алып), Троицк өйәҙенең адм. үҙәге (1784—1923). 1743 й. Троицк ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына. 19 б. 60‑сы йй. алып Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө хәрби бүлеге үҙәге. 1811 й. 1500 кеше, 1825 й. — 3218 (ш. иҫ. 215 чиновник ғаиләһе, ғаиләһе м‑н 492 отставкалағы һалдат, 159 сауҙагәр һәм...

ТРОИЦКАЯ Любовь Николаевна

ТРОИЦКАЯ (Троицкая‑Зайдентрегер) Любовь Николаевна (6.10.1911, Ҡазан — 9.4.1995, Өфө), йырсы (сопрано), педагог. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1941; Л.Н.Балановская класы) педагог‑вокалист, 1944 й. алып Респ. лекторийының художество етәксеһе, 1948—49...