Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШҠОРТОСТАН”, ҡошсолоҡ фабрикаһы

“БАШҠОРТОСТАН”, ҡошсолоҡ ф‑каһы, ААЙ, “Русское зерно” ЯСЙ составына инә. Өфө р‑ны Авдон а. урынлашҡан. “Б.” составында төп етештереү цехтары: нәҫел көтөүе, көтөү яңыртыу өсөн аҫралған йәш ҡоштар, сәнәғәт көтөүе (бөтәһе лә 1978 й. ойошторолған), һуғым ҡоштары (1979); ярҙамсы цехтар: мал аҙығы әҙерләү...

“БАШҠОРТОСТАН”, машина‑технология станцияһы

“БАШҠОРТОСТАН”, машина‑технология станцияһы, ДУАХП. А.х. б‑са хеҙмәттәр күрһәтә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү, респ. АСК‑һын хеҙмәтләндереү өсөн а.х. техникаһын күпләп һатып алыу б‑са контракттар ғәмәлләштереү м‑н шөғөлләнә. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Зубов ауылы. 2000 й....

“БАШҠОРТОСТАН”, нәшриәт, ДУП

“БАШҠОРТОСТАН”, нәшриәт, ДУП. Гәзиттәр, журналдар, китаптар, календарҙар, буклеттар, брошюралар һ.б. баҫма продукция сығара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: брошюралау, гәзит, баҫмаға тиклем әҙерлек, баҫыу цехтары һ.б. 2010 й. 409 кеше эшләгән; 91 төр гәзит (дөйөм тиражы 283,3 млн дана), 61 төр журнал...

“БАШҠОРТОСТАН”, софтбол б‑са спорт клубы

“БАШҠОРТОСТАН”, софтбол б‑са спорт клубы. 1987 й. махсус стадионы булған Өфө р‑нының Николаевка урта мәктәбендә асыла. “Б.” командаһы — Б төркөмөндә Европа илдәре кубоктары кубогын яулаусы (1999), Рәсәй чемп. (1991), Рәсәй Кубогын яулаусы (1994, 1997—98), Мәскәү, Тирасполь (1991), Луганск (1999) ҡҡ....

“БАШҠОРТОСТАН”, спидвей б‑са клуб командаһы

“БАШҠОРТОСТАН”, спидвей б‑са клуб командаһы. Өфөлә эшләгән: 1962 й.алып төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы эргәһендә, 1980 й. — “Өфөлө” спорт клубы һәм ДОСААФ өлкә ком‑ты эргәһендә, 1989—98 йй. — “Башҡортостан” спорт-коммерция үҙәге (1995—96 йй. “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” тип атала) эргәһендә. “Б.” — СССР...

“БАШҠОРТОСТАН”, телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы

  “БАШҠОРТОСТАН”, телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы, “Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы” ФДУП‑ы филиалы. Мәғлүмәт материалдарын йыйыу, эшкәртеү, анализлау, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙы, кино-, видео- һәм аудиопродукцияны ҡабул итеү, трансляциялау, эшләү һәм күбәйтеү,...

“БАШҠОРТОСТАН”, телерадиотапшырыуҙар компанияһы

“БАШҠОРТОСТАН”, телерадиотапшырыуҙар компанияһы, ДУП. Ойоштороусылары — БР Дәүләт милке м‑н идара итеү б‑са дәүләт ком‑ты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. 2001 й. нояб. ойошторола. Мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү, анализлау, теле‑ һәм радиотапшырыуҙарҙы, кино‑, видео‑ һәм аудиопродукцияны ҡабул итеү,...

“БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ”

“БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ”, Крәҫтиән реформаһынан һуң башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәрҙең хоҡуҡи хәлен билдәләүсе закон. 1863 й. 14 майында ҡабул ителә. Закон проектын 1861—62 йй. Ырымбур ген.‑губ. А.П.Безак тарафынан эшләнә, Александр II раҫлай. 2 өлөштән тора: “Башҡорттар тураһында...

“БАШҠОРТТАР: ЭТНОЛОГИК МОНОГРАФИЯ ТӘЖРИБӘҺЕ”, монография

“БАШҠОРТТАР: ЭТНОЛОГИК МОНОГРАФИЯ ТӘЖРИБӘҺЕ” (“Башкиры: Опыт этнологической монографии”), С.И.Руденконың монографияһы. Хеҙмәт 1905—08 йй. этнографик экспедиция материалдары, баҫтырылған сығанаҡтар һәм әҙәбиәт нигеҙендә яҙылған. 2 өлөштән тора. 1‑се өлөшөндә (Физический тип башкир //Записки Императорского...

“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), гәзит

“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), ижтимағи‑сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 1 мартынан 25 мартына тиклем төрки телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзит “Йәшәһен Башҡурдистан!”, “Йәшәһен халыҡ власы нигеҙендә Рус ҡушма штаттары!”...

“БАШЛЕСПРОМ”, предприятие

“БАШЛЕСПРОМ” урман сәнәғәте холдинг компанияһы, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1952 й. Өфөлә “Башлес” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1953 й. алып комб‑т, 1975 й. — ПБ; 1986 й. башлап “Б.” Башҡ‑н урман сәнәғәте ПБ, 1988 й. — терр. ПБ, 1991 й. — урман сәнәғәте берекмәһе, 1994 й. — «“Б.” урман сәнәғәте...

“БАШМАҒЫМ”, комедия

“БАШМАҒЫМ”, Х.К.Ибраһимовтың 3 шаршаулы музыкаль комедияһы. 1916 й. яҙылған. Комедияла 20 б. башындағы татар сауҙагәрҙәренең тормош‑көнкүреше һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре сағылдырылған. Геройҙар ҡиммәтле башмаҡтар юғалыуға бәйле төрлө комик хәлдәргә юлыға. Тәүге тапҡыр 1919 й. Төркөстан фронтының Көньяҡ төркөм...

“БАШМЕБЕЛЬ”, предприятие

“БАШМЕБЕЛЬ”, мебель етештереү пр‑тиеһы. 1959 й. Өфө фанер-мебель комб‑ты составындағы (1966 й. тиклем) мебель ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына. 1971 й. алып “Башҡортостан” мебель фирмаһы, 1975 й. — “Б.” Башҡ‑н мебель ПБ, 1986 й. — Өфө мебель комб‑ты, 1994 й. — “Башлеспром” ААЙ составындағы “Б.” ААЙ, 2005...

“БАШМЕДЬСТРОЙ”, предприятие

“БАШМЕДЬСТРОЙ”, торлаҡ, производство һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1948 й. Сибай ҡ. “Башстрой” төҙөлөш идаралығының 1‑се һәм 2‑се төҙөлөш участкалары базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1990 й. алып производство-төҙөлөш берекмәһе, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына...

“БАШНЕФТЕГАЗПРОЕКТ”

“БАШНЕФТЕГАЗПРОЕКТ” проект институты, “Стронег” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1988 й. “Башнефтегазстрой” проект‑төҙөлөш берекмәһенең проект бүлеге булараҡ асыла, 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1991 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — торлаҡ‑граждан тәғәйенләнешле...

“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, предприятие

“БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА”, ААЙ. Нефть һәм тәбиғи газдарға эҙләнеү-разведка эштәре алып бара. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 14 сейсмик разведка партияһы (ш. иҫ. Башҡортостанда 3, Төмән өлк. 11), 3 геофизика эштәре идаралығы, экспедициялар. Өфөлә Геофизика материалдарын эшкәртеү һәм интерпретациялау үҙәге, тематик...

“БАШНЕФТЕЗАВОДСТРОЙ”, предприятие

“БАШНЕФТЕЗАВОДСТРОЙ”, торлаҡ, сәнәғәт, соц.-көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1945 й. Өфөлә “Башнефтезаводы” тресының 1‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. “Б.” проект-төҙөлөш берекмәһенә үҙгәртелә, 1993 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла....

“БАШНЕФТЕПРОЕКТ”

“БАШНЕФТЕПРОЕКТ” институты, 1933 й. Маҡар районы Ишембай а. С.М.Киров ис. Ишембай промыслаһының төҙөлөш бүлеге составында проект‑смета бюроһы булараҡ асыла, ш. уҡ йылда Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә; 1936—39 йй., 1941—51 йй. “Б.” проект‑смета контораһы (1944 й. Өфөгә күсерелә), 1939 й. алып “Востокнефтепродукт”...

“БАШНЕФТЬ”, предприятие

“БАШНЕФТЬ” акционерҙар нефть компанияһы, асыҡ АЙ. БР, Ырымбур өлкәһе, Көнбайыш Себер территорияларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе, Ираҡ һәм Мьянмала геология‑разведка эштәрен тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һ.б. киң продукция ассортиментын...

“БАШНЕФТЬ”, шашка клубы

“БАШНЕФТЬ”, проф. шашка клубы. 1999 й. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы эргәһендә “Нефтсе” клубы булараҡ нигеҙ һалына, 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә; 2002 й. — Өфөлә урынлашҡан. Клубтың ирҙәр командаһы — Европа чемп. (2000—01), Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2000—01, 2004—07, 2009—10),...