Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АВИШ”, ЯСЙ

“АВИШ”, ЯСЙ. Корпуслы мебель эшләүҙе, аркалы конструкциялар етештереү һәм монтажлауҙы тормошҡа ашыра; ремонт-төҙөлөш эштәрен башҡара; автотранспорт хеҙмәтен күрһәтә. Бүздәк р‑ны Бүздәк а. урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. А. составы: мебель цехы (1993 й. нигеҙләнгән), аркалы конструкциялар етештереү...

“АВТОКОМПЛЕКТ”, ААЙ

“АВТОКОМПЛЕКТ”, автотрактор электр йыһаздары, даими магниттар һәм төҫлө ҡойолмалар етештереү пр‑тиеһы. 1971 й. Октябрьский ҡ. “Автоприбор” з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1973 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1986 й. алып ПБ, 1993 й. — акционерҙар компанияһы, 1994 й. — “АПри” акционерҙар компанияһы, 1999 й. —...

“АВТОМОБИЛСЕ”

“АВТОМОБИЛСЕ”, Автотранспорт колледжының спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1969 й. асыла. Стадионы, саңғы базаһы, спорт залы (22x9 м), спорт майҙансығы, саңғы трассаһы, саңғы спорты музейы бар. Автомобиль спорты, армспорт, баскетбол, волейбол, гер спорты, еңел атлетика, йөҙөү, көрәш, мини‑футбол, өҫтәл...

“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН КИҢӘЙТЕҮ ТУРАҺЫНДА”

“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН КИҢӘЙТЕҮ ТУРАҺЫНДА” (“О расширении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики”), Оло Башҡортостан сиктәрен юридик яҡтан нығытыу т‑дағы 1922 й. 14 июнендәге Бөтә Рәсәй ҮБК декреты. Документҡа ярашлы Өфө губернаһы бөтөрөлә;...

“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН ӨҪТӘМӘ ҮҘГӘРТЕҮ ТУРАҺЫНДА”

“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН ӨҪТӘМӘ ҮҘГӘРТЕҮ ТУРАҺЫНДА” (“О дополнительном изменении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики”), Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 17 авг. декреты. Документҡа ярашлы БАССР-ҙан Силәбе губернаһына, БАССР-ҙың Дыуан-Ҡошсо...

“АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО ТУРАҺЫНДА”

“АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО ТУРАҺЫНДА” (“О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики”), респ. РСФСР составындағы хоҡуҡи хәлен билдәләү т‑дағы РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы декреты. Документ б‑са АСБР‑ҙа дәүләт власы...

“АВТОНОРМАЛЬ”

“АВТОНОРМАЛЬ” Бәләбәй заводы, ААЙ. Автомобилдәргә, тракторҙарға беркетеү изделиелары (4500‑гә яҡын төр) етештерә. “А.” составы: автомат, металл әҙерләү (икеһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), пружиналар, термик, металл ҡапламалары, табаҡлы штамплау (бөтәһе лә — 1969), болттар, гайкалар, ваҡ беркетеү деталдәре,...

“АГИТАТОР-ПРОПАГАНДИСТ”, журнал

“АГИТАТОР-ПРОПАГАНДИСТ”, ижтимағи‑сәйәси журнал. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. 1923 й. Өфө ҡ. айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Журналда совет власын яҡларға саҡырған агитацион мәҡәләләр баҫтырыла, большевизм идеялары пропагандалана. Тәрж. Р.М.Шәрипова    ...

“АГРОЗАЩИТА”, ЯАЙ

“АГРОЗАЩИТА”, ЯАЙ. Үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн химик сараларҙы һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 2003 й. 17 кеше эшләгән; 234 т пестицид, 20 берәмек а.х. техникаһы, яҡынса400 т ағыу м‑н эшкәртелгән орлоҡ (кукуруз, көнбағыш, судан үләне һ.б.) һатылған. 1994 й. ойошторола. 2001 й. пр‑тиела орлоҡтарҙы...

“АГРОМАШ”, ДУП

“АГРОМАШ”, а.х. ҡорамалдары етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. СССР‑ҙың көньяҡ райондарынан эвакуацияланған йыһазландырылған заводтар базаһында “Уфасельмаш” механика з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. 1944 й. алып а.х. машиналары (елгәргес, сортлағыс, ашлыҡ һуҡҡыс һ.б.), 1959 й.— а.х. ҡорамалдары (вентилятор, һауа...

“АГРОНОМ И ПАХАРЬ”

“АГРОНОМ И ПАХАРЬ” (“Агроном һәм һабансы”), “Власть труда” гәзитенә ҡушымта. Өфө ҡ. аҙнаһына бер тапҡыр урыҫ телендә баҫыла. 1924 й. 5 апреленән 21 авгусына тиклем нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Баҫмала ауыл хужалығы темаһына материалдар, республикала сәсеү эштәре барышы хаҡында мәғлүмәттәр яҡтыртыла. Тәрж....

“АГРОСТРОЙМЕХАНИЗАЦИЯ”, ДУП

“АГРОСТРОЙМЕХАНИЗАЦИЯ”, төҙөлөш ойошмаларына башнялы, сылбырлы, пневмотәгәрмәсле крандар, автогидрокүтәргестәр, ер ҡаҙыусы һ.б. техника биреүсе, автотранспортты, йөк күтәреү крандарын һәм төҙөлөш механизмдарын ремонтлаусы һәм хеҙмәтләндереүсе, башнялы крандарҙы монтажлаусы һәм күсереп йөрөтөүсе пр‑тие....

“АҒИҘЕЛ ТУЛҠЫНДАРЫ”, опера

“АҒИҘЕЛ ТУЛҠЫНДАРЫ”, З.Ғ.Исмәғилевтең 4 шаршаулы операһы. 1969 й. яҙылған. “А.т.” премьераһы 1972 й. 24 февр. БДОБТ‑ла уҙа (М.Кәрим либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры Ғ.Х.Моталов, реж. Р.А.Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. Ф.М.Саттаров). Төп партияларҙа:...

“АҒИҘЕЛ” ҡунаҡханаһы, МУП

“АҒИҘЕЛ”, ҡунаҡхана, МУП. Өфө ҡ. урынлашҡан. 5 ҡатлы бинала (типлы проект) 158 номер, бизнес-үҙәк, ресторана һ.б. бар. 2010 й. 69 кеше эшләгән. 1963 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1995 й. алып ДУП, 1998 й. хәҙерге статусын ала. 2017 й. башлап “3 йондоҙ” категорияһын йөрөтә. Д.Ғ.Күскилдин Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина    ...

“АҒИҘЕЛ”, ансамбль (Салауат ҡ.)

“АҒИҘЕЛ”, “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайының (Салауат ҡ.) халыҡ бейеүҙәре ансамбле. 1962 й. ойошторола, 1965 й. “халыҡ” исемен ала. РФ‑тың атҡ. халыҡ ижады коллективы (2011). 1986—2015 йй. бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестры оҙатыуында башҡарылған. Репертуарында башҡорт хореографияһы классикаһы: “Зарифа”,...

“АҒИҘЕЛ”, ДУП

“АҒИҘЕЛ” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе, ДУП. Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен эшләүсе иң ҙур пр‑тие. Өфөлә урынлашҡан. “А.” составы: тегеү, сәнғәт, мебель цехтары; Шафран филиалы (1972 й. алып, тегеү цехы өсөн ярым фабрикаттар етештерә). 2010 й. 190 кеше эшләгән. Лаклы миниатюра живописы,...

“АҒИҘЕЛ”, журнал

  “АҒИҘЕЛ”, әҙәби‑нәфис һәм ижт.-сәйәси журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 1,7 мең дананан ашыу (2015). 1923 й. мартынан “Яңы юл” исеме м‑н БашҮБК, БАССР ХКС‑ы, БАССР мәғарифы ХК һәм...

“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб

“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб. 1976 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә ойошторола. 1979 й. “халыҡ” исемен ала. “А.” БР-ҙың 60‑тан ашыу кинофотоклубын, ш. иҫ. “Зёрнышко”, “Ҡармасан”, “Урал” һ.б. берләштерә. “А.” — Башҡ. фотографияһы көндәрен (Мәскәү, 1979, 1995, 1997, 1999; Чита ҡ., 1985; Дрезден ҡ., Германия,...

“АҒИҘЕЛ”, олимпия әҙерлеге үҙәге

“АҒИҘЕЛ”, велосипед спорты б‑са олимпия әҙерлеге үҙәге. 1986 й. Өфөлә велосипед спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе базаһында ойошторола. “А.” филиалдары Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Туймазы ҡҡ., Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. асыла. Бассейны, велооҫтаханалары,...

“АҒИҘЕЛ”, спорт клубы

“АҒИҘЕЛ”, “Башнефтезаводстрой” ААЙ‑ның спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1961—93 йй. “Строитель”стадионы базаһында эшләгән. Ауыр атлетика, волейбол, конькиҙа шыуыу спорты, саңғы ярышы һәм футбол секциялары булған. “А.” 42 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб тәрбиәләнеүселәре В.П. һәм Н.П. Горбатовалар...