Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1958 й. “Пищевик” артеле (икмәк, икмәк кеүәҫе, газлы эсемлектәр, ҡайнатма, туңдырма етештергән) һәм Серафимовка икмәкханаһы базаһында Туймазы икмәк з‑ды булараҡ ойошторола, 1977 й. алып Т.и.к. (50‑нән ашыу төр продукция), 1994 й. башлап ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк, икмәк‑ҡалас...

ТУЙМАЗЫ ИТ КОМБИНАТЫ

ТУЙМАЗЫ ИТ КОМБИНАТЫ. 1929 й. колбаса цехы булған мал һуйыу урыны булараҡ ойошторола, 1956 й. алып Т.и.к., 1997 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, иттºн ярым фабрикаттар етештереү цехтары; тире тоҙлау бүлеге, келәт бинаһы, йәшелсә һәм иген һаҡлау урындары, һыуытҡыс ингән. 2003 й. 86...

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ. 1962 й. ойошторола, 1967 й. файҙаланыуға индерелә (төрөү ҡағыҙы, ҡағыҙ ҡаптар, 1971 й. — яҙыу ҡағыҙы, 1973 й. — полиэтилендан һалынма тоҡтар, 90‑сы йй. башында шешә йәшниктәре, һыу һибеү шлангылары, баҫма обойҙар етештерелә башлай), 2001 й. алып ЯСЙ, 2005 й. ябыла. Составына...

ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ

ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең үҫемлектән, мал‑тыуарҙан алынған сүстән, ш. уҡ яһалма һәм синтетик сүстән туҡыма, трикотаж, туҡылмаған туҡыма һ.б. етештереү тармағы. Т.с. составына туҡыу сеймалын беренсел эшкәртеү, кизе-мамыҡ, етен, йөн, ебәк, туҡылмаған материалдар, киндер сүсе һәм джут, ау бәйләү,...

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ, төбәк иҡт. тарафынан етештереү процесында алынған табыштың дөйөм дәүмәле. Эш хаҡы, табыш суммаларынан, социаль страховкалау, амортизация бүлемдәренән, ситләтелгән һалымдарҙан (субсидиялар тотоп ҡалына) тора. Т.т.п. структураһы тауар етештереүҙән, хеҙмәт күрһәтеүҙән һәм продукттарға...

ТҮБӘ РУДНИГЫ

ТҮБӘ РУДНИГЫ, һибелмә ятҡылыҡтарҙан, алтынлы окисланған мәғдәндәрҙән алтын табыу һәм уны эшкәртеү б‑са пр‑тие. Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 1916 й. башлана (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискылары). 1933 й. “Башзолото” тресы составында Байҡара һәм Түбә мәғдән идаралыҡтары ойошторола (1953—58 йй. “Южуралзолото”...

ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР

ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР, дәүләттәрҙең халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү бәйләнештәре. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәт күрһәтеү, финанс һәм хеҙмәт ресурстарының, технологияларҙың, идара итеү тәжрибәһенең һәм ғилми‑мәғлүмәт ағымдарының халыҡ‑ара хәрәкәтен, сит илдәргә туризмды үҙ эсенә ала....

ТЫШҠЫ САУҘА

ТЫШҠЫ САУҘА, бер илдең башҡа илдәр м‑н тауарҙы һәм хеҙмәтте индереүҙән (импорт) һәм сығарыуҙан (экспорт) торған сауҙаһы. Башлыса тышҡы сауҙа контракттары м‑н рәсмиләштерелгән коммерция килешеүҙәре аша тормошҡа ашырыла. Илдең Т.с. дәүләт тарафынан көйләнә. Башҡ‑нда 12 б. Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа...

УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҠТАРЫ

УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҠТАРЫ, ағас әҙерләү, ташыу, киҫеү һәм тейәп ебәреү, ш. уҡ беренсел ағас ағыҙыу (ҡара: Ағас әҙерләү сәнәғәте) м‑н шөғөлләнгән урман сәнәғәте пр‑тиелары. Күпселек У.с.х. ш. уҡ ағасты механик эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра (ҡара: Ағас эшкәртеү сәнәғәте); халыҡ ҡулланыуы тауарҙары (мебель,...

УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1959 й. Салауат р‑нында Урмантау урман участкаһы (1948 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторолған, 1998 й. алып МУП, 2007 й. ябылған. Составына Биәз һәм Троягыш урман участкалары ингән (икеһе лә – 1959 й.). 2003 й. 14 кеше эшләгән;...

УЧАЛЫ МЕТАЛЛУРГИЯ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

УЧАЛЫ МЕТАЛЛУРГИЯ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. 1982 й. Баймаҡ ҡойоу‑механика заводының Учалы цехы базаһында Учалы ҡойоу‑механика з‑ды булараҡ ойошторола, 1992 й. алып У.м.м.э.з. (3 һәм 5 м3 күләмдәге сүместәр, КамАЗ автомобилдәре кузовтарын сығарған), 1993 й. башлап “Металлургмаш” Учалы з‑ды дәүләт пр‑тиеһы,...

УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. 1976 й. ойошторола, 1981 й. файҙаланыуға индерелә (ағас тейәгестәр, ботаҡ ҡырҡҡыс, ботаҡ ҡырҡҡыс‑бысыу, транспорт‑тейәү машиналары; 90‑сы йй. уртаһында ТЭЦ һәм ГЭС‑тар өсөн йылытыу‑техник ҡорамалдар, манипуляторҙар, ашлыҡ киптергестәр; 2000 й. алып утын яғыла торған...

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ, шыйыҡ, газ хәлендәге йәки ҡаты продукттарҙы үткәргес торбалар буйлап ташыуҙы тәьмин иткән транспорт төрө. Тәғәйенләнеше һәм урынлашыу терр‑яһы б‑са магистраль (магистраль газ торбалары, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр) һәм сәнәғәт Ү.т.т. (технологик үткәргес...

ФАЛЬКО Валерий Степанович

ФАЛЬКО Валерий Степанович (19.11.1939, Бәләбәй ҡ. — 22.9.2009, Өфө), элемтә аппаратураһын көйләүсе. РФ‑тың почётлы радисы (1996). 1958—2000 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н “Прогресс” ПБ‑нда эшләй: слесарь-йыйыусы, мастер, 1963 й. башлап монтажсы, 1970 й. — көйләүсе. 1966—69 йй. “Кабель” КБ (Өфө) монтажсыһы....

ФАНЕР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ФАНЕР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең фанера, бөгөп йәбештерелгән деталдәр һәм шпон етештергән тармағы (ҡара: Ағас плита). Башҡортостанда 20 б. башында үҫеш ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. самолёт эшләү өсөн махсус фанера төрө етештерелә. 2004 й. тармаҡта 3 пр‑тие, ш. иҫ. Өфө фанер‑плита...

ФӘТТӘХОВ Ҡасим Камал улы

ФӘТТӘХОВ Ҡасим Камал улы [21.1.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Мошто а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) — 5.5.1981, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Уртауыл а.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре. Б. В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Краснокама р‑нында: Йәнйегет МТС‑ы тракторсыһы,...

ФИЛИППОВ Николай Никитич

ФИЛИППОВ Николай Никитич [7.7.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 6.9.2007, Екатеринбург ҡ.], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1993), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РСФСР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1982). Силәбе пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) 1953 й. тиклем Троицк...

ФИНАНС СИСТЕМАҺЫ

ФИНАНС СИСТЕМАҺЫ, аҡса фондтары һәм финанстарға идара итеү органдары м‑н бәйле булған финанс мөнәсәбәттәре тармағы һәм өлкәһе йыйылмаһы. РФ‑тың Ф.с. дәүләт һәм муниц. финанстарҙан (бюджет системаһы, дәүләт, муниц. кредит), хужалыҡ итеү субъекттары (коммерция, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, аралашсылар...

ФИРМА

ФИРМА (итал. firma), иҡт. һәм юридик яҡтан үҙ аллы хужалыҡ итеү субъекты; ҡайһы бер илдәрҙә Ф. термины ширҡәт мәғәнәһендә ҡулланыла. Ф. юридик шәхес булып тора һәм хужалыҡ ҡарамағында йәки идаралығында айырымланған мөлкәте булған ойошманы һынландыра. Ф. милке бер кешенеке, ширҡәттеке йәки корпорацияныҡы...

ФОНДТАР

ФОНДТАР, 1) билдәле маҡсаттарға тәғәйенләнгән аҡса йәки матди средстволар; 2) ағзалары булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (ҡара: Йәмәғәт фонды). Макроиҡтисади кимәлдә иҡтисадтың яңыртып етештереү потенциалын баһалау өсөн тупланыу (милли килемдең тотонолмай торған һәм төп капиталды арттырыу өсөн...