Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ

ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм ҡулланыу өсөн электр техникаһы продукцияһын сығарған машиналар эшләү тармағы. Баш­ҡортостанда 1941 й. Өфөгә бер нисә Э.т.с. пр‑тиеһы эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала, 1961 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды (ҡара:...

ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ

ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм бүлеүгә махсуслашҡан сәнәғәт тармағы; энергетиканың төп өлөшө булып тора. Сеймал сифатында һоро күмер, тәбиғи газ, мазут файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге электр станциялары 19 б. аҙ. — 20 б. башында Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Өфө,...

ЭЛЕМТӘ

ЭЛЕМТӘ, төрлө техник саралар ярҙамында мәғлүмәт тапшырыу һәм ҡабул итеү; иҡтисад тармағы. Почта элемтәһе һәм электр элемтәһе айырыла. Башҡортостанда даими почта элемтәһе 1735 й. алып эшләй. 1863 й. Петербург—Ырымбур телеграф элемтәһе линияһында аралыҡ пункты булған Өфө телеграфы асыла. Һамар­Златоуст...

ЭНГЕЛЬС Фридрих

ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон ҡ.), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. менән К.Маркс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы...

ЭШ ХАҠЫ

ЭШ ХАҠЫ, милли килемдең аҡсалата формала билдәләнгән өлөшө, ул һәр бер хеҙм‑р тарафынан сарыф ителгән хеҙмәт күләме һәм сифаты б‑са бүленә, шәхси маҡсатта ҡулланыла; хеҙмәт өсөн түләү. Э.х. дәүмәле эшсе көсөнә һорау һәм тәҡдимгә ҡарап билдәләнә, ш. уҡ хеҙм‑рҙең квалификацияһына, башҡарылған эштең ҡатмарлылығына...

ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, сәнәғәт һәм а.х. сеймалын эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостандың Э.с. яғыулыҡ сәнәғәте (күмер һәм нефть сығарыу сәнәғәтенән тыш), нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте (тау химияһы сәнәғәтенән тыш), машиналар эшләү, ҡара металлургия, төҫлө металлургия,...

ЭШҺЕҘЛЕК

ЭШҺЕҘЛЕК, иҡт. әүҙем халыҡтың бер өлөшөнөң хужалыҡ эшмәкәрлегендә мәшғүл булмауы. Тәбиғи (ҡулайлы эш урынын эҙләү м‑н бәйле), ҡабатланған (производствоның иҡт. үҫеше түбәнәйеүгә бәйле), ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙаҡҡа һуҙылған Э. айырыла. Асыҡ (рәсми Э.), йәшерен (халыҡтың өлөшләтә мәшғүллеге) һәм күсмә формаларҙа...

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡтың төрлө төрҙәрен сығарыу һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы; нефть ­сығарыу сәнәғәтен,­ нефть­ эшкәртеү­ сәнәғәтен,­газ­ сә­нәғәтен, күмер­ сәнәғәтен, торф һәм һәүерташ сәнәғәттәрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Я.с. үҫеше 20 б. 30‑сы йй. Ишембай­ нефть­ ятҡылы­ғын,­...

ЯМАНЙЫЛҒА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ЯМАНЙЫЛҒА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә а. урынлашҡан. Составына Яманйылға, Первомайский ағас‑таҡта әҙерләү пункттары; таҡта ярыу‑тара, ағас әйберҙәр сығарыу, ремонтлау, трактор, тепловоз, вагон цехтары; тар колеялы т. юлы (1933 й. 1‑се...

ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы

ЯНҒУРАЗОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10.9.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 12.9. 1978, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1953). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1934—37 йй....

ЯҢЫ ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ЯҢЫ ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, “Башнефть” АНК ААЙ филиалы. Төрлө маркалағы яғыулыҡ һәм майҙар алып углеводород сеймалын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Пр‑тие составына яғыулыҡ, газ‑каталитик, май, тауар, сервис производстволары инә, улар нефть сеймалын әҙерләүҙән башлап 60‑тан ашыу төр нефть продукттары алыусы...

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ, ниндәй ҙә булһа бер системаның — биол. (мәҫ., зат, популяция, экосистема) йәки соц. (мәҫ., индивид, ғаилә, ил) — өҙлөкһөҙ хәрәкәте һәм йәшәү процесын яңырта барыуы. Иҡтисадта Я.е. ябай, сикләнгән, киңәйтелгән булырға мөмкин һәм уға етештереүҙең ярашлы рәүештә үҙгәрмәгән, бәләкәйләнә...