Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ӨФӨ ЙЫЛЫЛЫҠ СЕЛТӘРҘӘРЕ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, Өфө халҡын һәм ойошмаларын йылытыу һәм йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн йылылыҡ энергияһын тапшырыу м‑н шөғөлләнә. 1962 й. Квартал ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре дирекцияһы булараҡ асыла, 1965 й. алып Берләшкән ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ селтәрҙәре пр‑тиеһы, 1982 й. —...

ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ

ӨФӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯЛАРЫ, Рус армияһында. 1) 1‑се Ө.к.д. 1918 й. дек. ойошторола. Див. составына Томск гусар, Ҡазан драгун, Себер улан, Екатеринбург улан полктары, 1‑се атлы-артиллерия дивизионы инә. 1‑се Ө.к.д. Себер армияһы составында була: 1919 й. июленән — 2‑се, сент. — 1‑се; дек. — 3‑сө армияла....

ӨФӨ КАНТОНЫ

ӨФӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. БАССР составында ойошторола. Кантонға Өфө өйәҙенең — 37, Көҙәй кантонының — 2, Табын кантонының 2 улусы инә. Төньяҡта — Бөрө кантоны, төньяҡ‑көнсығышта – Мәсәғүт кантоны, көнсығышта – Урал өлкәһе, көньяҡ‑көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көньяҡта — Стәрлетамаҡ кантоны, көнбайышта...

ӨФӨ КАРСТ САҒЫЛЫ

А.И.Смирнов Тәрж. И.М.Япаров  ...

ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ

ӨФӨ КИЗЕ‑МАМЫҠ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Ҡаты кизе‑мамыҡ туҡымалар, тегеү изделиелары (түшәк кәрәк‑яраҡтары, матрастар, һырыған юрғандар) етештерә. Составына туҡыу, ҡабул итеү‑контроль, халыҡ ҡулланыуындағы тауарҙар участкалары ингән. 2009 й. 517 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған....

ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ

ӨФӨ КИҢ ПРОФИЛЛЕ ҺӨНӘР БИРЕҮ КОЛЛЕДЖЫ, 1939 й. майында башҡорт пед. уч‑щеһы булараҡ нигеҙләнә, 1939 й. сент. алып Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһы, һуңғараҡ 1‑се пед. уч-щеһы, 1994 й. башлап 1‑се пед. колледжы, 2013 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр...

ӨФӨ КРАЙЫНЫҢ САУҘА ҺӘМ СӘНӘҒӘТ СОЮЗЫ

ӨФӨ КРАЙЫНЫҢ САУҘА ҺӘМ СӘНӘҒӘТ СОЮЗЫ, Өфө губернаһындағы сауҙагәрҙәрҙең, ваҡ-төйәк м‑н һатыу итеүселәрҙең, бәләкәй һәм урта сәнәғәт пр‑тиелары хужаларының хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. 1917 й. мартында Өфөлә ойошторола. Халыҡ азатлығы партияһы программаһын яҡлай, сауҙа азатлығы,...

ӨФӨ КРАН ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

ӨФӨ КРАН ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Йөк күтәреү ҡорамалдарын етештереү, монтажлау, ремонтлау, техник диагностикалау, металл конструкциялар һәм вентиляция системалары эшләп сығарыу м‑н шөғөлләнә. Составына йөк күтәреү ҡорамалдарын монтажлау, ремонтлау, вентиляция, металл конструкциялар, төҙөлөш, автотранспорт...

ӨФӨ КРЕМЛЕ

ӨФӨ КРЕМЛЕ, Ө ф ө ҡ ә л ғ ә һ е. 1586 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урта быуаттарҙағы ҡаласыҡ (Ҡара: Өфө II) урынында төҙөлә. Башҡорттар Ө.к. Имән ҡала тип атаған. Дөйөм майҙаны яҡынса 1,2 га. Дүртмөйөш рәүешендә була. Бейеклеге 5 м, оҙонлоғо 440 м булған имән стена м‑н уратылған. Ө.к....

ӨФӨ КРЕПОСТНОЙ КОНТОРАҺЫ

ӨФӨ КРЕПОСТНОЙ КОНТОРАҺЫ, дәүләт учреждениеһы. 1701 й. ойошторола. Өфө провинция канцелярияһы (ҡара: Өфө провинцияһы) бүлексәләренең береһе. Ө.к.к. составында күҙәтеүсе (конторға етәкселек итә), 4 күсереп яҙыусы була. Бурысҡа аҡса алыу, купчий, подряд, эш ҡушыу, килеү һ.б. ҡағыҙҙарҙы теркәү һәм рәсмиләштереү...

ӨФӨ ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ

ӨФӨ ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ, финанс учреждениеһы. 1865 й. Өфө губернаһы ойошторолғас, Ырымбур ҡаҙна палатаһы урынына барлыҡҡа килә. Идарасы етәкселек итә. 19 б. аҙ. Ө.ҡ.п. составына ревизия бүлеге нач., ҡаҙнасылыҡ бүлеге нач., эш башҡарыусылар, архивариус, махсус йомош үтәгән чиновниктар, бухгалтерҙар, столоначальниктар...

ӨФӨ ҠАЛА ДУМАҺЫ ВАҠЫТЛЫ КОМИТЕТЫ

ӨФӨ ҠАЛА ДУМАҺЫ ВАҠЫТЛЫ КОМИТЕТЫ, Өфө губернаһының юғары власть органы. 1918 й. 5 июлендә Өфө ҡала думаһы ултырышында ойошторола. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетына (Комуч) буйһонған. Ком‑т составына рәйес һәм ағзалар (июль уртаһына — 19) ингән. Ком‑т ағзалары араһында кадет (Ю.Ю.Блюменталь),...

ӨФӨ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ӨФӨ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1982 й. ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Өфө синтетик спирт з‑дының мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 1994 й. алып “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ның мәҙәниәт һарайы, 1999 й. — “Синтез” мәҙәниәт һарайы, 2000 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1100 урынлыҡ тамаша залы, хор класы, хореография...

ӨФӨ ҠАЛА ЭЛЕКТР СЕЛТӘРҘӘРЕ

ӨФӨ ҠАЛА ЭЛЕКТР СЕЛТӘРҘӘРЕ, Өфө һәм Өфө р‑ны ҡулланыусыларына электр энергияһын тапшырыуҙы һәм бүлеүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Өфөлә урынлашҡан, Көнсығыш, Көнбайыш, Төньяҡ, Өфө Үҙәк, Көньяҡ‑Көнсығыш, Көньяҡ электр селтәрҙәре райондарының диспетчер пункттары эшләй. Ө.ҡ.э.с. составында...

ӨФӨ ҠАЛАСЫҠТАРЫ

ӨФӨ ҠАЛАСЫҠТАРЫ, б.э.т. 4 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Өфө терр‑яһында урынлашҡан. Ө.ҡ.I, ҡара: Шайтан ҡаласығы. Ө.ҡ.II, ҡара: Өфө II. Ө.ҡ.III З.Вәлиди, Воровской, Яңы күпер, Окт. Революцияһы, Пушкин, Туҡай урамдары тирәһендә урынлашҡан. 1952 й. асыла, 1954 й. П.Ф.Ищериков, 1990 й. В.В.Овсянников...

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. “Йәшел Сауҡалыҡ” шифаханаһы терр‑яһында Лысая тауынан төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. 1911 й. асыла, 1911—12 йй. В.В.Гольмстен, Д.Н.Эдинг, 1973 й. Ю.А.Морозов тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. Яҡынса 28 ҡәбер...

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ, иртә тимер быуат — иртә Урта быуат археологик ҡомартҡылары. Өфө терр‑яһында урынлашҡан. 40‑ҡа яҡын ҡәберлек асылған һәм өйрәнелгән, тәүге ҡәберлектәр 18 б. аҙ. табылған. Яңы Өфө ҡәберлеге Ананьин мәҙәниәтенә, Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарай. З.Вәлиди һәм Аксаков, Гоголь, К.Маркс урамдары...

ӨФӨ ЛАК-БУЯУ ЗАВОДЫ

ӨФӨ ЛАК-БУЯУ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Буяуҙар, коррозияға ҡаршы һәм махсус тәғәйенләнешле материалдар етештерә. Составына: 1‑се һәм 2‑се цехтар, лаб. инә. 2012 й. 50 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1941 й. эвакуацияланған 1‑се һәм 2‑се Мәскәү буяу з‑дтары базаһында “Полиграф”...

ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ. 1935 й. “Пролетарка” Ө.м.ф. булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1955 й. алып Ө.м.ф., 1992 й. — ААЙ (2000 йй. башында бета‑каротинлы макарон изделиеларын сығарыу үҙләштерелә), 2005 й. ябыла. 60—80‑се йй. илдәге макарон сәнәғәтенең төп пр‑тиеһы булған. Составына преслау, киптереү, фасовкалау,...

ӨФӨ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТЫ №30

ӨФӨ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТЫ №30. 1902 й. Һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы булараҡ асыла, 1919 й. алып һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн Өфө хеҙмәт мәктәп‑коммунаһы, 1936 й. — һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн өлкә тулы булмаған урта мәктәбе, 1950 й. — ҡолаҡҡа ҡаты һәм һуң һаңғырауланған балалар өсөн өлкә урта мәктәбе (1955...