Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙТИРӘКОВА Динора Нурылғаян ҡыҙы

БАЙТИРӘКОВА Динора Нурылғаян ҡыҙы (20.12.1927, Өфө), театр‑йәмәғәт эшмәкәре, театр белгесе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Н.‑Ғ.Н.Байтирәковтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1952; Л.А.Малюгин һәм П.А.Марков курсы) БАДТ‑ның әҙәби бүлеге мөдире. 1955 й....

БАЙТИРӘКОВА Ләйлә Сафа ҡыҙы

БАЙТИРӘКОВА Ләйлә Сафа ҡыҙы (3.7.1924, Өфө ҡ. — 31.7.2006, Мәскәү ҡ.), офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) Башҡортостан трахоматоз ҒТИ‑нда, 1950—82 йй. Мәскәү өлкә клиник ҒТИ‑нда (1960 й. алып...

БАЙТУР, Мишкә р‑нындағы ауыл

БАЙТУР, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 143 км алыҫлыҡта Байтур й. (Уҫы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 744 кеше; 1920 — 762; 1939 — 765; 1959 — 541; 1989 — 381; 2002 — 339; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

БАЙШАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл

БАЙШАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 101 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 815 кеше; 1920 — 797; 1939 — 527; 1959 — 401; 1989 — 232; 2002 — 188; 2010 — 135 кеше. Удмурттар...

БАЙЫҠ АЙҘАР

БАЙЫҠ АЙҘАР [ысын исеме Байыҡ Аблаев, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Баймөхәмәт Байназаров; 1734, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1710; Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Монай а. (хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ улустың Мәхмүт а. (Салауат р‑ны) — яҡынса 1815], сәсән. “Байыҡ Айҙар сәсән”...

БАЙЫМ ИШАН

БАЙЫМ ИШАН (ысын исеме Байым Тәнибәков; яҡынса 1733, Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы — 1816, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Муллабайым а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байым а.), дин әһеле. Суфыйсылыҡ юлынан барыусы, ишан. Бохара ҡ. мәҙрәсә тамамлаған. 19 б. башынан Муллабайым ауылында указлы...

БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ

БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттарынан. Тархан. Ш. уҡ улустың старшинаһы. 6 мең баш тирәһе йылҡыһы булған. Бер нисә тимер мәғдәне ятҡылығын, ш. иҫ. Магнит тауын, беренсе булып асыусы (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм...

БАЙЫМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

БАЙЫМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 67 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 458 кеше; 1920 — 567; 1939 — 531; 1959 — 643; 1989 — 913; 2002 — 982; 2010 — 1015 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

БАЙЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БАЙЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 41 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Таулы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 397 кеше; 1920 — 793; 1939 — 228; 1959 — 326; 1989 — 474; 2002 — 521; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар йәшәй...

БАЙЫМБӘТОВ Альберт Апуш улы

БАЙЫМБӘТОВ Альберт Апуш улы (27.11.1938, Приморье крайы Благодатное а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 1969 й. тиклем БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү социологияһына, йәштәрҙең соц....

БАЙЫМОВ Әхмәтғази Хаммат улы

БАЙЫМОВ Әхмәтғази Хаммат улы [1876, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байым а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.11.1964, шунда уҡ], дин әһеле. Байым ишандың бүләһе. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, унан Орск өйәҙенең Темәс а. һәм Орск ҡ. мәҙрәсәләрендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен белгән. 1898 й. алып тыуған ауылы мәҙрәсәһендә...

БАЙЫМОВ Бөрйән Сафа улы

БАЙЫМОВ Бөрйән Сафа улы (7.2.1948, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны 2-се Этҡол а. — 26.11.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), фольклорсы, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1993). Журналистар союзы (1989), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1983—98 йй., 2000—02 йй. — ТТӘИ‑лә, 1998—99 йй. Башҡортостан...

БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы

БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы [10.5.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байым а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], филолог, йәмәғәт эшмәкәре. Ә.Х.Байымовтың улы. Көнсығыш пед. ин‑тында (Ҡазан, 1924—26) уҡыған, Ленинград көнсығыш ин‑тын тамамлаған (1930). Ғәрәп, ҡаҙаҡ, төрөкмән, төрөк, урыҫ, үзбәк, фарсы,...

БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы

БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Үтәгән а. — 30.4.2010, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (2005), БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1964), 1968 й....

БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Баймаҡ р‑ны сиктәрендә Оло Урғаҙа й. (уға Бүреле й. ҡойған урынға тиклем) басс. урынлашҡан таш быуат — һуң тимер быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Ирәндек һыртының көньяҡ осондағы тау итәктәрендәге далаларҙы биләй. Майҙаны — яҡынса 150 км2. Б.а.м. таш эшкәртеү...

БАЙЫШ ҠУРҒАНДАРЫ

БАЙЫШ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. тиклем 4—3 мең йыллыҡ — б.э. 13—14 бб. археологик ҡомартҡылары. Баймаҡ р‑нының Байыш а. янында урынлашҡан. 1864 й. Р.Г.Игнатьев тарафынан асыла, 1962 й. М.Х.Садиҡова, 1969 й. М.Ш.Рәжәпов, 1977 й. Р.Б.Исмәғилев, 1991—92 йй. һәм 1995—97 йй. А.Ф.Йәминев, 1996—97 йй. Н.С.Савельев...

БАЙЫШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БАЙЫШ, Ҡасимғол, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәммәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 505 кеше; 1920 — 756; 1939 — 447; 1959 — 399; 1989 — 536; 2002 — 581; 2010 — 505 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАЙЫШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БАЙЫШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 97 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 66 км алыҫлыҡта Ҡасҡынсы й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 516 кеше; 1920 — 567; 1939 — 561; 1959 — 550; 1989 — 490; 2002 — 518; 2010 — 431 кеше....

БАЙЫШЕВ Булат Таһир улы

БАЙЫШЕВ Булат Таһир улы (1.4.1927, Өфө — 14.7.2012, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). Т.Ғ.Байышевтың...

БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы

БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы (15.8.1886, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Иҫке Хәлил а., — 4.11.1974, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1933). 1906 й....