Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТӘРЛЕТАМАҠ, ҡала

СТӘРЛЕТАМАҠ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Стәрлетамаҡ р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән 130 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны 109 км2. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 14,6; 1920 — 25,6; 1939 — 39,0; 1959 — 111,0; 1989 — 247,5; 2002 — 264,4; халыҡ һаны б‑са Өфөнән һуң 2‑се урында...

СТӘРЛЕТАМАҠ” тәжрибә‑производство хужалығы

“СТӘРЛЕТАМАҠ” т ә ж р и б ә - п р о и з в о д с т в о  х у ж а л ы ғ ы. Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы өсөн игенселек, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперименталь базаһы булып тора. Иген, мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғона, ҡара‑сыбар тоҡомло, симменталь тоҡомло йәш һыйыр малы үрсетеүгә...

СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ

СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәтенең стена блоктары, төҙөлөш кирбесе, керамик черепица етештерә торған тармағы. Башҡортостанда 19 б. уртаһынан үҫешә (ҡара: Кирбес заводтары). 2004 й. тармаҡта 162 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Берлек Плюс” ЯСЙ (Өфө, 2003 й. нигеҙ һалына),...

СТЕНОБИОНТТАР

СТЕНОБИОНТТАР (гр. stenós — тар һәм bion — йәшәүсе), фәҡәт билдәле бер шарттарҙа йәшәүгә һәләтле булған, тирә‑яҡ мөхит факторҙарының киҫкен үҙгәреүҙәрен кисерә алмаған организмдар. С. эврибионттарға ҡапма- ҡаршы ҡуйыла. Стенобионтлыҡ гидростатик баҫымға (стенобат организмдар), тоҙлолоҡҡа (стеногалинлы),...

СТЕПАНОВ Александр Николаевич

СТЕПАНОВ Александр Николаевич (25.9.1910, Өфө ҡ. — 10.5.1991, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө тимер юл ст. эшләгән. 1944 й. авгусынан алып 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 13‑сө гвардия уҡсылар дивизияһы 42‑се гвардия уҡсылар...

СТЕПАНОВ Валерий Геннадиевич

СТЕПАНОВ Валерий Геннадиевич (29.6.1950, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бүребай ҡсб — 22.4.2014, Өфө), балетмейстер. РФ‑тың (2002), БАССР- ҙың (1982) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. БДПИ‑ны тамамлаған (1983). 1972— 73 йй. Балтик флоты йыр һәм бейеү ансамбле (Калининград ҡ.) артисы. 1974 й. алып ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы...

СТЕПАНОВ Евгений Фёдорович

СТЕПАНОВ Евгений Фёдорович (28.9. 1923, Һарытау губ. Макарово а. — 3.9.2008, БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а.), төҙөүсе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1955 й. алып Мәләүез р‑ны Ергән МТС‑ы, 1963—85 йй. Күмертау колхоз‑ара ПМК‑һының__ балта оҫтаһы. Күмертау р‑нында малс‑ҡ комплекстары, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле...

СТЕПАНОВ Константин Иванович

СТЕПАНОВ Константин Иванович [1.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡушйылға а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 13.3.1999, Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.], танкист, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып Совет...

СТЕПАНОВ Лев Борисович

СТЕПАНОВ Лев Борисович (26.12. 1908, Томск ҡ. — 25.6.1971, Мәскәү), композитор. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1938; Н.Я.Мясковский класы). Әҫәрҙәре араһында опералар, балеттар, ш. уҡ оркестр м‑н төрлө инструменттар өсөн концерттар,...

СТЕПАНОВ Никита Андреевич

СТЕПАНОВ Никита Андреевич [13.10. 1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 22.9. 1953, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). 1943 й. мартынан Үҙәк, Белоруссия, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы...

СТЕПАНОВ Сергей Александрович

СТЕПАНОВ Сергей Александрович (27.7.1968, Өфө ҡ.), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2003). “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — З.З.Мырҙаханов). Рәсәй чемпионы (2 тапҡыр, 2000), хәрби хеҙмәткәрҙәр...

СТЕПАНОВ Сергей Александрович

СТЕПАНОВ Сергей Александрович (27.7.1968, Өфө ҡ.), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2003). “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — З.З.Мырҙаханов). Рәсәй чемпионы (2 тапҡыр, 2000), хәрби хеҙмәткәрҙәр...

СТЕПАНОВА Любовь Александровна

СТЕПАНОВА Любовь Александровна (19.11.1966, БАССР‑ҙың Ғафури районы Мораҡ а.), тренер. Ҡаяға үрмәләү спорты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2007). БДПИ‑ны (1989), Көнсығыш иҡтисад‑юридик гуманитар академияһын (2005) тамамлаған. 1999 й. алып 11‑се Олимпия резервы спорт мәктәбенең (Өфө ҡ.) тренер‑уҡытыусыһы,...

СТЕПАНОВА Таисия Ипатьевна

СТЕПАНОВА Таисия Ипатьевна (10.5. 1919, Кострома ҡ. — 11.6.2009, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1942) Көнбайыш, 1‑се һәм 2‑се...

СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл

СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 309; 1939 — 298; 1959 — 318; 1989 — 178; 2002 — 179; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СТЕПАНОВКА, ауыл, Өфө эсендә

СТЕПАНОВКА, ауыл, 1957 й. алып Өфө эсендә. Ауылға Өфө өйәҙендә Өфө дворяны А.А.Степановтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1811 й. алып билдәле (57 ир‑ат иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Вишнёвый Холм исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 45 йортта 233 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне...

СТЕПАНОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

СТЕПАНОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Степановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урын лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 560; 1939 — 588; 1959 — 391; 1989 — 541; 2002 — 542; 2010 — 381 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

СТЕПНОЙ Николай Александрович

СТЕПНОЙ (Афиногенов) Николай Александрович (8.10.1878, Пенза губ. Наровчат ҡ. — 25.6.1947, Мәскәү), яҙыусы. 1906 й. алып Ырымбур ҡ. йәшәй. “Пролетарий” (1907), “Ғаилә” (“Семья”; 1922), “Артылыш” (“Перевал”; 1924) романдары авторы. 1908—09 йй. Урта Азия һәм Урал далалары буйлап сәйәхәт итә. “Дала хикәйәттәре”...

СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 184 кеше; 1959 — 308; 1989 — 224; 2002 — 255; 2010 — 190 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СТЕПНОЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

СТЕПНОЙ, Ҡ а р а һ ы у, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 570; 1989 — 677; 2002 — 763; 2010 — 756 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...