Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИҢНУЛЛИН Туфан Ғабдулла улы

МИҢНУЛЛИН Туфан Ғабдулла улы (25.8.1935, ТАССР‑ҙың Оло Мәрәтхужа а. — 2.5.2012, Ҡазан), драматург. ТР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2005), РСФСР‑ҙың (1984), ТАССР‑ҙың (1978), БР‑ҙың (1995) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. ТР ФА акад. (2007). 1984—89 йй. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. М. драматургияһына жанр төрлөлөгө,...

МИҢНУЛЛИН Роберт Мөғәллим улы

МИҢНУЛЛИН Роберт Мөғәллим улы (1.8.1948, БАССР‑ҙың Илеш районы Нәжәде а. — 27.3.2020, Ҡазан ҡ.), яҙыусы, журналист. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2005). ТР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), БР‑ҙың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. К.М.Миңнуллиндың ағаһы. Ҡазан университетын тамамлаған...

МӘҮЛЕНОВ Сырбай

МӘҮЛЕНОВ Сырбай (17.9.1922, Төркөстан АССР‑ы Турғай ҡсб — 13.2.1993, Алматы), шағир. Ҡаҙаҡ ССР‑ының халыҡ шағиры (1990). “Магнит тауының уттары” (1952) “Япраҡтар яна” (1964), “Ялағай” (1976; бөтәһе лә — ҡаҙаҡ телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1969 й. Башҡортостанға килә, башҡ. яҙыусылары м‑н осраша....

МӘСҒҮТ Ғ.

МӘСҒҮТ Ғ. [ысын исеме Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы; 22.6.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1944 й. ғин., Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1927 й. алып илдең төрлө пр‑тиеларында эшләй. 1937 й. башлап “Сталинсы” (ҡара: “Родник плюс”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. “Ауыл ғишыҡтары”...

МӘРГӘН КИРӘЙ

МӘРГӘН КИРӘЙ [ысын исеме Кирәев Әхнәф Нурый улы (Нурмөхәмәт улы); 28.6.1912, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡыйғаҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 24.1.1984, Өфө], яҙыусы, фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1966). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Нурмөхәмәт Йомраниҙың...

МӘҠСҮТОВ Руслан Әкрәм улы

МӘҠСҮТОВ Руслан Әкрәм улы (21.2.1940, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб., хәҙ. Туймазы ҡ., — 18.8.2000, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ла уҡыған (1960—63). 1963 й. алып “Октябрьский нефтяник” гәз. хеҙм‑ре, 1968 й. — Түб. Варта ҡ. ТВ студияһы мөхәррире, 1972 й. — Башҡ‑н профсоюздары...

МАТЮШИН Сергей Иванович

МАТЮШИН Сергей Иванович (14.9.1943, Коми АССР‑ы Весляна ст. — 10.11.2012, Салауат ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). Калинин мед. ин‑тын (1968), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1981) тамамлаған. 1968 й. алып Салауатта стоматология поликлиникаһында эшләй, 1999—2001 йй. Мәскәүҙә “Тридент”...

МАРТЫНОВ Леонид Николаевич

МАРТЫНОВ Леонид Николаевич (9.5.1905, Омск ҡ. – 21.6.1980, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Диңгеҙ ҡултығы” (“Лукоморье”; 1945), “Өҫтөнлөк” (“Первородство”; 1965), “Гипербола” (1972), “Алтын запас” (“Золотой запас”; 1981) шиғри йыйынтыҡтары, “Һауа фрегаттары” (“Воздушные фрегаты”; 1974) автобиографик новеллалар...

МАРАТ Мөслим

МАРАТ Мөслим [ысын исеме Мөслимов Миңлемулла Нәбиулла улы; 10.5.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) – 17.8.1975, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). 1931 й. алып “Аллаһыҙ”, 1932 й. ғин. — “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре, апр. — “Ленинсы” гәз. мөхәррир урынбаҫары, 1933...

МАНСУРОВ Зөфәр Хәйретдин улы

МАНСУРОВ Зөфәр Хәйретдин улы  (15.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе  Яңы Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың  Бишбүләк р‑ны Уҫаҡкисеү а., –  4.10.1942, Ленинград өлк. Коломна  а. ерләнгән), шағир, журналист.  Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында  ҡатнашыусы. К.А.Тимиря-  зев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған ...

МАМИН-СИБИРЯК Дмитрий Наркисович

МАМИН-СИБИРЯК (Мамин) Дмитрий Наркисович (25.10.1852, Пермь губ. Висимо‑Шайтан з‑ды – 2.11. 1912, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Урал һәм Себерҙең тау сәнәғәте тормошона арналған “Тау ояһы” (“Горное гнездо”), “Ҡырағай бәхет” (“Дикое счастье”; икеһе лә – 1884), “Өс тамамланыш” (“Три конца”; 1890), “Алтын”...

МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы

МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы [17.12. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баязит а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 13.12.2015, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Р.Ш.Мағазовтың ағаһы. Харьков пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1951 й. алып Харьков...

ЛЬВОВ Михаил Давыдович

ЛЬВОВ Михаил Давыдович [ысын исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы; 4.3.1917 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.12.1916), Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нәсибаш а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 25.1.1988, Мәскәү], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1941). 30‑сы йй. “Пролетарская...

ЛУШНИКОВ Леонид Алексеевич

ЛУШНИКОВ Леонид Алексеевич (26.8.1929, Урал өлк. Бәләкәй Сайгатка а. – 28.6.2010, Өфө), яҙыусы. Туризм б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1966). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). 1954 й. алып Өфөлә: 1‑се ТЭЦ‑та, 1960—89 йй. Башҡ‑н туристик экскурсия идаралығында эшләй. “Ветлянка” исемле тәүге китабы 1976 й....

ЛОСИЕВСКИЙ Владимир Степанович

ЛОСИЕВСКИЙ Владимир Степанович (1808, Чернигов губ. — 1891), урыҫ яҙыусыһы. 50 йылға яҡын Өфөлә йәшәй, ер үлсәүсе булып эшләй. Байтаҡ гербарийҙар йыйған, метеорология м‑н шөғөлләнгән. 40—50 йй. “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости” гәз. уның Башҡортостанға арналған “Айыуға...

ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоғоман улы

ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоҡман улы [30.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яугилде а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.10.1988, шунда уҡ], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1951). Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй: 1944 й. алып Яугилде тулы булмаған урта...

ЛИПКИН Семён Израилевич

ЛИПКИН Семён Израилевич (6.9. 1911, Одесса ҡ. – 1.4.2003, С.‑Петербург), яҙыусы, тәржемәсе. “Шаһит” (“Очевидец”; 1967), “Яҙыу тамғалары” (“Письмена”; 1991) шиғри йыйынтыҡтары, “Декада” (1989), “Кешелә фатирҙа тороусы яҙмалары” (“Записки жильца”; 1992) һ.б. повестар авторы. Көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен...

ЛЕРМОНТОВ Михаил Юрьевич

ЛЕРМОНТОВ Михаил Юрьевич (3.10.1814, Мәскәү – 15.7.1841, Пятигорск ҡ., 1842 й. Пенза губ. Тархан а. күсереп ерләнгән), урыҫ шағиры. Л. ижадында гражданлыҡ, фәлс. һәм тәрән шәхси мотивтар тығыҙ бәйләнгән. Ул урыҫ шиғриәтенә героик яңғыраш, уй һәм тойғоларҙы бығаса булмаған энергия м‑н биреү, киң һәм...

ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич

ЛЕБЕДЕВ Дмитрий Алексеевич, яҙыусы. “Ҡояшты эҙәрләгәндә” (“В погоне за солнцем”), “Иблес ҡаны” (“Кровь дьявола”) романдары, “Яҡты донъя буйлап” (“По белу свету”) хикәйәләр циклы, Марокколағы азатлыҡ өсөн көрәш т‑дағы “Риф республикаһы” (“Республика Риф”; 1931), “Астурия баррикадаларында” (“На баррикадах...

ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ

ҠЫПСАҠ ИБРАҺИМ, Ҡараҡыпсаҡ И. [ысын исеме Ибраһимов Ғабдулла Ғәбделғәлләм улы; 1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сапыҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тын тамамлаған (1919)....