Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗАХАРОВ Вадим Петрович

ЗАХАРОВ Вадим Петрович (19.4.1975, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Семён‑Петровский а.), химик. БР ФА профессоры (2016), химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ (өҙөклөк менән) эшләй: 2012—20 йй. фәнни эштәр буйынса проректор,...

ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР

ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР, алтын, көмөш, ағалтын һәм Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VIII төркөмдөң ағалтын төркөмө металдары — платиноидтар (иридий, осмий, палладий, родий, рутений). Аҡһыл һоро йәки көмөш төҫлө (алтындан башҡалары) ауыр иреүсе металдар, көмөш м‑н алтын — 960,5°С һәм 1063°С, платиноидтар...

ЗАТ

ЗАТ, грамматик категория, эш-хәрәкәт субъектының һөйләүсегә мөнәсәбәтен белдерә. Башҡорт телендә З. категорияһы үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең күбеһенә һәм ҡайһы бер модаль һүҙҙәргә хас; З. алмаштары системаһында махсус һүҙҙәр м‑н бирелгән 3 грамматик формаһы (1‑се, 2‑се, 3‑сө З.) бар. З. белдереүсе саралар...

ЗАРЯ, Күмертау ҡ. эсендә

ЗАРЯ, ҡасаба, 1984 й. алып Күмертау ҡ. эсендә. Ҡасабаға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантонында урыҫтар “Бедняк” ширҡәте булараҡ нигеҙ һала, 1925 й. 4 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. Заря утары булараҡ теркәлгән. Халҡы: 1939 й. — 138 кеше; 1959 — 348 кеше. 1984 й. Күмертау р‑нының Шәбағыш а/с ҡараған,...

ЗАРЯ, Архангел р-нындағы ауыл

ЗАРЯ, Архангел р-нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Приуралье т. юл ст. К.-Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 407 кеше; 1989 – 423; 2002 – 364; 2010 – 294 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға...

ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич

ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич (Александрович) (31.1.1938, Винница ҡ. — 15.4.2021, Өфө ҡ.), фармаколог. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). РФ-тың (2003) һәм БР-ҙың (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Ҡариҙел районының Кирҙә участка дауаханаһында баш табип булып...

ЗАРУБИН Иван Никифорович

ЗАРУБИН Иван Никифорович, З.‑Чика, граф Чернышёв [1736, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Яйыҡ ҡаласығы, хәҙ. Уральск ҡ., — 10.2. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.1.) 1775, Өфө], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв генералы. Казактарҙан. Ырымбур сик һыҙығының Яйыҡ ҡаласығында хеҙмәт...

ЗАРИПОВА Светлана Ринат ҡыҙы

ЗАРИПОВА Светлана Ринат ҡыҙы (9.10.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Дзюдо буйынса бөтә Рәсәй категориялы судья (2016). Урал фзик культура академияһын тамамлаған (2000). Стәрлетамаҡ ҡ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: Ю.В.Зубков, Р.Ш.Нагаев)....

ЗАРИПОВА Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы

ЗАРИПОВА Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы (15.6.1943, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Тауҡай-Гәйнә а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1978). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995). БАХИ‑ны тамамлаған (1970). 1964 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зында баш агроном, 1967 й. — Ишембай зона агрохимия лаб. (1970 й. башлап өлкән агрохимик)....

ЗАРИПОВ Хәмитйән Камал улы

ЗАРИПОВ Хәмитйән Камал улы [15.10.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 9.2.1990, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Саҡмағош р‑нында эшләй: “Ударник” к‑зында, 1941—42 йй. һәм 1944 й. алып Ҡарайерек а/с рәйесе, 1950—70 йй....

ЗАРИПОВ Хәкимйән Саръяр улы

ЗАРИПОВ Хәкимйән Саръяр улы [18.10.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 4.4.2012, шунда уҡ], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Ҡазан ун-тын (1956), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1973) тамамлаған....

ЗАРИПОВ Рәил Моталлап улы

ЗАРИПОВ Рәил Моталлап улы (1.1.1946, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а.), математик. Техник ф. д‑ры (2005). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) Силәбе өлк. һәм БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1971 й. алып Ҡазан физика-техник ин‑тында, 1979 й. — ӨДНТУ‑ла. Фәнни...

ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы

ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы (12.2.1960, Өфө), балет артисы. БАССРҙың атҡ. артисы (1983). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1979; педагогы А.Г. Нисневич) БДОБТ солисы, 1988 й. башлап Ленинград Кесе опера һәм балет театры солисы. 1989 й. алып Д.Ноймайер труппаһында (Гамбург ҡ., Германия)...

ЗАРИПОВ Нур Талип улы

ЗАРИПОВ Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы [15.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 6.9.1997, Өфө ҡ.], фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев...

ЗАРИПОВ Наил Ғарифйән улы

ЗАРИПОВ Наил Ғарифйән улы (18.2.1957, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), инженер-механик. Физика-матем. ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында эшләй. 1986— 2005 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1995 й. алып...

ЗАРИПОВ Мәҙиәр Фәхретдин улы

ЗАРИПОВ Мәҙиәр Фәхретдин улы (11.5.1929, Коканд ҡ. — 15.4.2006, Әстерхан ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д-ры (1970), проф. (1970). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1975), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984)....

ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы

ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы (27.3.1983, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Стәрлетамаҡ физик культура ин-тын тамамлаған (2011). “Иҙел” спорт клубы (тренеры Ф.Н.Ғабдуллин), БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге (А.А.Ғүмәров) тәрбиәләнеүсеһе. 12,5 км...

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы [10.3.1915, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Түбәнге Әлкәш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 11.7.1997, шул уҡ райондың Исмаил а.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Дүртөйлө районының “Ҡыҙыл Бүләк” колхозы бригадиры, рәйесе. 1941 й. октябренән Калинин,...

ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы

ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы (6.11.1961, БАССР-ҙың Салауат р‑ны Тирмән а. — 26.1.2001, шунда уҡ), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1992 й. тиклем “Йәншишмә” гәз. эшләй (1990 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары). З. шиғриәтенә патриотлыҡ, башҡ. фольклоры м‑н тәрән бәйләнеш,...

ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы

ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы (12.10.1962, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ а.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2007). БДПИ‑ны тамамлаған (1984). 1985 й. алып Мәсетле районының Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—91 йй. Башҡортостан дәүләт берләштерелгән музейы хеҙмәткәре, 1994 й....