Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

Районные центры

АСҠАР, ауыл, Әбйәлил р‑ны үҙәге РАЕВКА, ауыл, Әлшәй р‑ны һәм Раевка а/с үҙәге АРХАНГЕЛ, ауыл, Архангел р‑ны үҙәге АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны үҙәге ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының үҙәге БАЙМАҠ, ҡала БАҠАЛЫ, ауыл, Баҡалы р‑ны үҙәге. ИҪКЕ БАЛТАС, ауыл, Балтас р‑ны үҙәге БӘЛӘБӘЙ, ҡала БЕЛОРЕТ, ҡала БИШБҮЛӘК,...

РАЙОНДАР ҺӘМ ҠАЛАЛАР СИМВОЛИКАҺЫ

РАЙОН ҺӘМ ҠАЛАЛАР СИМВОЛИКАҺЫ, БР‑ҙың урындағы тарихи, мәҙәни, милли һ.б. традицияларын һәм үҙенсәлектәрен сағылдырған символдар һәм эмблемалар йыйылмаһы. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” законы (1999) м‑н көйләнә. Гербтар һәм флагтарҙан тора, улар БР‑ҙың дәүләт власы органдары,...

РАЙМАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

РАЙМАН, К и н й ә к ә й, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 2 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1106 кеше; 1920 — 1302; 1939 — 1207; 1959 — 626; 1989 — 577; 2002 — 817; 2010 — 970 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы...

РАИМОВ Риф Муҡсин улы

РАИМОВ Риф Муҡсин улы [30.12.1904, Ҡуян а. Бөрө өй. Өфө губ. (БР-ҙың Ҡалтасы р-ны) - 15.2.1953, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д-ры (1950). Б .В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1915-18), уҡыт. семинарияһында (Уфа, 1919-20) белем алған.  1937-41 йй. һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа СССР ФА Тарих...

РАЗУМОВ Михаил Осипович

РАЗУМОВ Михаил Осипович (ысын исеме Арханцев Арон Иосифович; 1894, Чернигов губ. Глухов ҡ. — 30.10.1937, Мәскәүҙә ерләнгән), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1913 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Октябрь революцияһында, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1919 й. Одесса хәрби округының сәйәси идаралығы нач., 1920...

РАЗРЯД ПРИКАЗЫ

РАЗРЯД ПРИКАЗЫ, 16 б. — 18 б. башында Рәсәйҙә дәүләт учреждениеларының береһе. Башында дума дьягы торған. Р.п. приказ, аҡса, Мәскәү һәм терр. бүлектәрҙән торған. Приказ ҡарамағында дәүләттең көньяҡ терр‑яһы, хәрби эштәр (хеҙмәтле кешеләр, ҡала һәм полк воеводаларын тәғәйенләү, сик буйы хеҙмәте, нығытмалы...

РАЗОВА Фәриҙә Мөғәлим ҡыҙы

РАЗОВА Фәриҙә Мөғәлим ҡыҙы (10. 9.1943, БАССР-ҙың Краснокама р‑ны Күпербаш а.), нефтсе. 1960 й. алып Яңауыл р‑нының “Маяҡ” к‑зында эшләй, 1965—96 йй. “Южарланнефть” НГДУ‑һының нефть һәм газ сығарыу б‑са операторы. Арлан нефть ятҡылығының Яңы Хажи майҙанын үҙләштереүҙәһәм эшкәртеүҙәҡатнаша. СССР‑ҙың...

РАЗМАХНИН Павел Емельянович

РАЗМАХНИН Павел Емельянович (1796, Пермь ҡ. — 1835), яҙыусы. 19 б. 20‑се йй. Өфө ир балалар гимназияһында, Ырымбур өйәҙ уч‑щеһында уҡыта. П.М.Кудряшёвтың әҙәби түңәрәге ағзаһы була. Кудряшёв вафат булғандан һуң уның әҙәби архивын һаҡлай, яҙыусының әҫәрҙәрен баҫтырыу м‑н шөғөлләнә. Ырымбур ҡ. Пермгә...

РАЗДОЛЬЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

РАЗДОЛЬЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 334 кеше; 1920 — 389; 1939 — 414; 1959 — 285; 1989 — 279; 2002 — 246; 2010 — 237 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

РАЗДОЛЬЕ, Краснокама р‑нындағы ауыл

РАЗДОЛЬЕ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Раздолье а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 453 кеше; 1920 — 561; 1939 — 482; 1959 — 311; 1989 — 374; 2002 — 786; 2010 — 1084 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

РАЗВЕДЧИКТАР ХӘРБИ АВИАЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

РАЗВЕДЧИКТАР ХӘРБИ АВИАЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1942 й. 15 майында Дәүләкән ҡ. Гомель хәрби аэрофотограмметрик һәм Таганрог хәрби авиация мәктәптәре базаһында ойошторола. РККА‑ның Хәрби‑һауа көстәренә ҡараған. 1945 й. майынан — Кировоград ҡ., 1946 й. апр. алып Красноярск ҡ. урынлашҡан. Уч‑щела фото белгестәре...

РАЕВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл

РАЕВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 314 кеше; 1959 — 283; 1989 — 182; 2002 — 182; 2010 — 167 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Я.Ялкайн ис. мари гимназияһы филиалы,...

РАЕВКА, ауыл, Өфө эсендә

РАЕВКА, ауыл, 20 б. 90‑сы йй. башынан Өфө эсендә. Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Екатериновка утары булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Ветошниковка, Приволье исемдәре м‑н теркәлгән. 1896 й. 7 йортта 31 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20‑се йй. алып Раевка а. булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1920...

РАЕВКА, ауыл, Әлшәй р‑ны һәм Раевка а/с үҙәге

РАЕВКА, ауыл, Әлшәй р‑ны (1935 й. алып) һәм Раевка а/с үҙәге, “Яңы Раевка” тоҡомсолоҡ з‑дыныңүҙәк усадьбаһы; т. юл станцияһы. Өфөнән К.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Дим й. буйында Стәрлетамаҡ—Раевка, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлдарында һәм Куйбышев т. юлында (Өфө—Абдулла участкаһы) урынлашҡан....

РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ

РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ, “Башҡортостан тирмәндәре” ААЙ филиалы. Әлшәй р‑ны Раевка а. урынлашҡан. Составына 5 элеватор (1‑һе 1914 й. асылған, 1‑һе — 1937 й., 3‑әүһе — 1975 й.), складтар (1937—67), механизацияланған келәт (1975), ҡатнаш мал аҙығы цехы (1994) инә. 2006 й. 87 кеше эшләгән. Р.э. дөйөм һыйҙырышлығы...

РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ

РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ. 1978 й. БАССР‑ҙың Әлшәй р‑нында нигеҙ һалына, 1984 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1996 й. алып ААЙ, 2006 й__ябыла. 1998 й. башлап ҡамыш шәкәрен эшкәртеү технологияһы үҙләштерелә. Составына Раевка һәм Приют сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары, технология, механизация, һығынды киптереү, тоҡ...

РАЕВКА БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫ

РАЕВКА БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫ, Әлшәй р‑нында урынлашҡан. 1918 й. мәҙрәсә базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1921 й. алып башланғыс, 1934 й. — тулы булмаған урта, 1940 й. — урта мәктәп (1965 й. алып 1‑се), 1996 й. — мәктәп‑лицей, 1999 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2004 й. М.А.Буранғолов исеме...

РАЕВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

РАЕВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Раев а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Ярыш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 109 кеше; 1920 — 448; 1939 — 304; 1959 — 114; 1989 — 274; 2002 — 314; 2010 — 314 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

РАДЛОВ Василий Васильевич

РАДЛОВ Василий Васильевич (Фридрих Вильгельм) (5.1.1837, Берлин — 12.5.1918, Петроград), төркиәтсе. Петербург ФА‑ның ординар акад. (1884), Рәсәй ФА акад. (1917), филос. д‑ры (1858). Берлин ун‑тын тамамлағандан һуң (1858) Округ тау уч‑щеһында уҡытыусы__булып эшләй (Барнаул ҡ.). 1871 й. алып Ҡазан уҡытыу...

РАДИОЭЛЕМТӘ

РАДИОЭЛЕМТӘ, радиотулҡындар (30 кГц—300 ГГц) ярҙамында булдырылған электр элемтәһе. Радиосигналдар (йөрөткән йышлыҡтың амплитудаһы, йышлығы йәки фазаһы б‑са бирелгән мәғлүмәткә ярашлы итеп модуляцияланған электромагнит тирбәлеүҙәре) тапшырыу антеннаһы тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә таратыла, ҡабул итеү антеннаһына...