Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ КОМИТЕТТАРЫ

ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ КОМИТЕТТАРЫ, Граждандар комитеттары, Йәмәғәт ойошмалары комитеты, Халыҡ комитеттары, революция (1917) осорондағы либераль ижт.‑сәйәси ойошмалар. Ваҡытлы хөкүмәт яҡлы булғандар. Ком‑т ағзалары иҫәбенә анархистар, профессиональ союздар, Халыҡ азатлығы партияһы, Социал‑революционерҙар...

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕНЕҢ ҮҘӘК АРХИВЫ

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕНЕҢ ҮҘӘК АРХИВЫ, 1929 й. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының Партия архивы булараҡ Истпарт архивы нигеҙендә ойошторола, 1991 й. алып Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы, 2011 й. — БР Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы, 2015 й. Үҙәк тарих архивы м‑н бергә Милли архивҡа берләштерелә....

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, уставында теркәлгән уртаҡ мәнфәғәттәрҙе яҡлау һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн берләшкән, граждандар инициативаһы м‑н ойошторолған коммерцияға ҡарамаған үҙ аллы идара итеүсе ирекле берләшмәләр. Юридик шәхес булараҡ теркәләләр йәки дәүләт теркәүенән тыш эш итәләр. Башҡортостанда...

ЙӘЛИЛ Муса Мостафа улы

ЙӘЛИЛ (Йәлилов) Муса Мостафа улы [2.2.1906, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мостафа а. (Ырымбур өлк. Шарлыҡ р‑ны) – 25.8.1944, Плётцензее хәрби төрмәһе, Берлин], шағир. Советтар Союзы Геройы (1956). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—17), МДУ‑ны тамамлаған...

ЙӘЛЕМБӘТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ЙӘЛЕМБӘТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 649 кеше; 1920 — 619; 1939 — 564; 1959 — 561; 1989 — 431; 2002 — 400; 2010 — 373 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙӘЛЕМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЙӘЛЕМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 27 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 307 кеше; 1920 — 372; 1939 — 274; 1959 — 297; 1989 — 281; 2002 — 382; 2010 — 371 кеше. Башҡорттар...

ЙӘЛДӘК ҠӘЛҒӘҺЕ

ЙӘЛДӘК ҠӘЛҒӘҺЕ, Йәлдәк ҡаласығы, Йәлдәк, 1736 й. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө й. уң ярында хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалына. Улус исеме м‑н аталған. Гарнизонды 50‑нән ашыу һалдат һәм 100 казак (ҡара: Казак ҡатламы), ш. иҫ. керәшен башҡорт һәм татарҙар, тәшкил иткән....

ЙӘЛДӘК

ЙӘЛДӘК, елдәк, й ә л д ә т, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бүре‑Й., ҡыр-Й., өфө‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Үҙәк Азия һәм Алтайҙың монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. ҡәбилә Ағиҙел й. һул яры буйлап урынлашып, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе йоғонтоһон кисерә. 15—16 бб. йәлдәктәрҙең бер өлөшө төньяҡҡа...

ЙӘЛӘЛЕТДИНОВ Вәкил Әхәр улы

ЙӘЛӘЛЕТДИНОВ Вәкил Әхәр улы (27.10.1955, Силәбе өлк. Ҡолой а.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1995) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984; Б.Н.Вәлиева класы) Башҡ. филармонияһының эстрада, 1986—2009 йй. муз.‑әҙәби лекторийы солисы. Күркәм тембрлы йомшаҡ тауышҡа эйә. Башҡарыу алымы...

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ, эшләүсе үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн уҡыу йорттары; индивидуаль белем биреүҙе ойоштороу формаһы. Конфессиональ һәм дөйөм белем биреүсегә бүленәләр. Конфессиональ Й.м. (христиандарҙа — Й.м., мосолмандарҙа — йома, йәһүдтәрҙә — шәмбе) маҡсаты — дини‑әхлаҡи тәрбиә биреү, төп дини ҡағиҙә...

ЙӘЙСӘН ҠАРАБАШЕВ

ЙӘЙСӘН ҠАРАБАШЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Һыҙғы улусы старшинаһы. 1737 й. июль аҙағында Таймаҫ Шәимов м‑н берлектә ихтилалды баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтеү т‑да Башҡорт эштәре комиссияһы етәксеһе М.С.Хрущёв м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. 1740 й. яҙында Себер даруғаһында...

ЙӘЙЛӘҮ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЙӘЙЛӘҮ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 126 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 194 кеше; 1920 — 258; 1939 – 360; 1959 — 247; 1989 — 155; 2002 — 201; 2010 — 181 кеше....

ЙӘЙЛӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ЙӘЙЛӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 493 кеше; 1920 — 534; 1939 — 369; 1959 — 215; 1989 — 173; 2002 — 182; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар,...

ЙӘЙЕН

ЙӘЙЕН (Silurus glanis), йәйен һымаҡтар отрядының йәйендәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Арал, Балтик, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. ҡараған һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе тәңкәһеҙ, йомшаҡ тиреле һәм лайла биҙҙәре м‑н, алғы өлөшө йомро, арты тарыраҡ, оҙонлоғо 70—150 см, ауырлығы 5—50 кг. Арҡаһы...

ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК

ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК (Catocala fraxini), шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның киң япраҡлы урман зонаһында таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 8—8,5 см, алғы ҡанаттары зәңгәрһыу һоро төҫтә, ҡуйы һоро, ҡара тулҡынлы һыҙатлы, артҡылары — ҡара, киң зәңгәр таҫмалы һәм аҡ сәсәкле. Инә күбәләк ағас ҡабығы...

ЙӘДКӘР, китап

ЙӘДКӘР, М.И.Өмөтбаевтың китабы. 1897 й. Ҡазанда төрки телендә баҫылып сыға. Аң‑белемле, юғары әхлаҡлы, мәҙәниәтле кеше тәрбиәләү идеялары (ҡара: Мәғрифәтселек) м‑н һуғарылған тарих, этнография, әҙәбиәт, фольклор материалдарынан, шиғри тәржемәләрҙән һ.б. торған йыйынтыҡ. “Й.” йәш быуынды әхлаҡи тәрбиәләү...

ЙӘДИТСЕЛЕК

ЙӘДИТСЕЛЕК (ғәр. “усул‑и‑джәдид” — яңы ысул), Волга буйы, Ҡырым, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия төрки‑мосолман халыҡтарының 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы реформаторлыҡ, мәҙәни‑мәғрифәтселек һәм ижт.-сәйәси хәрәкәте. Хәрәкәт, ҡәҙимселеккә ҡапма‑ҡаршы рәүештә, Й. тип аталған. Мосолман реформаторлығы, мәғрифәтселек...

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы (6.5.1946, Өфө), фтизиоуролог. Мед. ф. д‑ры (1999). А.Ҡ.Йәғәфәровтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Респ. клиник дауаханаһында эшләй, 1973 й. алып “Глуховская” шифаханаһында (1975 й. — баш табип урынбаҫары), 1978 й. — С.‑Петербург фтизиопульмонология ҒТИ‑нда эшләй:...

ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1.4.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1996 й. алып технология ф‑ты...

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы

ЙӘҒӘФӘРОВА Айһылыу Шәйхитдин ҡыҙы (3.9.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әхмәт а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1967—2004 йй. Әбйәлил р‑нының Красная Башкирия балалар баҡсаһында эшләй (1976 й....