Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫУАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҠЫУАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 285 кеше; 1920 — 505; 1939 — 131; 1959 — 339; 1989 — 250; 2002 — 239; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

ҠЫУАНДЫҠ РАЙОНЫ

ҠЫУАНДЫҠ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1935 й. 20 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 6000 км2. Адм. үҙәге — Ҡыуандыҡ ҡалаһы. Районда 18 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 22,0 мең кеше (2010), ш. иҫ. 24% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән...

ҠЫУАН ЕЛ

ҠЫУАН ЕЛ, далаларҙа, ярымсүлдәрҙә һәм сүлдәрҙә иҫкән юғары т‑ралы (35—40°С тиклем) һәм түбән сағыштырмаса дымлылыҡлы (15—20%‑ҡа тиклем) ел. Антициклонға континенталь тропик һауа массалары инеүенә бәйле. Ел тиҙлеге 5—20 м/с, күбеһенсә көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле, 1—2 көн дауам итә. Ҡ.е. ауыл...

ҠЫУАҠАН

ҠЫУАҠАН, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: йылан, ҡыркүле, сәғит, һатҡы, тау, түбәләс. Тамғаһы —            . Этник яҡтан Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡыуаҡан” этнонимы алтайҙарҙа, тываларҙа һ.б. халыҡтарҙа осрай. Ҡ. формалашыуына яңы эраның 2‑cе мең йыллығы...

ҠЫУ БӘШМӘКТӘР

ҠЫУ БӘШМӘКТӘР, базидиомицеттар класының афиллофор һымаҡтар һәм фомитопсид һымаҡтар тәртибенә ҡараған ғаиләләрҙең даими булмаған төркөмө. Яҡынса 600 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Бер йәки күп йыллыҡ организм. Ауырлығы 10 кг еткән емешлек тәндәре итләс, ҡалын тиресәле, ҡаты,...

ҠЫТҠЫЙЫЛҒА, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ҠЫТҠЫЙЫЛҒА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 26 км алыҫлыҡта Ҡытҡыйылға й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 227 кеше; 1920 — 280; 1939 — 347; 1959 — 320; 1989 — 110; 2002 — 137; 2010 —...

ҠЫТАУТАМАҠ ЗАВОДЫ

ҠЫТАУТАМАҠ ЗАВОДЫ, 1758 й. Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) һәм И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мясников һәм Твердышев, 1782...

ҠЫТАУ-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

ҠЫТАУ-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1757 й. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан, Көҙәй һәм Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡытау й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар...

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ

ҠЫТАУ СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Силәбе өлкәһенең Ҡытау‑Ивановка ҡ. эргәһендәге Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында стратотип менән бергә О.П.Горяинова һ.б. айырып күрһәтә (1931). Ултырмаларҙы А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986, 1994) һ.б. тасуирлай....

ҠЫТАЙ

ҠЫТАЙ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР), Үҙәк һәм Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 9,6 млн км2. Баш ҡалаһы — Пекин. Дәүләт башлығы — рәйес. Халҡы — 1,3 млрд кеше (2010): хандәр (91,5%), маньчжурҙар, хуэйҙар һ.б. Рәсми тел — ҡытай теле. Диндарҙары — буддистар, даосылар һ.б. БР‑ҙың Ҡытай м‑н бәйләнештәре...

ҠЫҪЫР СӘСКӘ

ҠЫҪЫР СӘСКӘ (Geum), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: аллеп Ҡ.с., ҡала Ҡ.с., йылға Ҡ.с. Күп йыллыҡ үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, ҡытыршы, бейеклеге 60— 80 см тиклем. Һабаҡ япраҡтары өс бүлемле,...

ҠЫҪЫНДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠЫҪЫНДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡыҫынды й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 300 кеше; 1920 — 456; 1939 — 586; 1959 — 424; 1989 — 342; 2002 — 365; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар...

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ, һауаны йәки газды ҡыҫыу өсөн (0,4—7,0 МПа баҫымға тиклем) үҙ аллы эшләүсе энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағынан һәм компрессорҙан тора. Компрессор күсергесе өсөн механик энергияны сығарыу ысулына ҡарап газ турбиналы (ҡара: Газ турбиналы ҡулайлама) һәм поршенле Ҡ.һ.г. айыралар....

ҠЫҪЫҠ, һырт

ҠЫҪЫҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡоро Бермеш й. тамағынан Ҡыҫыҡтамаҡ й. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенә тиклем Инйәр й. һул яры буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 2 км. Абс. бейеклеге 470 м (Яҙлау тауы). Рельефы тигеҙ, 3 түбәһе айырылып...

ҠЫҪТЫБЫЙ

ҠЫҪТЫБЫЙ, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Татарҙарҙа һәм байтаҡ Урта Азия халыҡтарында осрай. Башҡорттарҙа Ҡ. — сөсө ҡамырҙан әҙерләнеп, эсенә иҙелгән картуф йәки тары бутҡаһы һалынған бәләкәй генә бәлеш. Ҡамыр йоҡа итеп йәйелә, ҡыҙҙырылған ҡоро табала бешерелә. Йәймәнең яртыһына эслек һалып, икенсе...

ҠЫҪҠАЙЫЛҒА, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠЫҪҠАЙЫЛҒА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Уртакүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡыҫҡайылға (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 876 кеше; 1920 — 985; 1939 — 953; 1959 — 600; 1989 — 488; 2002 — 495; 2010 — 509 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠЫҪҠА КӨЙ

ҠЫҪҠА КӨЙ, башҡ. муз. фольклористикаһында көй стиле (ҡара: Халыҡ музыкаһы). Термин әҙәбиәткә тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан типтәрҙәрҙең халыҡ музыкаһын өйрәнгәндә индерелә, һуңынан Л.Н.Лебединский тарафынан Ҡ.к. башҡ. халыҡ йырҙары — оҙон көй стиле м‑н сағыштырыу маҡсатында ҡулланыла. Ҡ.к. етеҙ...

ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР

ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР (Crustacea), быуынтығаяҡлылар класы. 5 ярым класы (айғолағаяҡлылар, цефалокаридалар, максиллоподалар, ҡабырсаҡлылар, юғары төҙөлөшлө ҡыҫалалар), 17‑нән ашыу отряды, яҡынса 40 мең төрө билдәле; бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 ярым класҡа ҡараған 132 төрө бар. Кәүҙәһе мм өлөштәренән...

ҠЫРЫП ЭШКӘРТЕҮ

ҠЫРЫП ЭШКӘРТЕҮ, ҡ а й р а у, әйләнеш есеме формаһындағы деталдәрҙең өҫтөн ҡырҡыу юлы м‑н эшҒ. кәртеү. Ҡ.э. төрҙәре: тышҡы йөҙҙәрҙе ҡырып алыу, тишектәрҙе киңәйтеү, бурсалар киҫеү, канауҙар уйыу, тышҡы һәм эске һырҙар яһау (ҡара: Һырҙарҙы эшкәртеү), ҡырҡыу һ.б. Күсәр, тығын, дискы, ҡулса, муфта, фланецтар...

ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР

ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР, т ө р л ө а я ҡ л ы ҡ ы ҫ а л а һ ы м а ҡ т а р (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды. Яҡынса 4500 төрө, БР‑ҙа 4 төрө билдәле. Кәүҙәһе 15— 18 мм оҙонлоҡта, ян-яҡтан ҡыҫылған, дуға һымаҡ бөгөлгән: баштан, күкрәктән (6 йәки 7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күкрәк аяҡтары (уларҙың...