Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы (27.8.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Өмбәт а. — 26.1.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1978), проф. (1995). РФ‑тың атҡ. уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), БР-ҙың мәғариф отличнигы (1998)....

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында элементар типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Ауыл халҡының ихтыяры б‑са уларҙың аҡсаһына асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығының 1882 й. 14 февр. циркулярына ярашлы, Г.м. тейешле танытмаһы булмаған кешеләр ҙә уҡыта алған. Дәүләт мөлкәте министрлығы һ.б....

ГИМНАЗИЯЛАР

ГИМНАЗИЯЛАР, дөйөм белем биреү урта уҡыу йорттары (нигеҙҙә, гуманитар‑филол. йүнәлешле). Рәсәйҙә беренсе Г. 1726 й. С.-Петербургта барлыҡҡа килә, 1804 й. алып һәр губерна ҡалаһында асыла. “Университеттар ҡарамағындағы уҡыу йорттары уставы”на (1804), “Университеттар ҡарамағында торған гимназиялар һәм...

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1959 й. 2-се мәктәп-интернат булараҡ асыла, 1962 й. Ю.А.Гагарин исеме бирелә, 1993 й. алып мәктәп-интернат-гимназия, 1997 й. — 3‑сө Башҡ. респ. гимназия-интернаты. Китапханаһы, компьютер класы, сәнғәт-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. блогы, спорт залы бар....

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №2

ГИМНАЗИЯ‑ИНТЕРНАТ №2. Ишембай  љ. урынлашљан. 1937 й. 3‑сї урта  мєктєп булараљ асыла, 1961 й. алып  2‑се мєктєп‑интернат, 1992 й. — 2‑се  Башљ. респ. гимназия‑интернаты (Є.Є.  Вєлидов исеме бирелгєн), 2012 й. башлап  Є.Є.Вєлиди ис. 2‑се Башљ. гимназия‑интернаты. Аѓас эше, слесарлыљ ћєм теген оѕтаханалары,...

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1. Өфөлә урынлашҡан. 1944 й. етем балаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарының һәм инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн интернат тибындағы 9-сы башҡ. урта мәктәбе булараҡ асыла. 1956 й. алып 1-се Башҡ. респ. мәктәп-интернаты, 1991 й. — 1‑се Башҡ. респ. гимназия-интернаты....

ГИМНАЗИЯ №3

ГИМНАЗИЯ №3. 1860 й. Өфөлә 1‑се разряд Ырымбур ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1865 й. алып Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы. 1919 й. үҙгәртелеп, башланғыс кластарҙан 1‑се һанлы 1‑се баҫҡыс мәктәп, өлкән кластарҙан 1‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп ойошторола; 1920 й. улар 1‑се һанлы 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс...

ГАЛАНОВА Лидия Андреевна

ГАЛАНОВА Лидия Андреевна (7.11.1876, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. Зәй ҡ., — 2.4.1956, Өфө), педагог. РСФСР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1936), БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1922), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1947). Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡыған (Мәскәү, 1903—05). 1898—1903 йй. Минзәлә ҡ. ҡыҙ...

ВОСКРЕСЕНСК УРТА МӘКТӘБЕ

ВОСКРЕСЕНСК УРТА МӘКТӘБЕ, Мәләүез р‑ны. 1860 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1866 й. алып башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Токарлыҡ‑слесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы, хоккей майҙансығы һ.б. бар....

ВӘЛИЕВ Тәүкәлүн Хаммат улы

ВӘЛИЕВ Тәүкәлүн Хаммат улы [19.11.1896, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дүшәмбикә а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 10.10.1959, Ҡазан], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1952). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1934—57 йй. БАССР‑ҙың Ҡыйғы һәм Салауат р‑ндарында дөйөм белем биреү мәктәптәре...

БӨРӨ УРТА МӘКТӘБЕ №3

БӨРӨ УРТА МӘКТӘБЕ №3. 1918 й. Бөрө ҡыҙ балалар гимназияһы нигеҙендә 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1918—21 йй. мәктәп эшләмәй. 1951 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын ала. Дендрарийы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.З.Бәширов, Й.Ғ.Рәхмәтуллина,...

БӨРӨ МЕДИЦИНА-ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ

БӨРӨ МЕДИЦИНА-ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 2005 й. Бөрө медицина колледжы м‑н Бөрө фармацевтика колледжының берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, лаб. диагностика, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше, фармация һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 20 лаб., 3 компьютер класы, китапханаһы,...

БЕЛОРЕТ ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №25

БЕЛОРЕТ ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №25, 1921 й. Белорет металлургия з‑ды (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) эргәһендә фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып 1‑се һөнәрселек уч‑щеһы, 1960 й. — 7‑се техник уч‑ще, 1963 й. — 35‑се ҡала ПТУ‑һы, 1975 й. — 35‑се СПТУ, 1988 й. — 25‑се...

БӘЛӘБӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ ҺӘМ ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ ТЕХНИКУМЫ

БӘЛӘБӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ ҺӘМ ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ ТЕХНИКУМЫ, 1930 й. Өфөлә үҫемлектәрҙе һаҡлау техникумы булараҡ нигеҙ һалына. 1931 й. Дәүләкән р‑ны Дәүләкән ҡасабаһына күсерелә һәм а.х. үҫемлектәре ҡоротҡостары м‑н көрәш техникумы тип үҙгәртелә. 1940 й. алып Бәләбәй ҡ.: а.х. механизациялау һәм...

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре б‑са квалификациялы хеҙм‑рҙәр әҙерләү. 2012 й. 29 дек. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” законға ярашлы, Б.п.б. квалификациялы эшселәр (хеҙмәткәрҙәр) әҙерләү программалары б‑са...

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ

БАШЛАНҒЫС БЕЛЕМ, дөйөм белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусылар тарафынан танып белеү һәләттәрен һәм соц. аралашыуҙы үҫтереүҙе тәьмин иткән дөйөм белемдең башланғыс белемен үҙләштереү, ш. уҡ уҡыу эшмәкәрлегенең төп күнекмәләрен формалаштырыу. РФ-та балаларҙы башланғыс уҡытыу 7 (6) йәштән башлана,...

БАШҠОРТ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ

БАШҠОРТ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1992 й. Өфөлә БР Мәғариф министрлығы һәм “Сэрхат” төрөк фирмаһы килешеүе б‑са Башҡ.‑төрөк лицейы булараҡ нигеҙ һалына, 2003 й. алып Республика башҡорт лицей‑интернаты. Уҡытыу 3 телдә алып барыла: инглиз (математика, физика, химия, информатика, иҡтисад), урыҫ (биология, тарих,...

БАШҠОРТ КАДЕТ КОРПУСЫ

БАШҠОРТ КАДЕТ КОРПУСЫ, Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы,  урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 1997 й. 1‑се мәктәп‑интернат базаһында Респ. кадет мәктәп‑интернаты булараҡ нигеҙ һалына, 2013 й. алып хәҙ. статусын ала, 2014...

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ, балалар һәм өлкәндәрҙең киң күләмле ирекле берекмәләре, эшмәкәрлектәренең соц. йүнәлеше, мөнәсәбәттәрҙең демократик стиле, ойошма ағзаларына пед. йоғонто яһау м‑н характерлана. Б.о. соц.-сәйәси (балаларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен, намыҫын һәм дәрәжәһен һаҡлау), соц.‑пед. (үҫмерҙәрҙе...

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ, балалар һәм үҫмерҙәрҙең нормаль йәшәү шарттарынан (даими йәшәү урынының, мед. хеҙмәтләндереүенең юҡлығы), ғаилә йәки дәүләт ҡарауынан мәхрүм булыуы. Б.ҡ. балаларҙың бағыуһыҙлығының, йәғни ата‑әсә йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙең тәрбиә биреү, уҡытыу, аҫрау б‑са вазифаларын тейешенсә...