Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, сабый (2 айлыҡтан 3 йәшкә тиклемге) һәм мәк‑ тәпкәсә йәштәге (3‑тән 6—7 йәшкә тиклемге) балаларҙы дөйөм тәрбиәләү өсөн тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. М.б.у. тәрбиәләү принциптары тәрбиәне гуманлаштырыуға һәм һәр балаға айырым мөнәсәбәт күрһәтеүгә йүнәлтелгән....

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР, ғаиләгә бала тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү, уларҙа үҙ аллы йәшәү тәжрибәһе булдырыу, соц. яҡлау һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған, уҡыусылар йәшәй торған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының 1956 й. 15 сент. “Мәктәп-интернаттар ойоштороу тураһында”...

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ, мәктәп м‑н идара итеүҙең йөкмәткеһе һәм ысулдары, уның эшен белем биреү процесына ҡулай шарттар тыуҙырырлыҡ итеп ойоштороу т‑дағы фән. 19 б. башлап алып барыла. Мәғариф органдарының мәктәпкә уҡытыу-тәрбиә, адм.-хужалыҡ һәм пед. етәкселек итеү, мәктәптең эске етәкселеген тормошҡа ашырыу,...

МӘКТӘП

МӘКТӘП (ғәр. — яҙыша торған урын), Көнсығыш илдәрендә һәм рев‑цияға тиклемге Рәсәйҙә башланғыс мосолман мәктәбе. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Муллалар, имамдар һәм мәзиндәр тәҡдиме б‑са мәсеттәр ҡарамағында асылалар, айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына...

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. Стәрлетамаҡҡ. сәйәси-ағартыу техникумы булараҡ асыла, 1947 й. алып Респ. мәҙәни-ағартыу мәктәбе, 1960 й. — Башҡ‑н республика мәҙәни-ағартыу уч‑щеһы, 1991 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт техникумы, 2012 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Уҡытыу...

МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО

 МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО, халыҡ мәғарифы системаһы хеҙм‑рҙәре өсөн мәҙәни-ағартыу учреждениелары. 1921 й. РСФСР ХКС‑ы тарафынан ойошторола, 1934— 56 йй. Уҡытыусы йорто тип йөрөтөлә. Башҡортостанда М.х.й. Өфө, Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө ҡҡ. эшләгән. М.х.й. респ. халыҡ мәғарифы органдары...

МӘҒАРИФ

МӘҒАРИФ, кешелектең белемдә, оҫталыҡта, ижади эшмәкәрлектә һәм донъяға эмоциональ баһа биргән мөнәсәбәттә кәүҙәләнгән соц. әһәмиәтле тәжрибәһе булған шәхестең үҫеү һәм үҙен үҫтереү процесы; шәхестең һәм йәмғиәттең матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлегенең зарури шарты. М. дөйөм белем...

МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ

МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, 1872 й. Ишембай р‑нында урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1934 й. — Маҡар крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғас, тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Иҫәкәй а. филиалы эшләй. Тыуған яҡты өйрәнеү...

МАГИСТРАТУРА

МАГИСТРАТУРА, юғары белемдең икенсе кимәле. “Магистр” дәрәжәһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, “бакалавр” (ҡара: Бакалавриат) йәки “белгес” дәрәжәһе булған, өҫтәмә уҡыу курсы (2 йыл) үткән, махсус имтихандар тапшырған һәм магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған кешеләргә бирелә. Рәсәйҙә М. 1803 й. Александр...

ЛИЦЕЙҘАР

ЛИЦЕЙҘАР (гр. lykeion — Афина эргәһендә Аполлон Ликейский ҡорамына ҡараған сауҡалыҡ исеме), 1) 1917 й. тиклем Рәсәйҙә дворян балаларынан дәүләт чиновниктары әҙерләй торған өҫтөнлөклө урта йәки юғары уҡыу йорттары; 2) РФ‑та үҙ уҡыу программалары б‑са эшләгән (1988 й. алып) ҡайһы бер урта дөйөм белем...

ҠЫПСАҠ-АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ

ҠЫПСАҠ-АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, Әлшәй р‑ны. 1895 й. мәҙрәсә булараҡ асыла. 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1975 й. хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Интернаты, оҫтаханаһы, тәжрибә участкаһы бар. 1975 й. алып урта мәктәпте 550‑нән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ

ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ, Нуриман р-нында урынлашкан. 1909 й. земство башланғыс уч‑щеһы булараҡ асыла, 20‑се йй. башынан 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1938 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Баш-Шиҙе, Оло Шиҙе, Яңы Бүрес, Иҫке Бәҙәй, Никольский һәм Яңы Субай аа. 6 филиалы эшләй. Мәктәп тарихы музейы,...

ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. урынлашҡан. 1886 й. ир балалар земство мәктәбе булараҡ асыла. 1911 й. алып ҡала училищеһы. 1918 й. ҡыҙ балалар земство мәктәбе (1903 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелә, 1932 й. башлап башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын...

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Туймазы р‑ны. 1938 й. нигеҙләнгән. Ҡандра районында уҡытыу урыҫ телендә алып барылған беренсе мәктәп. Ҡандра‑Ҡотой а. филиалы эшләй. Ағас эшкәртеү һәм слесарҙар оҫтаханалары, кулинария һәм тегеү кабинеты, 2 спорт залы бар. Мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Өйәҙ училищелары урынына “Ҡала училищелары тураһында положение” б‑са ойошторолалар (1872). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Земстволар, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар; аҡсаның бер өлөшө ҡаҙна тарафынан бүленә....

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. 1907 й. яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ, 1957 й. — башланғыс, 1964 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1989 й. хәҙ. статусын ала. Ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы бар. 1930 й. алып мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ

КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ, 1958 й. киске тау‑механика техникумы булараҡ асыла, 1979 й. алып тау‑механика техникумы, 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: менеджмент, хоҡуҡ белеме, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа...

КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ

КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1997 й. Респ. К.п.л.и. булараҡ асыла. Конкурс б‑са 4‑се класты тамамлаған малайҙар, 2001 й. алып 9‑сы класты тамамлаған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Түбәндәге йүнәлештәр б‑са профилле уҡытыу алып барыла: физика‑матем., физика‑химия. Лицейҙа махсус курстар индерелгән: логика...

КҮМЕРТАУ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

КҮМЕРТАУ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1967 й. Күмертау физик тәрбиә пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1991 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем биреү, физик культура. Китапханаһы, 3 спорт, теннис, тренажёр...

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1, Кушнаренко р‑нында урынлашҡан. 1927 й. Топорнин 7 йыллыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1937 й. алып урта мәктәп (1938 й. — Кушнаренко), 1984 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Иҫке Баҫҡаҡ а. филиалы эшләй. 2 оҫтаханаһы, 2 спорт залы, уҡыу‑тәжрибә участкаһы, музейы, тиры бар. Урта мәктәпте...