Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1962 й. Октябрьский нефть техникумының (ҡара: Октябрьский нефть колледжы) Арлан киске бүлексәһе базаһында киске нефть техникумы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: нефть һәм газ скважиналарын...

НЕФТЕКАМА ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

НЕФТЕКАМА ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1988 й. пед. училище булараҡ асыла, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем, сит тел (инглиз), башланғыс кластарҙа уҡытыу, туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, ғәмәли информатика. Китапханаһы,...

НИКИФАР УРТА МӘКТӘБЕ

НИКИФАР УРТА МӘКТӘБЕ, Әлшәй р‑нында урынлашҡан. 1906 й. 1 класлы министрлыҡ мәктәбе булараҡ асыла,__ 1921 й. алып килешеү нигеҙендәге мәктәп, 1932 й. — башланғыс, 1933 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1939 й. хәҙ. статусын ала. Балғажы а. филиалы эшләй. Китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты,...

НИКОЛО-БЕРЁЗОВКА УРТА МӘКТӘБЕ

НИКОЛО-БЕРЁЗОВКА УРТА МӘКТӘБЕ, Краснокама р‑нында урынлашҡан. 1869 й. 1 класлы земство мәктәбе булараҡ асыла. 1919 й. алып сиркәү-мәхәллә мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң берҙәм хеҙмәт мәктәбе (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре), 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1937 й. Касёв урта мәктәбе м‑н берләштерелгәндән...

ОБУХОВ Михаил Иванович

ОБУХОВ Михаил Иванович (29.10. 1871, Түб. Новгород губ. Пешелань а. — 4.10.1943, Өфө), педагог. 1891 й. алып Түб. Новгород губ. мәктәптәрендә эшләй. 1906—07 йй., 1910—13 йй. Архангел һәм Әстерхан губ. һөргөндә була. 1907—08 йй. М.Шорин исеме м‑н Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре...

ОКТЯБРЬСКИЙ КОММУНАЛЬ‑ТӨҘӨЛӨШ ТЕХНИКУМЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ КОММУНАЛЬ- ТӨҘӨЛӨШ ТЕХНИКУМЫ, 1968 й. О.к.-т.т. булараҡ асыла, 2014 й. —Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: сәнәғәт һәм граждан биналарының электр ҡорамалдарын монтажлау, көйләү һәм файҙаланыу, газ...

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ, 1969 й. музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2012 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә инструменталь башҡарыу (йүнәлештәре: халыҡ оркестры инструменттары, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары, ҡыллы оркестр инструменттары, фп.), музыка теорияһы, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү,...

ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ

ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1883 й. Орск ҡ. урыҫ‑ҡаҙаҡ һәм урыҫ‑башҡ. башланғыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында асыла. 1889 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмерҙәр (башҡорттар, татарҙар,...

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында 1804 й. Устав м‑н бөтә ҡатлам уҡыусыларын гимназияға инеүгә әҙерләү өсөн 2 класлы, 1828 й. Устав м‑н башлыса сауҙагәр, мещан балалары өсөн 3 класлы мәктәп булараҡ ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында...

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ӨҪТӘЛМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, шәхесте танып белеүгә, ижадҡа дәртләндереү һәм өҫтәлмә белем биреү программаларын һәм хеҙмәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән белем биреү ойошмалары. Балалар өсөн Ө.б.б.у. төп бурыстары: һөнәри үҙбилдәләнеш һәм ижади хеҙмәт өсөн шарттар тыуҙырыу; йәмғиәттә...

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ӨФӨ ИР БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ, 1828 й. асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Инеү имтихандарын тапшырған 10 йәше тулған бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 10 һум). Әҙерлек класы эшләй. Уҡыу курсы — 8 йыл. Программа гимназияның традицион уҡыу предметтарынан тора,...

ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ

ӨФӨ СӘНҒӘТ МӘКТӘБЕ, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 1‑се балалар художество мәктәбе һәм 6‑сы музыка мәктәбе, Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайының музыкаль-хор студияһы базаһында Өфө сәнғәт мәктәбе (Башҡортостанда тәүге) булараҡ асыла, 2004 й. алып Өфө балалар сәнғәт...

ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ

ӨФӨ ЭШҠЫУАРЛЫҠ, ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ ДИЗАЙН КОЛЛЕДЖЫ, 1909 й. Сауҙа мәктәбе булараҡ асыла, 1919 й. алып Өфө һөнәрселек коммерция кластары, 1921 й. — сәнәғәт‑иҡт. мәктәбе, 1922 й. — сәнәғәт‑иҡт. техникумы. 1926 й. Өфө контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе (ҡара: Һөнәрселек лицейы №136) составына инә, 1936 й. башлап...

ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

ПЕДАГОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, педагогика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Бөтә типтағы уҡыу йорттары (ҡара: Юғары белем, Башланғыс профессиональ белем, Урта профессиональ белем, Мәғариф) өсөн пед. кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү б‑са бер‑береһе м‑н үҙ‑ара бәйле учреждениелар...

ПЕДАГОГИКА

ПЕДАГОГИКА (гр. paidagógiké), 1) кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу т‑дағы фән; 2) тәрбиә биреү, белем биреү һәм уҡытыу м‑н бәйле булған фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе; 3) тәрбиә биреү, уҡытыу, белем биреү стратегияһына, маҡсаттарына, йөкмәткеһенә һәм тактикаһына бәйле идеялар, фекерҙәр, ҡараштар (дини, ижт.,...

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һ.б. әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Музыка белеме биреү, Педагогик белем биреү). Революциянан (1917) һуң уҡытыусылар мәктәптәре һәм семинариялары (ҡара: Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе,...

ПЕРМЬ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

ПЕРМЬ ТАТАР‑БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1929 й. Урал пед. техникумының (Свердловск ҡ.) филиалы булараҡ асыла. 1940 й. алып Молотов татар‑башҡ. пед. техникумы, 1942 й. Молотов өлк. Ҡуян а. күсерелә. БАССР Мәғариф ХК ҡарамағында булған. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са...

ПРОГИМНАЗИЯЛАР

ПРОГИМНАЗИЯЛАР, Рәсәйҙәге тулы булмаған урта уҡыу йорттары, гимназияның башланғыс кластарына тап килгәндәр. Ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, хәрби П. булған. Гимназияларҙың һәм прогимназияларҙың уставына (1864) һәм “Ҡатын‑ҡыҙҙар гимназиялары һәм прогимназиялары тураһында положение” ға (1870) ярашлы, 2‑се һәм 3‑сө...

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ, өлкән класс уҡыусыларының проф. ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм ниәттәренә ярашлы, уҡытыу барышында айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән дифференциациялау һәм индивидуалләштереү сараһы. Дөйөм белем биреүҙең өлкән баҫҡысында профилле уҡытыу концепцияһына (2002), РФ Хөкүмәтенең “Урта...

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәлмә проф. белем биргән мәғариф учреждениеһы. 1961 й. стационар проф. курстарбулараҡ асыла, 1990 й. алып уҡытыу-методик үҙәге, 1993 й. — Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм соц. прогнозлау үҙәге, 1998 й. башлап БР Профсоюздар федерацияһының П.к.к. к.и....