Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫНАМЫШ

ҺЫНАМЫШ, фольклор жанры, тәбиғәт күренештәрен, үҫемлек үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙайлы ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау. Боронғо заманда Һ. метеорологик белемдең яҙылмаған йыйынтығы булып торған. Төҙөлөшө, форма билдәләре...

ХУЖА НАСРЕТДИН

ХУЖА НАСРЕТДИН, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта Азия халыҡтары фольклорында аҡыл эйәһенең, тапҡыр һүҙле һәм шаян кешенең дөйөмләштерелгән образы. Х.Н. ҡомһоҙ, ике йөҙлө кешеләрҙе, ришүәт алыусы хакимдарҙы, муллаларҙы һ.б. фаш итә, аҡылы һәм тапҡырлығы арҡаһында төрлө хәлдәрҙән еңеүсе булып сыға, бер ҡатлы...

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘ

ХӨРӘФӘТИ ХИКӘЙӘ, фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе м-н осрашыуы т-да ҡыҫҡа хикәйә. Һөйләүсенең үҙе йәки танышы м-н булған ваҡиға кеүек һүрәтләнә; уйҙырма хәл-ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ итеп һөйләү принцибы жанрҙың ойоштороусы эстетик башланғысы булып тора. Һөйләүсенең төп маҡсаты — көсөргәнешле...

ФОЛЬКЛОРИСТИКА

ФОЛЬКЛОРИСТИКА. Фольклор, уның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, идея‑эстетик тәбиғәте, жанр һәм художество үҙенсәлектәре, башҡорт әҙәбиәте м‑н үҙ‑ара бәйләнеше т‑дағы фән. Башҡорттарҙың фольклоры т‑да айырым мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Плано Карпини, В.Рубрук һ.б. көндәлек яҙмаларында һәм иҫтәлектәрендә бирелә....

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ, традицион, нығынған, ритмик тәртиптәге һүҙ конструкциялары. Ф.ф. фольклор поэтикаһының характерлы күренештәренең береһе булараҡ традицияның мөһим терәге булып тора. Тамамланған фекер итеп бирелә. Ф.ф. төрҙәре 1) инициаль (башлаусы), мәҫ., бәйеттәрҙең башы: “Бисмилла итеп башланым...

ФОЛЬКЛОР

ФОЛЬКЛОР (ингл. folklore), х а л ы ҡ и ж а д ы, кешеләрҙең тормошон, фекерен, идеалдарын сағылдырған халыҡтың художестволы коллектив ижади эшмәкәрлеге; халыҡ тарафынан тыуҙырылған һәм халыҡ массаларында йәшәп килгән поэзия (халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижады), музыка (ҡара: Халыҡ музыкаһы), театр (ҡара: Халыҡ...

УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы

УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы [18.6.1875, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ғүмәр а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) – 1956, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. 1884—91 йй. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) мәҙрәсәлә уҡый. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән фәлс. йөкмәткеле “Ваҡыт”, “Бәхет”,...

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатының 3 ҡағаны — Илтереш, Ҡапаған һәм Билгенең (ҡара: Билге ҡағанға арналған ташъяҙма) кәңәшсеһе, ышаныслы кешеһе һәм ғәскәр башлығы Тонйоҡуҡ хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы тура мөйөшлө 2 таш бағанаға соҡоп яҙылған...

ТИҘӘЙТКЕС

ТИҘӘЙТКЕС, фольклор жанры, ауыр әйтелешле өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың ҡушылмаһынан, ҡабатланыуынан төҙөлгән һәм балалар телмәренең үҫешенә булышлыҡ иткән ритмға һалынған сәсмә йәки шиғри әҫәр. Т. көндәлек тормоштоң реаль ваҡиғалар картинаһын һүрәтләй, күп осраҡта юмористик йөкмәтке хас. Һәр текст...

РИҮӘЙӘТ

РИҮӘЙӘТ, фольклорҙа үткән замандың ысын хәл‑ваҡиғалары т‑да мәғлүмәт биреүгә ҡоролған хикәйә. Йыш ҡына шаһиттарҙың һөйләгәндәренән башланып китеп (ҡара: Хәтирә), телдән телгә һөйләнгән Р. ирекле поэтик интерпретацияға, ижади фараздарға, үҙгәртеүҙәргә дусар була. Р. һүрәтләнгән хәл‑ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә...

МИФТАР

МИФТАР (гр. myјthos — риүәйәт, хикәйәт), ысынбарлыҡтың үҙ аллы күренештәре тип һаналған күреп‑тойоп булған образдар ярҙамында кисерештәрҙе һәм ысынбарлыҡты аңлатыу формаһы; тәүтормош ҡоролошонда — донъяны аңлауҙың төп ысулы. М. өсөн тәбиғи һәм мәҙәни (соц.) объекттарҙы метафорик сағыштырыу, тирә‑яҡ...

МИФОЛОГИЯ

МИФОЛОГИЯ, 1) башҡ. халҡының мифтары йыйылмаһы. М. сығанаҡтары башҡ. халҡының этногенезында ҡатнашҡан ырыуҙарҙың М. һәм ышаныуҙарына барып тоташа, ул ш. уҡ башҡорттар м‑н бәйләнештә булған ырыуҙар һәм халыҡтарҙың йоғонтоһон кисерә (ҡара: Этник процестар). Боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, мифологик...

МӘҠӘЛ

МӘҠӘЛ, телмәрҙә ҡулланылған, грамматик һәм логик яҡтан тотороҡло, ритмик яҡтан ойошҡан, өгөт-нәсихәт биргән хикмәтле һүҙ, тормош тәжрибәһе м‑н һыналған дөйөм фекерҙе ҡыҫҡа формала аңлатҡан фольклор жанры. Тормош күренештәренә хисле‑экспрессив баһа бирә, аналогия принцибы б‑са бер нисә мәғәнәлә ҡулланыла...

ЛЕГЕНДА

ЛЕГЕНДА (лат. legenda, һүҙмә-һүҙ — уҡылырға тейешле нәмә), фольклорҙа тормошта булып үткән йә булыуы ихтимал тип уйланылған хәл‑ваҡиғалар хаҡында ҡабартып, уларҙы фәҡәт булған хәл тип тасуирлаған, мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән хикәйә. Башҡ. фольклорында Л. мотивтары һәм образдары йыш ҡына мифологияға...

ҠУҢҠАС СӘСӘН

ҠУҢҠАС СӘСӘН, Ҡоңҡаҫ сәсән (18 б. 2‑се ярт. — 19 б. башы), башҡ. шағир-импровизаторы. Сәсәндең тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. М.Х.Иҙелбаев тарафынан Миәкә р‑ны Илсеғол а. З.Ғ.Төхвәтуллиндан яҙып алынған риүәйәт б‑са, Ҡ.с. уҡымышлы кеше булған, халҡының тарихын, фольклорын белгән,...

КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәтеәҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатына нигеҙ һалған Илтереш ҡағандың улы, ғәскәр башлығы Күлтәгин хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы (Оло һәм Кесе яҙмалары бар). Улан‑Баторҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярындағы...

ЙОМАҠ, фольклор жанры

ЙОМАҠ, фольклор жанры, ниндәй ҙә булһа предметты йәки күренеште кинәйәле тасуирлауға, уй йәшереүгә нигеҙләнә. Уйланылған нәмә үҙе аталмай, бәлки уға оҡшаш сифаттары булған икенсе бер нәмә һүрәтләнеп, шул билдәләр б‑са йәшерелгән әйбер, күренештең исеме, йәғни Й. яуабы (йәбешкәһе, йомолдоғо) табыла....

ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ

ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ, йолаларҙың вербаль‑шиғри өлөшө. Й.п. өсөн традициялылыҡ, тотороҡлолоҡ, күсәгилешлелек, функциональ мәғәнә, импровизацияның һәм ҡанундарҙың органик берләшеүе хас. 2 төркөмгә бүленә: 1) ваҡыт‑миҙгел йола поэзияһы, 2) ғаилә‑көнкүреш йола поэзияһы. Р.Ә.Солтангәрәева Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов...

ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы

ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы [1870, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Иҫке Монасип а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны) — 1947, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән “Совет иле хаҡында”, “Ҡыҫҡа йырҙар” шиғырҙары авторы. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының...