Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы (20.12.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Ишбирҙе Руднигы ҡсб — 24.5.2019, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Баймаҡ мәктәп-интернатында, 1970—76 йй. СДПИ ла эшләй; 1969 й....

ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР

ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР, актив ҡулланылыштан төшөп ҡалған, әммә пассив һүҙлектә һаҡланған һәм күпселек һөйләшеүселәргә аңлайышлы булған һүҙҙәр. Телдә төҙөлөшө төрлө дәрәжәлә иҫкергән булыуы, архаизацияның төрлө сәбәптәре һәм ҡулланыу характеры м‑н билдәләнгән иҫкергән лексика системаһын барлыҡҡа килтерәләр;...

ИҪКЕ БАҪМА КИТАП

ИҪКЕ БАҪМА КИТАП, баҫма китап культураһы ҡомартҡыһы; китап баҫыу барлыҡҡа килгәндән һуң билдәле бер ваҡыт эсендә сығарылған китаптарҙың шартлы атамаһы; тышҡы биҙәлешендә ҡулъяҙма китап м‑н оҡшашлыҡтары бар. И.б.к. археография, кодикология, палеография, текстология һ.б. фәндәр өйрәнә. Башҡортостанда...

ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы

ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы [27.2.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түбәнге Ҡасмаш а. (БР‑ҙың Ҡалтасы районы) — 24.9.2020, Йошкар‑Ола ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Эл Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Мари педагогия институтын тамамлаған (Йошкар‑Ола ҡ.,...

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәре; ирендәр ҡатнашлығы м‑н (иренләшеү; ирендәр түңәрәкләнә һәм бер аҙ алға һуҙыла) һәм ирендәр ҡатнашлығынан тыш (иренләшмәү) булған өҫтәмә артикуляция. Фонемаларҙы айырыусы билдәләр сифатында сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә иренләшкән [о],...

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР, төрлө телдәрҙә тышҡы төҙөлөшө (һәр телдең фонетик һәм график үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып) һәм мәғәнәһе б‑са тап килгән һүҙҙәр; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бер төрө. Башҡорт телендә нигеҙҙә урыҫ теле аша үтеп ингән И. йәшәп килә (ҡара: Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Улар ике төркөмгә...

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Бөйөк Британия, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия, Һиндостан, ҡайһы бер Африка дәүләттәренең рәсми теле; БМО‑ның рәсми эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Ирландия, Төньяҡ Америка, ҡайһы бер Азия илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 400 млн...

ИЗАФЕТ

ИЗАФЕТ (ғәр. аль-идафату – ҡушылыу, өҫтәлеү), ҡайһы бер төрки телдәрҙә, ш. иҫ. башҡорт телендә, ш. уҡ иран телдәре һәм ғәрәп телдәрендә аныҡлаусы конструкциялар тибы. Төркиәттә ике компоненты ла исемдән килгән һүҙбәйләнеш И. тип атала. И. 3 төрө айырыла: 1‑сеһе — йәнәшәлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән...

ИВАНОВА Светлана Викторовна

ИВАНОВА Светлана Викторовна (9.2.1960, Чита ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1982), 1983 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) шунда уҡ эшләй: 1992 й. башлап роман‑герман филологияһы ф‑ты деканы урынбаҫары, 2004 й. — инглиз филологияһы һәм мәҙәниәт‑ара коммуникациялар каф....

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7.4.1968, БАССР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Этҡол а. — 31.7.2020, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тәржемәсе, тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ-ны (1994), Анкара университетын (Төркиә, 1996) тамамлаған. 2000 й. алып БДУ‑ла...

ЗДОБНОВА ЗОЯ ПЕТРОВНА

ЗДОБНОВА ЗОЯ Петровна (25.3.1926, Чистай ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1953 й. алып БДУла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан,...

ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы

ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы (14.8.1928, ТАССР‑ҙың Зәйпе а.), тел белгесе, төркиәтсе. ТР ФА акад. (1991), филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1964), БДУ‑ның почётлы д‑ры (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм ТАССР‑ҙың (1970) атҡ. фән эшмәкәре, СССР ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР ЮС‑ы...

ДУДАРЕВА Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы

ДУДАРЕВА Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы (24.10.1954, Октябрьский ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). З.М.Тимербулатовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) СДПА‑ла эшләй: 1999 й. алып — ситтән тороп уҡыу һәм иҡт. мәсьәләләре б‑са, 2006 й. ситтән...

ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, тел т‑дағы фән. Д.т.ғ. айырым телдәрҙе (мәҫ., Башҡорт тел ғилеме, Урыҫ тел ғилеме), телдәр ғаиләһен (мәҫ., Төрки телдәр, ҡара: Төркиәт, Фин-уғыр телдәре һ.б.) өйрәнеүсе лингвистикалар м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттә тора. Д.т.ғ. төп бурыстары: аралашыуҙың материаль берәмектәре (өндәр, ижектәр,...

ДОЛГАН ТЕЛЕ

ДОЛГАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (төньяҡ-көнсығыш төркөмө). Долгандарҙың милли теле. Красноярск крайының Таймыр (Долган-Ненец) р‑нында, ш. уҡ Саха (Яҡутия) Респ. Анабар р‑нында таралған. Д.т. һөйләшеүселәр һаны 5 мең (2002). Үҙ аллы тел булараҡ эвенк теле йоғонтоһонда айырым үҫеү һәм эске үҙгәртеп...

ДМИТРИЕВ Николай Константинович

ДМИТРИЕВ Николай Константинович (28.8.1898, Мәскәү — 22.12.1954, шунда уҡ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР‑ҙың Пед. фәндәре академияһы акад. (1945), филол. ф. д‑ры (1938), проф. (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑Ÿарының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны...

ДИССИМИЛЯЦИЯ

ДИССИМИЛЯЦИЯ (лат. dissimilatio — оҡшашмау), телмәр ағышында һүҙҙәге бер төрлө йәки оҡшаш өндәрҙең артикуляцион һәм акустик оҡшашмауы. Ассимиляцияның киреһе. Бер типтағы — һуҙынҡы (һуҙынҡылар Д.) йәки тартынҡы (тартынҡылар Д.) өндәр араһында осрай, ғәҙәттә әйтелеште еңеләйтеүгә йүнәлтелә. Йәнәш өндәр...

ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы

ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892 й. сентябре, Һамар губернаһы Ташбулат‑Күстән а., хәҙер Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы Таш-Күстән а., — 7.12.1937, Өфө ҡ.), тел белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында — мәҙрәсә (1910), Ленинград көнсығыш институтын (1931) тамамлаған. 1918 й....

ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ

ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ, ғәрәп телле халыҡтар (ҡара: Ғәрәп теле), шулай уҡ бер ни тиклем үҙгәрештәр менән Иран, Афғанстан, Һиндостан, Пакистан һәм Ҡытай (Синьцзян) халыҡтары ҡулланған хәрефле яҙыу.   Ғ.я. б.э.т. 2 б. — б.э. 4 б. ҡулланылған арамей алфавиты нигеҙендә Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Ғәмәлдә Ғ.я. 6 б....

ҒӘРӘП ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

ҒӘРӘП ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Ғ.т.ү.һ. таралыуына ғәрәптәрҙең ҡаҙаныштары, ислам, Урта быуаттарҙа ғәрәп телле илдәрҙә фән һәм мәҙәниәттең юғары кимәлдә үҫешкәнлеге булышлыҡ итә. Төрки телдәрҙә тәүге Ғ.т.ү.һ. — боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙа, башҡорт телендә иң тәүге шәжәрәләрҙә осрай. Башҡ....