Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары менән тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре менән...

АҠБУР, тау тоҡомо

АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында шулай уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы...

АҠБУР

АҠБУР, аҡбур системаһы (осоро), мезозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 145±3 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. 1822 й. Бельгия геологы Ж.Омалиус д’Аллуа айырып күрһәтә. А. аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) берриас, валанжин, готерив, баррем, апт һәм альб ярустарына, өҫкө бүлеге сеноман,...

АҠ АҠЫҠ, минерал

АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (франц. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта...

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға...

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил һәм Белорет райондары сигендә Көркәк һыртында, Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа 25 км һәм Яңы Абҙаҡ тимер юл ст. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1976 й. асыла. Урта девондың Ирәндек свитаһы тоҡомдарына тура килә. Эшкә яраҡлы ҡатлам андезит‑базальт...

АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы

АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы (29.11.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ы Олотау ҡсб — 12.6.2010, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), геолог. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (1979), БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1973). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән...

АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы

АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы (5.4.1942, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Оло Аҡа а.), гидрогеолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996). БР‑ҙың (2000) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып Балаҡатай районында мәктәп директоры, 1968 й. башлап...