Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич

ПЕРМЯКОВ Илья Григорьевич (6.8. 1901, Пермь губ. Берёзовка Заводы ҡсб — 28.6.1983, Өфө), инженер‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. канд. (1962), проф. (1966). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1930) геол.‑разведка контораһы дир. урынбаҫары булып эшләй, 1934 й. алып “Эмбанефть” ПБ (Гурьев ҡ.),...

ПЕРМЬ

ПЕРМЬ, п е р м ь с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың алтынсы хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 299,0±0,8 млн йыл, аҙағы — 251,0±0,4 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1841 й. Уралда Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә. Халыҡ‑ара стратиграфия шкалаһы б‑са 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: Урал...

ПЕРЛИТ

ПЕРЛИТ (фр. perlite), бер аҙ ынйы һымаҡ ялтырауыҡ йөҙлө күп һанлы концентрик структуралы бөртөксәләр булыу сәбәпле концентрик‑ҡабыҡлы (перлит) айырымлылыҡ хас булған әсе составлы вулкан быялаһы. П. составына 1%‑тан ашыу конституцион (ҡатнашмалы) һыу, кварц һәм ялан шпаты кристалдарынан торған бөрсөктәр...

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович (9.2.1909, Псков губ. Семенцово а. — 21.12.1985, Мәскәү), геолог. СССР ФА акад. (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1946). Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1960 й. алып СССР ФА‑ның Геол. ин‑ты (Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге...

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ

ПАЛЕОНТОЛОГИЯ (палео... һәм онтология), үткән геол. осорҙоң органик донъяһы, уның йәшәйеш һәм үҫеш шарттары т‑дағы фән. Палеозоология, ‑ботаника, ‑экология, ‑биогеография, микропалеонтологияға бүленә. Палеонтологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тау тоҡомдарының сағыштырмаса йәшен билдәләүҙә һәм геол....

ПАЛЕОЗОЙ

ПАЛЕОЗОЙ (палео... һәм гр. zōē — тормош), п а л е о з о й  э р а т е м а һ ы, п а л е о з о й  э р а һ ы, фанерозойҙың аҫҡы бүлексәһе. Эраның башы — 542 млн йыл, тамамланыуы — 251 млн йыл. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Кембрий, ордовик, силур, девон, ташкүмер (карбон) һәм пермь системаларына...

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ

ПАЛЕОГЕОГРАФИЯ (палео... һәм география), үткән дәүерҙәрҙең физик‑геогр. шарттарын, ер ҡабығының һәм дөйөм Ерҙең үҫешен өйрәнгән фән. 19 б. 1‑се ярт. тарихи геология һәм физик география сигендә формалаша. П. геохимия, климатология, литология, палеонтология, палеоэкология, стратиграфия, фациялар т‑дағы...

ПАЛЕОГЕН

ПАЛЕОГЕН (палео... һәм ...генез), п а л е о г е н  с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 65, тамамланыуы — 23±1 млн йыл. 1866 й. Науманн тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: аҫҡыһы — палеоцен, уртансыһы — эоцен һәм өҫкөһө —...