Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТ ЯРУСЫ

БАШҠОРТ ЯРУСЫ, карбондың урта бүлегенең түбәнге бүлексәһе. Серпухов ярусында ята, мәскәү ярусы менән ҡаплана. С.В.Семихатова Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Еҙем һәм Йүрүҙән йй. бассейндарында Үрге Лука ҡасабаһы (Силәбе өлкәһе) янындағы Йүрүҙән й. типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә (1934)....

БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ

БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ, Башҡорт антиклинорийы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҙур ыңғай тектоник структураһы; дизъюнктив боҙоҡлоҡтар менән ҡатмарланған эре структураларҙан торған ҡалҡыулыҡ. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ сиге — төньяҡ киңлектең 56°, көньяҡ-көнсығышы һәм көньяғы — Йылайыр...

БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ

БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал нефтле, газлы провинцияһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). В.Д.Наливкин (1954), Г.П.Ованесов (1962), В.С.Голубев (1967) һ.б. өйрәнә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Уҫы-Ҡалтасы бөгөлөнә ҡарата...

БАРИТ, минерал

БАРИТ, ауыр шпат, сульфаттар класы минералы, BaSO4; составында стронций, кальций, ҡурғаш ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка йәки призма рәүешендә. Текстураһы киң, ҡаты бөртөклө, һыҙыҡлы. Төҫө аҡ, һоро, зәңгәрһыу, төҫһөҙ һ.б.; ҡатылығы — 3,0—3,5, тығыҙлығы — 4500 кг/ м3 яҡын. Быяла кеүек...

БАЛСЫҠ

БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (30—70%), алюмин (10—40%) һәм һыу (5—10%) тора. Минераль составы буйынса — полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы,...

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составы һәм ер ҡабығы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш,...

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары — пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит менән ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин,...

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы (31.3.1931, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а. — 4.6.2014, Өфө ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың нефть...

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв Баймаҡ ҡ. һәм Хәйбулла районы Бүребай а. тирәһендә ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙың тасуирламаһын И.С.Анисимов (1967), М.Ш.Биков (1967), А.А.Захаров (1967), А.М.Косарев (1973), А.И.Кривцов (1970),...

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ, беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. М.М.Алиев тарафынан венд ултырмаларында айырып күрһәтелә (1977). Аҫтына түшәлгән архей-урта протерозой һәм рифей ҡатламдарына ҡарата япма булып тора. Көньяҡ Урал яны буйлап һуҙыла, Башҡортостандың үҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ өлөштәрен...

БАЗАЛЬТ, тау тоҡомо

БАЗАЛЬТ (лат. basaltes), магмалы тау тоҡомо, габброның эффузив аналогы. Һелте составлы плагиоклаздан, моноклинлы пироксендан һәм магнетит, ильменит, апатит, оливин, вулкан быялаһы ҡушылмаларынан тора. Структураһы тығыҙ йәки ваҡ бөртөклө, йыш ҡына порфирлы, текстураһы күҙәнәкле; Б. йыш ҡына бүкән нигеҙле...

БАБАЛЯН Григорий Аветисович

БАБАЛЯН Григорий Аветисович (2.3.1913, Баҡы ҡ. — 13.6.1988, Өфө ҡ.), инженер-нефтсе. Техник фәндәр докторы (1958), профессор (1961). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Әзербайжан индустриаль институтын...