Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ

Просмотров: 1301

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта Башҡорт мегантиклинорийы менән сиктәш. Урта өлөшө субкиңлектәге Инйәр-Тоҙйылға бөгөлө менән ҡатмарланған. Оҙонлоғо 150 км, киңлеге 25—45 км. Фәнни тикшеренеү барышында А.д. геологик төҙөлөшөнә 2 төрлө ҡараш барлыҡҡа килә.

  Аҫҡы пермь комплексы тоҡомдары буйынса Е.В.Лозин эске (көнсығыш борт), үҙәк һәм тышҡы (көнбайыш борт) тектоник зоналарҙы айыра. Эске һәм үҙәк зонала кинйәбулат тибындағы теҙмә йыйырсыҡланыу үҫешкән. Үҙәк зонаһына көңгөр ярусы, эске зонаһына һаҡмар ярусы, әртә ярусы ултырмаларының максималь ҡалынлыҡта булыуы һәм көңгөр ярусы ултырмаларының булмауы хас. Тышҡы зонаһында Богуслав массивынан төньяҡтараҡ Йылан һәм Йүкә тауҙары булараҡ өҫкә ҡалҡҡан әселе—әртә йәшендәге күмелгән Ҡуғанаҡ, Покровский, Александров, Карташевка, Ырныҡшы, Ләмәҙ риф массивтары һуҙыла. Ю.В.Казанцев, Т.Т.Казанцева, М.А.Камалетдинов фаразлауынса, Урал тауҙарына параллель булған күп һанлы төбәк шыуҙырмалар А.д. палеозой һәм палеозой алды ултырмаларынан бер‑береһенең өҫтөнә көнсығыштан эҙмә-эҙлекле ябырылған субмеридиональ йүнәлештәге тектоник тәңкәләргә “киҫкеләй”. Ауышлыҡ мөйөшө яҡынса 50°, тәрәнәйгәндә улар горизонталь ятышҡа тиклем һөҙәкләнә, тау тоҡомдарының күсенеүе 0,1 алып 5 км етә. 3—5 км тәрәнлектә тектоник тәңкәләр дөйөм өҙөклөк өҫтө менән экранлана, унан түбәнерәк күҙәтелмәй. Тектоник тәңкәләрҙең бер нисә ярусынан торған структуралар тектоник пластиналарҙа йәки шарьяждарҙа айырыла. Аҫҡы ярусының төҙөлөшөндә көнбайыш фациаль зона ултырмалары бар. А.д. Шихан-Волостновка, Һарытау, Хлебодаровка, Табын-Иштуған, Ҡыҫынты, Еҙем-Красноусол, Арх‑Латыш-Сәйетбаба һ.б. тәңкәләр айырыла. Төньяҡта шыуҙырмаларҙы ҡатмарлаусы арҡыры субвертикаль шыуыу дислокациялары үҫешкән; шыуҙырмаларҙың фронталь зоналары буйлап — текә асимметрик ҡанатлы антиклиналдәр теҙмәһе. Рифей һәм венд ултырмаларында көнбайышҡа шыуған күсәр зонаһы менән асимметрик меридиональ бөгөл айырыла.

  А.д. аҫҡы пермь, өҫкө һәм урта ташкүмер, өҫкө һәм урта девон ултырмаларына Архангел, Табын һ.б. нефть ятҡылыҡтары тура килә. Яңы нефть ятыштарын асыу перспективалары риф массивтарында палеозой ултырмаларын артабан разведкалау, рифей һәм венд ултырмаларында эҙләнеүҙәр менән бәйле.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: