Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ

ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Троицк р‑ны Подгорный а. көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уй й. һул ярында урынлашҡан. 1978 й. Т.С.Малютина тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы (диам. 8—16 м, бейеклеге 0,1—0,6 м) һәм түңәрәк формаһындағы таш кәртәле ҡәберлектәргә...

ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Иглин р‑нының Охлебинин а. эргәһендә урынлашҡан. О.а.к. 2 ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Охлебинин ҡаласығы II б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай.__ Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында, бейек (120...

НИКОЛАЕВКА ҠӘБЕРЛЕГЕ

НИКОЛАЕВКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—15 бб. ҡарай. Стәрлетамаҡ р‑ны Николаевка а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Стәрле й. һул ярында урынлашҡан. 1934 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асыла һәм 1981 й. өйрәнелә, 2004—06 йй. Ю.А.Морозов һәм М.С.Чаплыгин тикшерә. Тупраҡ...

МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы

  МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы [20.8.1933, БАССР‑ҙың Красноусол районы Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 11.10.2015, Өфө ҡ.], археолог. БР ФА академигы (2006), тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1956) ТТӘИ‑лә (1967 й....

МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК

МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК, раса һәм этногенетик сығышы б‑са берләшкән һәм матди (керамика формаһы һәм биҙәлеше, торлаҡ, ҡорал һәм биҙәүес типтары), ш. уҡ рухи (дини ҡараштары, ерләү йолаһы элементтары) мәҙәниәттә дөйөм элементтары булған археологик мәҙәниәттәр йыйылмаһы. Билдәле бер М.‑т.б. ҡәбиләләре бер...

МАЗУНИН МӘҘӘНИӘТЕ

МАЗУНИН МӘҘӘНИӘТЕ, тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э. 3—5 бб. ҡарай. Мазунин а. (Удмуртия) янындағы ҡәберлек исеме б‑са аталған. Башҡортостан терр‑яһында М.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. тупланған (Баръяҙы ҡаласығы, Бөрөҡәберлегенең иртә осор ҡәберҙәре, Иҫке Ҡабан ҡәберлеге,...

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 2—1 бб. ҡарай. Илеш р‑ны Ҡыпсаҡ а. янында Сөн й. уң ярында урынлашҡан. Комплексҡа ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Ҡыпсаҡ ҡаласығы ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 60‑сы йй. В.Ф.Генинг тарафынан...

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I, тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Сибай ҡ. көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта, Ҡушалыҡыуаҡ шишмәһе (Төйәләҫ й. басс.) сығанағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. 2003 й. Ирәндек археология һәм этнография...

ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ

ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ, б.э.т. 7 б. — б.э. 1 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. 1869 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны) эргәһендә Ҡуғанаҡ й. уң ярында урындағы халыҡ тарафынан табылып, Өфө губерна музейына (ҡара: Милли музей) тапшырыла. 1904 й. Н.И.Булычёв, 1948 й. Б.А.Коишевский, 1952...

ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ

ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ, неолит — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — б.э. 3 б. ҡарай. Дыуан р‑ны Ҡәҙер а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1987 й. А.И.Лебедев, 1990 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Күп...

ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР

ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР, мәмерйә стеналарына һәм түшәмдәренә, асыҡ ҡая өҫтәренә һәм айырым таштарға төшөрөлгән һүрәттәр рәүешендәге археологик ҡомартҡылар. Башҡарыу техникаһы б‑са Ҡ.т.һ. яҙыуҙарға (буяу пигменты м‑н эшләнгән), петроглифтарға (ташҡа соҡоп төшөрөлгән) һәм барельефтарға айырып йөрөтөлә. Башҡортостан...

ҠАРҒАЛЫ

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын...

ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 4—5 бб. ҡарай. Борай р‑ны Ҡаратамаҡ а. көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. һул ярында урынлашҡан. 1958 й. ер эштәре башҡарған саҡта урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й. С.М.Васюткин, 1988 й. Б.Б.Агеев...

ҠАЛАСЫҠ, нығытылған торама

ҠАЛАСЫҠ, археологик ҡомартҡы, нығытылған торама. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡараған 200‑гә яҡын Ҡ. табылған. Иң боронғо Ҡ. б.э.т. 8—7 бб. ҡарай (Бөрө ҡаласығы, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Ҡабан ҡаласығы...

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—9 бб. ҡарай. Башҡортостанда Ҡ.э.м. ҡомартҡылары Кама й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. басс. тупланған (Кәкрекүл торамаһы, Иҫке Ҡабан торамаһы II һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Күп камералы, ағас бағаналы конструкциялы һәм...

ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ

ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарайҙар. Дүртөйлө р‑ны Ҡаҙаҡлар а. эргәһендә Яубазы й. уң ярында урынлашҡандар. 3 ҡаласыҡ табылған. Ҡ.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1980 й. В.А.Иванов һәм...

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 6 б. аҙ. — 7 б. 1‑се ярт. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1950 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1959 й. В.Ф.Генинг, М.С.Акимова өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 30 ҡәбер өйрәнелгән....

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 3—2 бб., б.э. 17—18 бб. ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Дүртөйлө р‑ны Көшөл а. эргәһендә Кеүәш й. һул ярында урынлашҡан. 4 ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора. К.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 12—13 бб. ҡарай. 1957 й. А.П. Шокуров тарафынан асыла,...

КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ

КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — 1‑се мең йыллыҡ башына ҡараған археологик ҡомартҡы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1968—69 йй....