Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЭРОЛОГИЯ

АЭРОЛОГИЯ (аэро... һәм ...логия), метеорологияның ирекле атмосфералағы (Ерҙең тейеп торған өҫкө йөҙөнөң тәьҫире беленмәгән ҡатламдарында) физик күренештәрҙе, процестарҙы һәм уларҙы тикшереү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Ирекле атмосфераның мөһим физик үҙенсәлектәрен (елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше, һауаның...

АТОМДАР ҺӘМ МОЛЕКУЛАЛАР ФИЗИКАҺЫ

АТОМДАР ҺӘМ МОЛЕКУЛАЛАР ФИЗИКАҺЫ, физиканың атомдар, молекулалар һәм уларҙың берләшмәләренең (кластерҙарының) төҙөлөшөн һәм физик үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеү һәм уларға электр йәки магнит ҡырҙары тәьҫир итеүенән барлыҡҡа килгән физик күренештәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Масс-спектрометрия,...

АСТРОНОМИЯ

АСТРОНОМИЯ (гр. ástron — йондоҙ һәм nómos — закон), күк есемдәренең һәм Ғаләмдең төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Ғәмәли А., күк механикаһына һәм астрофизикаға бүлеп йөрөтөлә. Ғәмәли А. мәғлүмәттәре календарҙар төҙөгәндә, ваҡыт хеҙмәтендә, навигацияла һ.б. ҡулланыла. Күк механикаһы тәбиғи һәм яһалма йыһан...

АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР

АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР, бәйләүсе полимер материалдан (матрицанан) һәм нығытыусы (арматуралай торған) сүс структуралы тултырғыстан торған композициялы материалдар. Бәйләүсе материал сифатында — термореактив полимерҙар һәм термопластар, тултырғыс сифатында пластиктарҙы арматуралаусы материалдар ҡулланыла....

АППРОКСИМАЦИЯ

АППРОКСИМАЦИЯ (лат. approximo — яҡынлашам), бер матем. объекттарҙы икенселәре аша яҡынса күрһәтеү. Бер төр объекттарҙы (һандарҙы йәки функцияларҙы) теге йәки был яғынан тәүгеләренә яҡын булған, ләкин уларҙан ябайыраҡ һәм иҫәпләп сығарыуы еңелерәк булған икенселәре м‑н (мәҫ., кәкре һыҙыҡтарҙы уларға...

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын...

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө йүнәлештәрҙә бер төрлө булмаған материалдар. А.м. кристалдар, магнит үҙенсәлекле һәм утҡа сыҙамлы иретмә һәм ҡорос әҙерләмәләре (табаҡ, сым, ҡойолмалар), ҡайһы бер тәбиғи сығышлы кристалл булмаған матдәләр (мәҫ., үҙағас), сүсле композициялы...

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, галактика

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, Андромеда йондоҙлоғондағы ҙур спираль галактика (NGC 224; M31). Диам. — яҡынса 200 мең яҡтылыҡ йылы. Ҡош юлына иң яҡын тышҡы галактика, Ерҙән 2 млн. яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. БР терр‑яһында Андромеданан саҡ ҡына юғарыраҡ тоноҡ томанлы тап булып йыл әйләнәһенә күренә....

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ, баҡыр, магний, цинк, кремний, марганец, литий һ.б. легирлау элементтары ҡушылған алюмин нигеҙендәге иретмәләр. Эшкәртеү алымдарына ҡарап деформацияланыусан һәм ҡойоу А.и. айыралар. 20 б. 60—90‑сы йй. Авиация техник университетында һәм махсуслаштырылған “Тантал” конструкторлыҡ-технологик...

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС, объектҡа тиклем араны контактһыҙ (уға теймәйенсә тороп) билдәләү өсөн ҡоролма. Эшләү принцибына ҡарап оптик (алыҫлыҡты үлсәү билдәле булған нигеҙе һәм уға ҡаршы ятҡан мөйөшө б‑са тура мөйөшлө өсмөйөштө сығарыуға ҡайтып ҡала); акустик, радиотулҡынлы, электрооптик (ебәрелгән һәм, объекттан...

АЛГЕБРА

АЛГЕБРА (ғәр.), һан системаларының дөйөм үҙенсәлектәрен һәм тигеҙләмәләр ярҙамында мәсьәләләр сисеүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнеүсе математика бүлеге. Арифметиканың төп операцияларын йомғаҡлау А. төркөм, һыҙыҡлы арауыҡ, майҙан, ҡулса, есем, идеал, модуль, Ли алгебралары кеүек төп төшөнсәләрен барлыҡҡа...

АКТУАР ИҪӘП‑ХИСАП

АКТУАР ИҪӘП-ХИСАП, страховкалау учреждениеһы м‑н страховкалаусы араһында үҙ‑ара мөнәсәбәт урынлаштырыусы матем. һәм статистик законлылыҡтар системаһы. А.и.‑х. страховка фондының барлыҡҡа килеү һәм сарыф ителеү механизмын математик формулалар ярҙамында сағылдыра. Башҡортостанда страховка өлкәһендәге...

АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ

АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ, аргументы бөтөн һан булған функцияның сикле айырмалары ингән тигеҙләмә. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған, тиң һәм тиң булмаған А.т. бүлеп йөрөтәләр. Биол., механик, иҡт. һ.б. процестарҙы һәм системаларҙы һүрәтләү өсөн ҡулланыла; күп үлсәмле А.т. (айырмалы схемалар) бүлендек сығарылмалы...

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ, ағасты билдәле бер үлсәм һәм форма биреү маҡсатында эшкәртеү машиналары. Ҡырҡыу, йыйыу һәм биҙәү станоктары була. Ағас ҡырҡыу станоктары махсуслашыуҙары б‑са дөйөм тәғәйенләнешле һәм махсус; ағас эшкәртеү ысулына ҡарап — таҫма бысҡылы, түңәрәк бысҡылы, фрезерлау, йышыу, быраулау,...

АҒАС МАТЕРИАЛДАР

АҒАС МАТЕРИАЛДАР, ағастың тәбиғи физик төҙөлөшөн һәм составын һаҡлап ҡалып, ҡырҡылған ағасты арҡыры йә буй бысып алынған материалдар. Эшкәртелгән һәм эшкәртелмәгән, ылыҫлы һәм япраҡлы, эшкәртеү ысулы б‑са түңәрәк, ярылған, бысылған, һыҙырылған, йышылған, ваҡланған А.м. бүләләр. Буй ағасты (тамыр өлөшө,...

АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР

АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР, ағастан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк һәм кәртәләүсе, етештереү ысулы б‑са тотош ағастан һәм елемләп йәбештерелгән А.к. айырыла. 20 б. 70—80‑се йй. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (Н.А.Пискунов,...

АҒАС ӘЙБЕРҘӘР

АҒАС ӘЙБЕРҘӘР, ағастан йәки ағас материалдарҙан яһалған төҙөлөш деталдәре (тотош йәки йәбештерелгән бурса, таҡта һәм плита һ.б.), йыйыу берәмектәре (тәҙрә һәм ишек блогы, ағас бүлкә, кәртә һәм панель һ.б.), ағас панелдәрҙән йыйылмалы йорттар, мебель һ.б. Яһау технологияһы б‑са бер бурсалы, күп бурсалы...

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ, ағас материалдар етештереү процесы. 3 стадияға бүленә: ағас ҡырҡыу, әҙерләнгән ағасты сығарыу, түбәнге ағас сәнәғәте складындағы эштәр. А.ә. һәр бер стадияһы төп әҙерлек (технологик һәм күсереү) һәм ярҙамсы операцияларҙан тора. Технологик операция ваҡытында (урман ҡырҡыу, ағастарҙы ботаҡтарҙан...

АГРЕГАТЛАУ

АГРЕГАТЛАУ (лат. aggrego — беркетәм), комплекслы ҡулланыу өсөн бер-береһен тулыһынса йәки өлөшләтә алмаштыра алған үҙ аллы берәмектәрҙән йәки бер нисә машинанан агрегат төҙөү. А. принцибы б‑са БР‑ҙа 1960—95 йй. станок агрегаттары һәм агрегат тибындағы станоктар (Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы),...

АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ

АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ, ярым тағылма йәки тағылма (бер йәки бер нисә) м‑н эшләүсе автомобиль‑тартҡыс. Пассажир (тағылмалы автобус) һәм йөк А.п. айырып йөрөтөлә. А.п. файҙаланыу йөк күтәреүсәнлекте 1,5—2 тапҡырға арттырырға (тейешле хәрәкәтсәнлекте элеккесә һаҡлап ҡалып) һәм юлға сағыштырма йөкләмәне кәметергә,...