Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӨЛӨКОВ Радик Рафиҡ улы

МӨЛӨКОВ Радик Рафиҡ улы (2.5.1951, БАССР‑ҙың Шишмә районы Ыҫлаҡ а.), инженер‑физик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), физика‑математика фәндәре докторы (1997). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Урал политехник институтын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) СССР ФА Урал фәнни үҙәгендәге Энергетиканың...

МОЛЕКУЛЯР ФИЗИКА

МОЛЕКУЛЯР ФИЗИКА, физика‑ ның төрлө агрегат хәлдәге есемдәрҙең физик үҙенсәлектәрен уларҙың микроскопик (молекуляр) төҙөлөшөн тикшереү нигеҙендә өйрәнә торған бүлеге. Физик статистика, термодинамика һәм физик кинетика ысулдарын ҡулланып, физик есемдәрҙе төҙөгән өлөшсәләрҙең (атомдарҙың, молекулаларҙың,...

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ, молекуляр объекттарҙы уларҙың моделдәрен төҙөү һәм өйрәнеү юлы м‑н бирелгән үҙенсәлектәре булған матдәләрҙе алыу маҡсатында тикшереү ысулы. 2 йүнәлешкә айыралар: матем. ысулдарҙы һәм компьютер программа сараларын эшләү; молекуляр системаларҙың үҙенсәлектәрен прогноздың матем....

МИХАЙЛОВ Валерий Иванович

МИХАЙЛОВ Валерий Иванович (29.10.1954, Бәләбәй ҡ.), инженер‑конструктор. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1982) ӨМЭПБ‑ла эшләй. 1991 й. алып ИПТЭР‑ҙа (2001 й. башлап проекттар б‑са баш инженер). Фәнни‑ғәмәли эшмәкәрлеге үткәргес торбаларҙы ремонтлау һәм файҙаланыу өсөн ҡорамалдар уйлап табыуға арналған. М....

МИХАЙЛОВ Валерий Германович

МИХАЙЛОВ Валерий Германович (25.11.1958, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ, 2012 й. алып “РН‑УфаНИПИнефть”тә, бер үк ваҡытта БДПУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға һәм газ динамикаһына арналған. М. тарафынан күп фазалы мөхиттәрҙең...

МИКРОЭЛЕКТРОНИКА

МИКРОЭЛЕКТРОНИКА, электрониканың микроминиатюр электрон ҡоролмалар төҙөү м‑н шөғөлләнгән өлкәһе. М. 20 б. 2‑се ярт. ҡаты есем физикаһы өлкәһендәге фундаменталь фән ҡаҙаныштарына, квант электроникаһы теорияһы барлыҡҡа килеүгә бәйле үҫешә. М. ҡулланыу өлкәһе: авиация һәм йыһан аппараттары, иҫәпләү ҡоролмалары,...

МИКРОСКОП

МИКРОСКОП (микро... һәм гр. skopeјо — ҡарайым), ябай күҙгә күренмәгән объекттарҙың ҙурайтылған һүрәтләнешен алыу өсөн тәғәйенләнгән прибор. Микрообъекттарҙың формаһын, үлсәмдәрен, структураһын һ.б. үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Тәғәйенләнеше б‑са — биол., металлография, поляризацион, үлсәгес,...

МИКРОРОБОТОТЕХНИКА

МИКРОРОБОТОТЕХНИКА, фән һәм техниканың микророботтар конБструкцияларын тикшереү, улар м‑н идара итеү өсөн ярҙамсы технологик ҡорамалдарҙы, ҡоролмаларҙы һәм алгоритмдарҙы уйлап табыу б‑са йүнәлеше. Микророботтарға үлсәмдәре (оҙонлоғо, бейеклеге, киңлеге) 1 см кәмерәк булған йәки хәрәкәт итеү һәм манипуляциялар...

МИКРОПРОЦЕССОР

МИКРОПРОЦЕССОР, бер йәки бер нисә ҙур интеграль схема рәүешендәге үҙ аллы йәки электрон хисаплау машинаһы составына ингән мәғлүмәт эшкәртеү һәм тапшырыу ҡоролмаһы. Универсаль һәм махсуслаштырылған, схема һәм микропрограмма м‑н идара ителгән, секциялы һәм бер кристаллы М. айыралар. Арифметик һәм логик...

МЕХАНИКА

МЕХАНИКА (гр. mēhanikēј — машиналар эшләү‑етештереү оҫталығы), матди есемдәрҙең механик хәрәкәт итеүе һәм төрлө физик ҡырҙар м‑н тәьҫир итешеүе т‑дағы фән. Механик хәрәкәт — есемдәрҙең йәки уларҙың өлөшсәләренең арауыҡтағы торошоноң үҙгәреүе. Классик М. матди есемдәр өсөн булған Ньютон закондарына нигеҙләнә,...

МЕТРОЛОГИЯ

МЕТРОЛОГИЯ (гр. meјtron — үлсәү һәм …логия), үлсәүҙәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү ысулдары һәм саралары, талап ителгән теүәллеккә өлгәшеү алымдары т‑дағы фән. 3 бүлекте үҙ эсенә ала: теоретик, закон сығарыу һәм практик (ғәмәли). Теоретик М. берәмектәр системаһын, эталондарҙы, үлсәү һөҙөмтәләрен...

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, гидрометеорология хеҙмәтенең атмосфераның Ер йөҙө м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында унда барған физик процестарҙың торошон һәм үҙгәреүен билдәләү өсөн тәғәйенләнгән күҙәтеү бүлексәһе. Метеорологик шарттарҙың бөтә төрҙәре б‑са прогноз әҙерләү өсөн мәғлүмәт алыу, насар һауа торошо т‑да...

МЕТЕОРИТТАР

МЕТЕОРИТТАР, йыһан арауығынан Ер өҫтөнә килеп төшкән есемдәр. М. — Ерҙең атмосфераһында тулыһынса янып бөтмәгән метеор ҡалдыҡтары. 3 төп класҡа бүленә: тимер (сидериттар), тимер‑таш (сидеролиттар йәки литосидериттар) һәм таш М. (аэролиттар). М. исемде улар төшкән урынға иң яҡын торама йәки геогр. объект...

МЕТЕОРҘАР

МЕТЕОРҘАР (гр. meteјōros — һауала кәйелеп осҡан), йыһан матдәһе өлөшсәләре Ер атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына ингәндә күҙәтелгән күренеш. Метеор есеменең атмосфера м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә ут балҡып китә, ул ҡыҫҡа ваҡытлы ионлашҡан газ эҙе ҡалдыра, шуға күрә М. “атылған йондоҙ” тип атайҙар....

МЕТАЛЛОФИЗИКА

МЕТАЛЛОФИЗИКА, физиканың металл һәм иретмәләрҙең структураһын, уларҙа барған процестарҙы, физик һәм химик үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге. М. ҡаты есемдәр физикаһы составына инәһәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеменең физик нигеҙе булып тора. М. металдарҙың, иретмәләрҙең төҙөлөшөһәм уларҙыңүҙенсәлектәре араһындағы...

МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы әҙер изделие килеп сыҡҡанға тиклем эшкәртеү һәм яңынан эшкәртеү ысулдары. Эшкәртелә торған металға тәьҫир итеү төрөнә ҡарап металдарҙы термик эшкәртеү, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, ҡойоу, иретеп йәбештереү һәм паять итеү, металдарҙы ҡырып эшкәртеү, электрофизик‑химик...

МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, айырым кристаллиттарҙың кристалл рәшәткәһе ориентацияларының өлгө күсәрҙәренә ҡарата законлы рәүештә бүленеүе. М.т. аксиаль, конус һәм сикләнгән төрҙәрен айыралар. Поликристаллы өлгөлә бер кристалл ориентацияһы күберәк булған осраҡта анизотропия барлыҡҡа килә (ҡара: Анизотроп материалдар)....

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ, әҙерләмәләрҙе металл ҡырҡҡыс инструмент ярҙамында юныу юлы м‑н үлсәмләп эшкәртеү машинаһы. Эшкәртеү, ҡулланылған ҡырҡҡыс инструменттың төрө б‑са ҡырыу, быраулау һәм ҡырғыс, шымартыу һәм еренә еткереп шымартыу, ҡатнаш, теш һәм һырҙарҙы эшкәртеү, фрезерлау, юныу, соҡоу һәм һуҙыу,...

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР, металдарҙан (формалы һәм табаҡлы) яһалған терәк һәм кәртәләй торған төҙөлөш конструкциялары. Файҙаланылған материалдарына ҡарап — ҡорос һәм еңел иретмәләрҙән яһалған, элементтары үҙ‑ара болттар м‑н тоташтырылған, беркетелгән, иретеп йәбештерелгәндәргә айыралар. М.к. өҫтөнлөктәре:...

МЕТАЛДАРҘЫ ЮҒАРЫ ЭНЕРГИЯ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛДАРҘЫ ЮҒАРЫ ЭНЕРГИЯ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙың файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн уларға концентрациялы энергия ағымдары м‑н тәьҫир итеү. Вакуум ҡулайламаларын, лазер техникаһын һ.б. махсус ҡорамалдарҙы файҙаланып башҡарыла. М.ю.э.м.э. төп ысулдары: металдарға лазер нурланышы, электр тогының...