Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШӘРИПОВ Борис Усман улы

ШӘРИПОВ Борис Усман улы (25.1. 1940, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Амурҙағы Комсомольск киске политехник ин‑тында: 1967 й. алып дөйөм техник, 1970 й. – машиналар эшләү ф‑ттары деканы. 1972 й. алып...

ШАКИРОВ Рәфҡәт Миҙхәт улы

ШАКИРОВ Рәфҡәт Миҙхәт улы (3.5.1945, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1991). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡ. төҙөүсеһе, РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995), СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1986), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларын...

ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович

ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович (10.3.1960, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Николо­ Берёзовка эшселәр ҡсб), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2011), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй: 2002...

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА, есемдәрҙе яһалма һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән аппараттар, машиналар һәм ҡулайламалар; уртаса һыуыҡ т‑ра (‑150°С юғары) алыу мәсьәләләрен өйрәнгән техника өлкәһе. Эшләү принцибы б‑са компрессион (газ һәм пар), абсорбцион, пар эжекторлы һәм термоэлектрик һыуытҡыс ҡулайламалары айырыла....

ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ

ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ, һ ы у а л ы у, гидроэнергетика, һыу менән тәьмин итеү, һуғарыу һ.б. ихтыяждарында һыу сығанағынан (йылға, күл, һыуһаҡлағыс, ер аҫты сығана­ғынан) алынған тейешле сифаттағы һыуҙы һыу үткәргескә (канал, үткәргес торба, тоннелдәр һ.б.) кәрәкле миҡдарҙа һәм һыу ҡулланыу режимына яраҡлы...

ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ

ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ, металл ҡырҡҡыс инструменттың винт һымаҡ хәрәкәте ваҡытында деталдең цилиндр йәки конус рәүешендәге өҫкө йөҙөндә һыр барлыҡҡа килеү процесы. Ҡырҡыу, пластик деформация, был ысулдарҙы комбинациялау юлы м‑н ҡулдан йәки металл ҡырҡыу станоктарында башҡарыла. Һ.э. өсөн ҡырҡҡыстар, метчиктар,...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ, автоматлаштырылған режимда эшләгән һәм бер идара итеү системаһы булған технологик һәм ярҙамсы ҡорамалдар йы­йылмаһы. Һ.п.с. ойошторолоуы б‑са автоматлаштырылған һығылмалы линиялар, участкалар һәм цехтар айырыла. Һ.п.с. составына һығылмалы производство модулдәре (тейешле...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР, ҡатмарлы формалағы ҙур габаритлы изделиеларҙы индукцион ысул м‑н йылытыр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Йылылыҡ үткәрмәгән көплөк эсендәге ток үткәргес м‑н уратып алынған, тышҡы диам. 25—30 мм, оҙонлоғо 10—25 м булған гофрировкалы шлангынан ғибәрәт; үткән ток йышлығының диапазоны 50—10000...

ҺУҘЫУ

ҺУҘЫУ, һуҙыу стандарында металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, үлсәмдәре аныҡ һәм өҫкө йөҙө шыма булған изделиелар алырға булышлыҡ итә. Һ. ваҡытында волока (ҡыҫып һуҙғыс) ҡулланыла, уның уйымы аша катанкалы йәки пресланған әҙерләмәләрҙе үткәреп һуҙалар; был ваҡытта уларҙың арҡыры киҫелешенең үлсәмдәре...

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР, вентиляция, һауа м‑н йылытыу, һауаны кондициялау системаларында, төрлө производство‑технологик процестарҙа (йылылыҡ агрегаттарының яғыу урындарына һауа ебәреү, үткәргес торбалар буйлап һауалы ҡатышмаларҙы күсереү һ.б.) һауаны йәки газдарҙы ҡыҫыу һәм күсереү ҡоролмалары. Баҫымды...

ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ

ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ, әйләнеш есеме тибындағы һәм ҡалын урыны булған стерженлы металл конструкция материалдарынан яһалған деталдәрҙе һалҡын килеш штамплау ысулдарын ҡулланып әҙерләү өсөн машиналар. Технологик тәғәйенләнеше б‑са Һ.к.у.а. бер позициялы (бер һәм ике һуҡмалы, ябай деталдәрҙе...

ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР

ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР, изделиеның махсус әҙерләнгән өҫкө йөҙөнә уны тышҡы факторҙар йоғонтоһонан һаҡлау өсөн һөртөлгән ҡаплаусы матдә ҡатламдары. Металл (металдар һәм уларҙың иретмәләре) һәм металл булмаған (органик — полимерлы, битумлы, ташкүмерле һ.б.; органик булмаған — быяла‑эмаль, керамик һ.б.; минераль...

ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы

ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы (14.8.1964, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй (2007—12 йй. производство процестарын автоматлаштырыу ф-ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәт хәүефһеҙлеге проблемаларына...

ХОНИНГЫЛАУ

ХОНИНГЫЛАУ (ингл. honing), металдарҙы ваҡ бөртөклө абразив йәки алмаслы ҡатламы булған металл ҡайраҡтар ярҙамында станоктарҙа ҡырҡыу юлы м-н эшкәртеү, абразив менән эшкәртеү төрө. Х. вибрациялы, ҡоро, электрохимик һ.б. төрҙәре айырыла. Х. “йөҙөп йөрөүсе” йәки “ҡаты” хонингылау эшләпәһе (хон) ҡулланыла....

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ, математиканың хисаплауҙар башҡарыу һәм электрон хисаплау машиналарын ҡулланыу м-н бәйле мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Процестарҙың, күренеш һәм объекттарҙың (физик, иҡт., соц. һ.б.) матем. моделдәрен анализлауҙы; төрлө матем. мәсьәләләрҙе сисеү ысулдарын һәм алгоритмдарын эшләүҙе,...

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ, химик реакциялар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән сәнәғәт аппараттары. Гидродинамик үҙенсәлектәре б-са идеаль ҡатыштырыусы, ҡыҫырыҡлаусы, диф­фузиялы, ячейкалы, ҡатнаш Х.р.; энергетик үҙенсәлектәре б-са – адиабатик, изотермик һәм политроп; технологик үҙенсәлектәре б-са – бер фазалы һәм...

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ, хеҙмәт итеү процесында хеҙм-рҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау системаһы; хоҡуҡи, соц.-иҡт., ойоштороу, техник, санитария-гигиена, дауалау-иҫкәртеү, реабилитациялау сараларын һ.б. үҙ эсенә ала. Х.һ. хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәт гигиенаһы, хеҙмәтте фәнни яҡтан ойоштороу һ.б. айырыла....

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ, кешеләргә травма йәки һаулыҡтың ҡапыл насарланыуына килтергән производство факторҙарын булдырмау ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. Х.т. ойоштороу сараларына (инструктаж үткәреү, хәүефһеҙ эшләү, зыян күргән кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарына өйрәтеү; хәүефле производство...

ХӘСӘНОВ Илмир Йосоп улы

ХӘСӘНОВ Илмир Йосоп улы (8.1. 1942, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Оло Кәркәле а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Арлан район нефть ҡыуыу идаралығында (Ҡалтасы р‑ны Күтәрем а.), 1968 й. алып Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу,...

ХӘСӘНОВ Зимфир Мәхмүт улы

ХӘСӘНОВ Зимфир Мәхмүт улы (2.11.1961, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2010). РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1990). Велосипед спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1980). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ӨДАТУ‑ла эшләй, бер...