Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ

СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ. 1969 й. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, компрессор цехтары, һыуытҡыс (бөтәһенә лә 1975 й. нигеҙ һалына) ингән. 2004 й. 295 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса изделиелары, иретелгән май, ярым фабрикаттар,...

СЕЙМАЛДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

СЕЙМАЛДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, продукцияның төрлө төрөн алыу өсөн беренсел ҡушма сеймалды тәрән эшкәртеү, сеймалдың, сәнәғәт ҡалдыҡтарының һәм өҫтәмә продукттарҙың файҙалы компоненттарын тулыһынса файҙаланыу. С.к.ф. ойоштороуҙың төп шарттары булып эре масштаблы производство, алдынғы техника һәм технологияларҙы...

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ер аҫты, һыу һәм урманда сеймал һәм яғыулыҡтың төрлө төрөн сығарыу, ш. уҡ уларҙы беренсел эшкәртеү (байыҡтырыу) м-н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостанда С.т.һ.я.ә.с. яғыулыҡ сәнәғәтенән (нефть сығарыу сәнәғәте), төҫлө металлургиянан (төҫлө...

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ, производство биналарын һәм ҡоролмаларын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонтлау, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау эштәрен башҡарған төҙөлөш тармағы. Ауыр сәнәғәт (электр станциялары, күмер шахталары һ.б.) һәм еңел сәнәғәт пр‑тиеларын төҙөү айырыла. Матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн объекттарҙы,...

СӘНӘҒӘТ

СӘНӘҒӘТ, йәмғиәттең етештереүсе көстәренең иҡт. үҫеше кимәленә хәлиткес йоғонто яһаған иҡтисад тармағы; предприятиелар йыйылмаһы. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенән тора. 18 б. башында Башҡортостанда тәбиғәт ресурстарын сәнәғәт үҙләштереүе башлана, тәүге тау з‑дтары төҙөлә...

САУҘА

САУҘА, алыш‑биреш юлы м‑н тормошҡа ашырылған тауар әйләнеше формаһы, иҡтисад тармағы. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, эске һәм тышҡы сауҙа, ойоштороу формаһы б‑са аукцион, биржа, комиссия, тауар ебәреү һәм башҡа С. айырыла. Боронғо ваҡытта С. урынын алмашыу алып тора: күршеләр, игенселек һәм һыйырсылыҡ...

САЛАУАТ ОПТИКА-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ

САЛАУАТ ОПТИКА‑МЕХАНИКА ЗАВОДЫ. 1977 й. төҙөлгән, 1980 й. файҙаланыуға тапшырылған, 1981 й. тәүге призма алына, 1987 й. — балалар өсөн оптик уйынсыҡтар, 1988 й. — мед. приборҙары (диоптриметр, фотоколориметр), 1989 й. — концентрацион фотоэлектр колориметрҙары, 1990 й. — пластмассанан санитар- техник...

САЛАУАТ АҘЫҠ-ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ. 1948 й. икмәкхана булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Салауат икмәк з‑ды, 1967 й. — Салауат икмәк комб‑ты, 1992 й. — ҠП, 1993 й. — “Салауат аҙыҡ‑түлек берекмәһе” ЯАЙ, 1994 й. башлап “С.а.‑т.к.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына икмәк (1959 й. асылған), икмәк‑булка изделиелары,...

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, 1949 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Төҙөлөш идаралығы эргәһендә Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1950 й. алып Баш урман контораһы, 1955 й. — Ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү контораһы, 1958 й. — Ағас эшкәртеү заводы. 1963 й. башлап Башҡ....

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ, МУП. Бер ҡатлы тығыҙ керамик кирбес етештерә. Составына производство, плитка, ҡаҙанлыҡ цехтары инә. 2009 й. 124 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1989 й. нигеҙ һалына, 1994 й. Саҡмағош хужалыҡ‑ара кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1999 й. алып хәҙ. исемле ДУП,...

РЕКЛАМА

РЕКЛАМА (франц. re¼clame), тауарға ихтыяж булдырыу өсөн тауарҙың (хеҙмәт күрһәтеүҙең) ҡулланылыш үҙенсәлектәре т‑да мәғлүмәт таратыу; маркетингының ҡушма өлөшө булып тора. Объектҡа бәйле тауар, соц., сәйәси, корпоратив (өҫтөнлөклө) Р.; тәьҫир итеү ысулына бәйле — акустик, визуаль, акустик‑визуаль, визуаль‑һиҙерлек...

РЕЗИНА-АСБЕСТ СӘНӘҒӘТЕ

РЕЗИНА-АСБЕСТ СӘНӘҒӘТЕ, резина-техник (ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар), асбест-техник изделиелар, киң ҡулланыштағы резина изделиелары етештереү б-са нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Р.‑а.с. 1942 й. республикаға “Резинотехника” (Ярославль ҡ.) һәм “Красный треугольник” (Ленинград)...

РЕГИОНОЛОГИЯ

РЕГИОНОЛОГИЯ (ингл. region — өлкә, территория һәм ...логия), төбәк- ара хеҙмәт бүленешендә төбәктең махсуслашыуын иҫәпкә алып уның комплекслы үҫешенең законлыҡтарын тикшергән фәнни йүнәлеш. Үҙ эсенә иҡтисад, социология, төбәк экологияһы, төбәк м‑н идара итеү теорияһын һ.б. ала. Башҡортостанда Р. өлкәһендә...

РАЗОВА Фәриҙә Мөғәлим ҡыҙы

РАЗОВА Фәриҙә Мөғәлим ҡыҙы (10. 9.1943, БАССР-ҙың Краснокама р‑ны Күпербаш а.), нефтсе. 1960 й. алып Яңауыл р‑нының “Маяҡ” к‑зында эшләй, 1965—96 йй. “Южарланнефть” НГДУ‑һының нефть һәм газ сығарыу б‑са операторы. Арлан нефть ятҡылығының Яңы Хажи майҙанын үҙләштереүҙәһәм эшкәртеүҙәҡатнаша. СССР‑ҙың...

РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ

РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ. 1978 й. БАССР‑ҙың Әлшәй р‑нында нигеҙ һалына, 1984 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1996 й. алып ААЙ, 2006 й__ябыла. 1998 й. башлап ҡамыш шәкәрен эшкәртеү технологияһы үҙләштерелә. Составына Раевка һәм Приют сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары, технология, механизация, һығынды киптереү, тоҡ...

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОНЦЕНТРАЦИЯЛАУ

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОНЦЕНТРАЦИЯЛАУ, етештереү саралары һаны үҫеше һәм продукция берәмегенә уларҙың хаҡы төшөүе иҫәбенә сағыштырма капитал һалыу һәм продукция үҙҡиммәтенең кәмеүенә булышлыҡ иткән ҙур производстволар булдырыу һәм үҫтереү. П.к. интенсив һәм экстенсив варианттары була. П.к. 3 формаһы айырыла:...

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ, бер‑береһе м‑н техник, иҡтисади һәм ойоштороу яғынан тығыҙ бәйле булған, бер ерҙә урынлашҡан производстволарҙың берҙәм комплексын булдырыуға нигеҙләнгән производствоны концентрациялау формаһы. Производствоны вертикаль (продуктты эшкәртеүҙең бер‑бер артлы стадиялары берләшеүенә...

ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, бер адм. етәкселегендә бер нисә предприятиены берләштергән ойоштороу формаһы. ПБ составына з‑дтар, ф‑калар, ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ пр‑тиелары һ.б. инә; улар араһында етештереү бәйләнеше, үҙәкләштерелгән ярҙамсы һәм хеҙмәтләндереүсе производство була. ПБ етештереү...

ПРОДУКЦИЯНЫҢ ҮҘҠИММӘТЕ

ПРОДУКЦИЯНЫҢ ҮҘҠИММӘТЕ, продукция етештереүгә һәм һатыуға киткән аҡсалата сығымдар (ҡара: Етештереү сығымдары). Хужалыҡты алып барыу ресурстарҙы ҡулланыу интенсивлығын күрһәтә. Баҙарҙа тауарҙың конкуренцияға һәләтлелегенә һәм пр‑тиеның финанс‑иҡт. хәленә тәьҫир иткән иң мөһим күрһәткес. Барлыҡ сығымдарҙың...

ПРОДУКЦИЯ АССОРТИМЕНТЫ

ПРОДУКЦИЯ АССОРТИМЕНТЫ, пр‑тие продукцияһында производство тармағында йәки ниндәй ҙә булһа бер тауар төркөмөндә айырым изделие төрҙәренең составы һәм нисбәте. Практикала деталле (йәйелдерелгән) һәм төркөмлө (ҙурайтылған) П.а. айырыла. Деталле П.а. составы продук‑ ция м‑н конкрет ҡулланыусыларҙы тәьмин...