Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АММОНИЙЛАШЫУ

Просмотров: 1258

АММОНИЙЛАШЫУ, составында азот булған органик матдәләрҙе (аҡһымдар, мочевина, нуклеин кислоталары һ.б.) микроорганизмдар тарҡатыу процесы. Тәбиғәттәге азот әйләнешенең иң мөһим этаптарының береһе. Организмдарҙың тереклек итеүе һәм үлеүе һөҙөмтәһендә составында азот булған органик матдәләр тупраҡҡа һәм һыу ятҡылыҡтарына эләгә; унда аммиак, углекислый газ, сульфаттар һәм һыу барлыҡҡа килтереп, бактериялар, микроскопик бәшмәктәрҙең төрлө төрҙәре тарафынан минераллаштырыла. Тарҡалыу ҡалдыҡтарын үҫемлектәр һәм микроорганизмдар ҡуллана. А. процесы, үле организмдар мумияға әйләнгән бик эҫе һәм ҡоро урындарҙан тыш, климат шарттарының киң диапазонында бара. 20 б. 70—90‑сы йй. Башҡортостандың Урал алды тупрағында А. өйрәнеү Биология институтында (Р.К.Андресон, И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева), БАХИ‑ла (Н.М.Нурмөхәмәтов) алып барыла.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019