Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОЛЕКУЛЯР БИОЛОГИЯ

МОЛЕКУЛЯР БИОЛОГИЯ, генетик мәғлүмәтте һаҡлау, тапшырыу һәм тормошҡа ашырыу механизмдары, даими булмаған биополимерҙарҙың (аҡһымдарҙың һәм нуклеин кислоталарының) төҙөлөшө һәм функциялары т‑дағы фән. Биохимияның биополимерҙарҙы өйрәнеүсе йүнәлештәренең үҫеше барышында формалаша. Биология, биоинформатика,...

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ, молекуляр объекттарҙы уларҙың моделдәрен төҙөү һәм өйрәнеү юлы м‑н бирелгән үҙенсәлектәре булған матдәләрҙе алыу маҡсатында тикшереү ысулы. 2 йүнәлешкә айыралар: матем. ысулдарҙы һәм компьютер программа сараларын эшләү; молекуляр системаларҙың үҙенсәлектәрен прогноздың матем....

МОЛЕКУЛЯР ФИЗИКА

МОЛЕКУЛЯР ФИЗИКА, физика‑ ның төрлө агрегат хәлдәге есемдәрҙең физик үҙенсәлектәрен уларҙың микроскопик (молекуляр) төҙөлөшөн тикшереү нигеҙендә өйрәнә торған бүлеге. Физик статистика, термодинамика һәм физик кинетика ысулдарын ҡулланып, физик есемдәрҙе төҙөгән өлөшсәләрҙең (атомдарҙың, молекулаларҙың,...

МОЛЛЮСКЫЛАР

МОЛЛЮСКЫЛАР, й о м ш а ҡ т ә н л е л ә р (Mollusca), умыртҡаһыҙҙар тибы. 7 класы, яҡынса 113 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа ҡорһағаяҡлылар һәм ҡа‑ бырсаҡтар класына ҡараған 120‑нән ашыу төр осрай. Хәрәкәтсән (йөҙөүсе, шыуышыусы) йәки беркетелгән, асимметрик йәки ике яҡлап симметрик...

МОЛОДЦОВ Геннадий Порфирьевич

МОЛОДЦОВ Геннадий Порфирьевич (22.9.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Михайловка а. — 8.9. 1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1954). 1948 й. алып Ғафури р‑нының Ҡормантау тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, 1954—68 йй. Софья тулы булмаған...

МОЛОКАН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

МОЛОКАН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ермолаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡунаҡбай й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 542 кеше; 1920 — 916; 1939 — 666; 1959 — 461; 1989 — 319; 2002 — 339; 2010 — 338 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

МОЛОКАНДАР

МОЛОКАНДАР, христиан динендәге секталарҙың (ҡара: Сектантлыҡ) береһе. 18 б. 2‑се ярт. Рәсәйҙә барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — С.Уклеин. Дини тәғлимәт сығанағы — Библия, дини тәғлимәт нигеҙҙәре “Молокандар догматы” китабында бирелә. М. сиркәү иерархияһын, изгеләрҙе, ҡорамдарҙы, иконаға табыныуҙы һ.б....

МОЛЧАНОВ Анатолий Александрович

МОЛЧАНОВ Анатолий Александрович (15.8.1938, Ташкент), геофизик. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Новосибирск электротехник элемтә ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1988 й....

МОНАКОВ Аника Евлампиевич

МОНАКОВ Аника Евлампиевич, А.М а н а к о в, Исәт провинцияһы крәҫтиәндәренән, ш. иҫ. тау заводтарына беркетелгән крәҫтиәндәрҙән, Уложенный комиссия депутаты. Дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссия ҡарамағына йән башына һалымды һәм икмәк оброгын кәметеү, крәҫтиәндәргә заводтарҙа эшләгән өсөн хеҙмәт хаҡын арттырыу,...

МОНАКОВ Юрий Борисович

МОНАКОВ Юрий Борисович (7.8. 1942, Ташкент — 3.1.2011, Өфө), химик. РФА акад. (1997), БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), химия ф. д‑ры (1981), проф. (1984). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Ташкент текстиль ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй. 1968 й. алып Органик химия ин‑тында: 1973 й. лаб....

МОНАР КӨПШӘҺЕ

МОНАР КӨПШӘҺЕ (Сonium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөрсөклө М.к. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы нескә бураҙналы, төҙ, тармаҡлы, буҙ төҫтәге ҡуныҡ һәм ҡыҙғылт көрән төҫтәге таптар м‑н, бейеклеге 60—200 см. Аҫҡы япраҡтары...

МОНАС, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

МОНАС, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 439; 1939 — 348; 1959 — 318; 1989 — 196; 2002 — 193; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар...

МОНАСИП, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

МОНАСИП, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 8 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 45 кеше; 1959 — 5; 1989 — 90; 2002 — 105; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1928 й. Йылайыр кантонында 1919—20 йй. нигеҙләнгән...

МОНАСИПОВ Рөстәм Әнүәр улы

МОНАСИПОВ Рөстәм Әнүәр улы (6.6.1960, Өфө), электрон техникаһы инженеры. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып мехатрон станок системалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттар м‑н идара...

МОНАСТЫРҘАР

МОНАСТЫРҘАР (гр. monastēјrion — аулаҡ урын, дәрүиш хөжрәһе), буддизмда, христианлыҡта (православиела һәм католицизмда) берҙәм йәшәү ҡағиҙәләрен (устав) ҡабул иткән монахтар (ир-егеттәр М.) йә монахинялар (ҡатын‑ҡыҙҙар М.) общиналары. Миссионерлыҡ эшмәкәрлеген алып баралар. Рәсәйҙә 11 б. барлыҡҡа килә....

МОНАХЛЫҠ

МОНАХЛЫҠ (гр. monachoјs — яңғыҙ, айырым йәшәүсе), теге йәки был дингә үтә бирелеп, үҙ ихтыяры м‑н донъяуи ығы‑зығынан ваз кискән һәм үҙҙәрен дини аскетизм, никахһыҙлыҡ, туғанлыҡ һәм соц. бәйләнештәрҙе өҙөүҙе нәҙер иткән кешеләрҙең община тормошо. М. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһында буддизмда, 3—4 бб....

МОНГОЛ ИМПЕРИЯҺЫ

МОНГОЛ ИМПЕРИЯҺЫ, 13—14 бб. Азияның төньяҡ‑көнсығыш һәм үҙәк өлөшөндә, Европаның көнсығышында урынлашҡан дәүләт. 1206 й. Сыңғыҙхан тарафынан төҙөлә, яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә сиктәре шаҡтай киңәйә. Баш ҡалалары: Ҡараҡорум, 1263 й. — Ханбалыҡ (Пекин). Дәүләт м‑н Сыңғыҙхан нәҫеленән булған юғары...

МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ

МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. М.т. Афғанстанда, Ҡытайҙа, Монголияла, ш. уҡ Бүрәт, Ҡалмыҡ Респ. һәм РФ‑тың ҡайһы бер төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 7 млн яҡын кеше. М.т. 14—16 бб. берҙәм монгол теле диалекттарының үҫеше һөҙөмтәһендә формалаша. Барлыҡҡа килгән үҙ аллы телдәргә фонетик,...

МОНО...

МОНО... (гр. moјnos — берәү, берҙән‑бер), ҡушма һүҙҙәрҙең “бер”, “бергә” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ. мономерҙар, монополия). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

МОНОГЕНЕЯЛАР

МОНОГЕНЕЯЛАР (Monogenea), яҫы ҡорттар класы. Яҡынса 2500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Балыҡ эктопаразиттары, һирәк осраҡта ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр эндопаразиттары. БР‑ҙа 33 төрө бар. Кәүҙәһе оҙонса, япраҡ рәүешле яҫы, оҙонлоғо 0,02—5 мм, һирәк осраҡта 30 мм тиклем, артҡы осонда...