Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРИАС

ТРИАС (гр. trias — троица), т р и а с  с и с т е м а һ ы (о с о р о), мезозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 251,0±0,4 млн йыл, тамамланыуы — 199,6±0,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). Үҙәк Европа киҫелештәрендә айырылған урындағы өс стратиграфик бүлексәне [сыбар ҡомташ, ҡабырсаҡлы...

ТРИАЛЛАТ

ТРИАЛЛАТ, авадекс БВ, системалы гербицид, тиокарбамин к‑таһының сығарылмаһы. Тәьҫир итеүсе төп матдә S‑2,3,3‑т рихлораллил‑N,N‑диизопропилтиокарбамат; кристаллик, насар еҫле, tиреү 30°C, һыуҙа насар эрей (9 мг/л), күп кенә органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, фотототороҡло, металдарҙы тутыҡтырмай, дым булмаған...

ТРИ КЛЮЧА, Шаран р‑нындағы ауыл

ТРИ КЛЮЧА, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Три ключа й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 144 кеше; 1959 — 147; 1989 — 88; 2002 — 101; 2010 — 107 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ТРЕТЬЯКОВТАР

ТРЕТЬЯКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Игнатий Т., атлы стрелец. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә барымтаһына ҡаршы Урал аръяғына ебәрелә. Уның улдары: Василий Игнатьевич Т. 1665 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата...

ТРЕТЬЯКОВА Ольга Николаевна

ТРЕТЬЯКОВА Ольга Николаевна (18.9.1909, Һырдаръя өлк. Перовск ҡ. — 19.9.1975, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1968), проф. (1968). Себер зоо‑ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1930) Троицк ветеринария ин‑тында (Силәбе өлк.) эшләй: 1941—46 йй. зоология каф. мөдире. 1948 й. алып...

ТРЕТЬЯКОВА Евгения Николаевна

ТРЕТЬЯКОВА Евгения Николаевна (20.12.1899, Ырымбур ҡ. — 1.8.1986, Ленинград, Өфөлә ерләнгән), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1957), проф. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1924) Омск, Төрөкмән (Ашхабад) мед. ин‑ттарында, Курортология...

ТРЕТЬЯКОВ Владимир Всеволодович

ТРЕТЬЯКОВ Владимир Всеволодович (6.1.1890, Ҡазан губ. Свияжск ҡ. — 31.1.1970, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1915). 1920 й. алып Томск ун‑тының акушерлыҡ‑гинекология клиникаһында...

ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ

ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ, ике яҡтың килешеүе нигеҙендә гражданлыҡ хоҡуғы б‑са бәхәстәрҙе хәл иткән дәүләткә ҡарамаған органдар. Даими эшләгән (сауҙа палаталары, биржалар, эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусылар йәмәғәт берекмәләре тарафынан ойошторолоп, уларҙың ҡарамағында эшләй) һәм айырым бәхәсте хәл иткән (ике яҡтың...

ТРЕСТ №21

ТРЕСТ №21 т ө ҙ ө л ө ш к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Респ. ҡалаларында һәм райондарында сәнәғәт, соц.‑көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы, торлаҡ төҙөү, ремонтлау, реконструкциялау һәм техник яҡтан йыһазландырыу м‑н шөғөлләнә; төҙөлөш материалдары һәм конструкциялар етештерә. Өфөлә урынлашҡан....

ТРЕМАТОДТАР

ТРЕМАТОДТАР, һ у р ғ ы с т а р (Trematoda), яҫы ҡорттар класы. Яҡынса 4 мең, БР‑ҙа — 150‑нән ашыу төрө билдәле. Умыртҡалыларҙың паразиттары. Кәүҙә оҙонлоғо 0,1—5,5 мм (ҡайһы берҙә 10 см тиклем һәм артығыраҡ). Кәүҙәһе япраҡ, һирәгерәк цилиндр йәки груша формаһында, тоноҡ аҡ, һорғолт йәки алһыу төҫтә,...

ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович

ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович (18.8.1889, Санкт‑Петербург ҡ. — 23.5.1959, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1939). РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1947). Петроград университетын тамамлаған. 1921 й. алып Мәскәү ҡ.: Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә биреү академияһында...

ТРАХОМА

ТРАХОМА (гр. trachys — ҡытыршы), күҙҙең антропоноз хроник инфекцион ауырыуы, күҙҙең лайлалы тиресәһенең лимфоид туҡымаһына шешеүҙән килгән матдәләр үтеп инә һәм фолликулалар барлыҡҡа килә (трахома бөртөксәләре), артабан тарҡалып, ит үреп уңала, күҙ мөгөҙсәһенең зарарланыуы һуҡырайыуға килтерә; уға эпидемик...

ТРАПЕЗНИКОВА Татьяна Александровна

ТРАПЕЗНИКОВА Татьяна Александровна (3.12.1973, Өфө), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты (1997) һәм бобслей (2003) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. (1996), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (2008) тамамлаған. 1‑се СДЮСШОР,...

ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич

ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич (23.10.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө а., хәҙер Дүртөйлө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Львов физик культура университетын тамамлаған (Украина, 2007). Уҡ атыу буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө ҡ.; тренерҙары Г.И.Гайтанова,...

ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич

ТРАПЕЗНИКОВ Василий Николаевич (23.10.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө а., хәҙер Дүртөйлө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Львов физик культура университетын тамамлаған (Украина, 2007). Уҡ атыу буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө ҡ.; тренерҙары Г.И.Гайтанова,...

ТРАПЕЗНИКОВ Валентин Кузьмич

ТРАПЕЗНИКОВ Валентин Кузьмич [5.3.1931, БАССР‑ҙың Өфө районы Алатор а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 4.6.2019, Өфө ҡ.], үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (2001). БССР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Һәүәнәк совхозында (Баймаҡ...

ТРАНСФУЗИОЛОГИЯ

ТРАНСФУЗИОЛОГИЯ (лат. transfusio — ебәреү һәм ...логия), кешегә ҡан һәм уның компоненттарын, ҡан һәм плазманы алмаштырыусы шыйыҡлыҡтар ебәреү мәсьәләләрен өйрәнгән клиник медицина өлкәһе. Эксперименталь‑теоретик, клиник, производство (сәнәғәт) Т., трансфузион иммунологияға айырыла. Т. бурыстары: синтез,...

ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ

ТРАНСФОРМАТОР ПОДСТАНЦИЯҺЫ, электр энергияһын тапшырыу һәм бүлеү өсөн электр селтәрендәге көсөргәнеште үҙгәрткән электр ҡоролмаһы йәки ҡоролмалар йыйылмаһы. Көс биреү трансформаторынан, оператив ток сығанаҡтарынан, бүлеү һәм ярҙамсы ҡоролмаларҙан тора. Тәғәйенләнеше б‑са арттырыусы һәм түбәнәйтеүсе...

ТРАНСПОРТ ҮҘӘКТӘРЕ

ТРАНСПОРТ ҮҘӘКТӘРЕ, бер нисә транспорт төрө юлдары ҡушылған пунктта транспорт ҡоролошо комплекстары; транзит м‑н, урында һәм ҡала эсендә йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы хеҙмәтләндереү б‑са операцияларҙы бергә башҡара. Т.ү. башлыса ҙур ҡалаларҙа ойошторола, сөнки унда сәнәғәт, төҙөлөш, сауҙа пр‑тиелары,...

ТРАНСПОРТ ТӨҘӨЛӨШӨ

ТРАНСПОРТ ТӨҘӨЛӨШӨ, автомобиль транспорты, һауа транспорты, тимер юл транспорты, йылға транспорты, үткәргес торба транспорты объекттарын төҙөү һәм реконструкциялауҙы тормошҡа ашырған төҙөлөш тармағы; автомобиль юлдарының һәм тимер юлдарҙың ер полотноһын, юл өҫтө төҙөлөшөн, т. юлдағы электрлаштырыу,...