Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЕПЛЯК, Борай р‑нындағы ауыл

ТЕПЛЯК, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Асау й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1032; 1939 — 1043; 1959 — 838; 1989 — 415; 2002 — 377; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

ТЕОФАНУС Теофанис Дж.

ТЕОФАНУС Теофанис Дж. (21.5. 1942, Афина), инженер‑химик, инженер‑механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998), АҠШ‑тың Милли инженерлыҡ акад. ағзаһы (1998). Филос. д‑ры (1969). Милли техник ун‑тын тамамлаған (1965, Афина). 1969 й. алып Пурду ун‑тында (Уэст‑Лафайет ҡ.) эшләй, 1985 й. башлап Калифорния ун‑тының...

ТЕННИС БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

ТЕННИС БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1986 й. теннис б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Мәктәптә 500‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 уҡытыусы‑тренер эшләй (2016). 3 спорт (14х8 м; 14х8 м; 12х6 м) һәм тренажёр (5х5 м) залдары,...

ТЕННИС

ТЕННИС, уртаһында сетка торған майҙансыҡта (кортта) туп һәм ракеткалар м‑н спорт уйыны. Яңғыҙ (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар) һәм парлы (ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) ярыштар айырыла. Башҡортостанда Т. үҫеше Өфөлә 1910 й. Видинеев баҡсаһында (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге баҡса) һәм Ушаков паркында (ҡара:...

ТЕНИШЕВ Әҙһәм Рәхим улы

ТЕНИШЕВ Әҙһәм Рәхим улы (25.4. 1921, Пенза ҡ. — 11.7.2004, Мәскәү), төркиәтсе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1984), БР ФА‑ның почётлы акад. (1992). Филол. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). ТР‑ҙың (1997), БР‑ҙың (2000), Ҡалмыҡ Респ. (2001) атҡ. фән эшмәкәре. ЛДУ‑ны тамамлаған (1949). 1954 й. алып (өҙөклөк м‑н)...

ТЕМНЯКОВ, Шаран р‑нындағы ауыл

ТЕМНЯКОВ, Шаран р‑нындағы ауыл, Иҫке Томбағош а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Әрҙәш й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 284; 1939 — 384; 1959 — 140; 1989 — 98; 2002 — 127; 2010 — 107 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй...

ТЕМӘС, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТЕМӘС, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1174 кеше; 1920 — 2491; 1939 — 2053; 1959 — 2204; 1989 — 3066; 2002 — 3517; 2010 — 3529 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Темәс...

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕМӘС УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1864 й. 1 класлы урыҫ мәктәбе булараҡ асыла, 1874 й. алып земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1905 й. — 2 класлы халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1925 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған...

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ЯСЙ. Ағасты әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. Составына өҫкө һәм аҫҡы складтар, тара һәм ағас эше цехтары, ремонт‑механика оҫтаханаһы инә. 2009 й. 93 кеше эшләгән; 12 мең м3 ағас сығарылған; 8,5 мең м3 ағас‑таҡта, 3,2 мең м3 утын ағасы етештерелгән....

ТЕМӘС МУЗЕЙЫ

ТЕМӘС МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы (1989). Баймаҡ р‑ны Темәс а. урынлашҡан. 1963 й. йәмәғәтселек башланғысында Темәс урта мәктәбе эргәһендәге музей булараҡ ойошторола, 1989 й. алып Темәс тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозицияһы 1989 й. асыла. Музей фондында 3 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ....

ТЕМӘС МӘСЕТТӘРЕ

ТЕМӘС МӘСЕТТӘРЕ. Беренсе йәмиғ мәсет (ағастан төҙөлгән) 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Темәс а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) асыла, 1885 й. яңыртып төҙөлә. 1885 й. мәхәлләлә 809 кеше була, 19 б. аҙ. — 1045 кеше. Имам-хатиптары: Ишемхужа бин Дәүләтбирҙе (1829 й. тиклем), Хәбибулла бин Ишемхужа...

ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ

ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ, һуң Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Баймаҡ р‑ны Темәс а. көнсығышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1970—72 йй. Н.А.Мәжитов, М.Ш.Рәжәпов өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр...

ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ

ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ, 1735—40 йй. һәм 1755—56 йй. башҡ. ихтилалдарында [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40), Башҡорт ихтилалы (1755—56)] ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Илекәй а. башҡорто. Тархан. 1742 й. 4 даруғаның башҡ. вәкилдәре делегацияһы составында, керҙәштәргә ер м‑н оброкһыҙ файҙаланыу...

ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1936 й. Ырымбур башҡорт педагогия техникумы базаһында асыла. 1941 й. Т.б.п.у. составына Белорет р‑нындағы Сермән пед. уч‑щеһы инә. Уҡыу курсы — 4 йыл (1946 й. алып). Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу (1938 й. башлап) бүлектәрендә һәм экстернат...

ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович

ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович (13.12.1929, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Түб. Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Әүжән а., — 10.8.1996, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Силәбе өлк., 1959)...

ТЕЛЯТЕВТАР

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы...

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ б а ш ҡ о р т  т е л е н д ә, 1) башҡ. әҙәби теленең һөйләү һәм яҙма нормаларын — әйтелеш (ҡара: Орфоэпия), баҫым, һүҙ ҡулланылышы, грамматика, стилистика ҡағиҙәләрен белеү; телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы аралашыуҙың төрлө шарттарында телдең тасуирлау сараларын, ш. уҡ һүҙҙәрҙең...

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент...

ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ

ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ, “Башинформсвязь” ААЙ филиалы. Урындағы (ш. иҫ. таксофондар һәм радио аша элемтә тотоу сараларын файҙаланып) һәм зона эсендәге телефон элемтәһе, кабель һәм цифрлы телевидение, сымлы радио тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Составына 5 район элемтә узелы, 3 линия‑кабель,...

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын...